Алеева Татьяна Александровна
Алеева Татьяна Александровна (ҡыҙ фамилияһы Дуденкова; 1991 йылдың 1 марты, Кемерово өлкәһе) — Рәсәй ауыр атлеты, Европа һәм Рәсәй чемпионаттары призёры, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Биографияһы
Татьяна Андреевна Алеева 1991 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Кедровка ауылында тыуған. Тренер Ирина Чирюкина балаларҙы секцияға йыйыу өсөн Дуденкова уҡыған класҡа килә. Бөтә класс тиерлек күнекмәләр башлай. Әммә бер айҙан секцияла тик Дуденкова ҡала. Ата-әсәһе уның күнекмәләренә ҡаршы була, сөнки бәләкәй һеңлеһе Аняны ҡарашырға кәрәк була. Татьяна һеңлеһен секцияға үҙе менән бергә алып йөрөй. Һуңыраҡ Таня ауыр атлетика буйынса спорт мастерына кандидат нормативын үтәй.
Тиҙҙән Дуденкова Кемерово ҡалаһы, ә һуңынан Кемерово өлкәһе чемпионы була. 2005 йылда ауыр атлетика буйынса Магнитогорск ҡалаһында үткән II Йәйге спартакиаданың көмөш призеры була. 2006 йылда Рәсәй беренселегенең икенсе призеры була һәм Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәй. 2007 йылда Рәсәй уҡыусыларының III Йәйге спартакиадаһы еңеүсеһе була һәм Ленинск-Кузнецкий ҡалаһында олимпия резервы училищеһына уҡырға инә. Училищела буласаҡ ире, ауыр атлет Евгений Алеев менән осраша. 2008 йылда уларҙың ҡыҙҙары тыуа.
2019 йылда Европа чемпионатында континенталь беренселектә Татьяна йәнә юғары ҡаҙанышын ҡабатлай һәм суммала 214 кг күрһәтеп, көмөш миҙал яулай. Этәреү күнегеүендә ул кесе көмөш миҙал яулай (120 кг).
2020 йылда, 2015 йылда допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙағы шик буйынса 5 йыл үткәс, ваҡытлыса ярыштарҙан ситләтелә[2].
Спорт һөҙөмтәләре
- Юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселеге (2009) —
; - Юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса рәсәй беренселеге (2010) —
; - Юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселеге (2011) —
; - Юниорҙар араһында ауыр атлетика буйынса Европа беренселегендә (2011) —
; - Ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты (2011) —
; - Баҡыла гран-при (2012) —
; - Ауыр атлетика буйынса Рәсәй кубогы (2014) —
; - Ауыр атлетика буйынса Рәсәй кубогы (2016) —
; - Ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты (2016) —
; - Ауыр атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты (2017) —
; - Ауыр атлетика буйынса Европа чемпионаты (2019) —
.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://iwf.sport/weightlifting_/athletes-bios/?athlete&id=7663
- ↑ Штангистка Алеева временно отстранена по подозрению в нарушении антидопинговых правил (3 август 2020). 29 сентябрь 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- ALEEVA Tatiana (ингл.). iwf.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2017. 2017 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.
- Талант, помноженный на трудолюбие. bmsi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2017.
- Алеева Татьяна. musclememory.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2017.