Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы
Биографияһы
Вәҡифә Ғилман ҡыҙы Хәйруллина 1947 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ы Балаҡатай районы Монас ауылында тыуған.
Монас башланғыс мәктәбендә, Яңыбай ауылы урта мәктәбендә уҡыған. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған[1].
1965 йылдан Үтәш һәм Әшәй мәктәптәрендә уҡыта[1].
1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[2].
1973 йылдан Өфө ҡалаһының 20‑се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 1974 йылдан СССР Фәндәр академияһы Урал бүлеге Башҡортостан фәнни үҙәгенең Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй, ә 1984 йылдан ошо уҡ ойошмала өлкән ғилми хеҙмәткәр була[2].
1983 йылда аспирантура тамамлай һәм СССР Фәндәр академиһының Иҡтисад институтында «Природные ресурсы и отраслевые структуры промышленности (на примере Башкирской АССР)» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].
1989 йылдан өҙөклөк менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыта: башта — өлкән уҡытыусы, 1995 йылдан — доцент[1].
1997—1998 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында директорҙың фән буйынса урынбаҫары вазифаһын үтәй.
2008—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының иҡтисадта математик ысулдар кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы була[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
|
Төп хеҙмәттәре
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Хайруллина Вакифа Гильмановна 2019 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған. // Белокатайский район: история и современность.
- ↑ 1 2 3 Башҡорт энциклопедияһы — Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
Һылтанмалар
- Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
- Хайруллина Вакифа Гильмановна 2019 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған. // Институт экономики, финансов и бизнеса Башкирского государственного университета.