Билдәле йөрөтөүселәре
Редреев Владимир Андриянович (1.03.1955), педагог-ғалим, спортсы, тренер, спорт судьяһы, йәмәғәтсе. 1985—2001 йылдарҙа Силәбе дәүләт физик культура институты һәм хәҙерге Урал дәүләт физик культура университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан — физик культура менән идара итеү кафедраһы мөдире, 2000—2001 йылдарҙа — проректор. Педагогия фәндәре кандидаты (1999), доцент (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2002), СССР-ҙың спорт мастеры (1978), республика категорияһындағы судья (1982), юғары категориялы тренер. Силәбе өлкәһенең Спорт ориентирлашыуы федерацияһының вице-президенты.