Мәсәғүт педагогия колледжы
Мәсәғүт педагогия колледжы (рус. Месягутовский педагогический колледж) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында эшләгән һәм махсус урта белемле уҡытыусылар һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән педагогик уҡыу йорто[1].
Тулы атамаһы — «Мәсәғүт педагогия колледжы» һөнәри белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһы (рус. Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Месягутовский педагогический колледж; ҡыҫҡартылғаны — рус. ГБПОУ МПК). Колледжды ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән минстрлығы[2].
Колледж бинаһы (1907 йылда төҙөлгән) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы[1].
Тарихы
Мәсәғүт башҡорт педагогия техникумы
Бөгөнгө педколледждың тарихы 1929 йылдың 1 сентябрендә Мәсәғүт башҡорт педагогия техникумы (рус. Месягутовский башкирский педагогический техникум) асылыуҙан башлана[1][2]. Был уҡыу йорто ул саҡтағы Башҡорт АССР-ының ҡалаларҙан һәм тимер юлынан алыҫ ятҡан райондары (башлыса төньяҡ-көнсығыш төбәктең) ауылдарын башланғыс мәктәп уҡытыусылары менән тәьмин итергә тейеш була. Беренсе сығарылыш 1932 йылда була: техникумды 18 кеше тамамлай. Педтехникумда уҡыусыларҙың комсомол һәм профсоюз ойошмалары эшләй. Ауылда урынлашҡан был махсус урта уҡыу йорто Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла эшмәкәрлеген туҡтатмай[2].
Мәсәғүт уҡытыусылар институты
1949 йылда педтехникум базаһында Уҡытыусылар институты асыла. Уның физика-математика һәм рус теле һәм әҙәбиәте тип аталған ике бүлеге була. Институт 1951 йылда үҙенең тәүге сығарылыш 112 уҡытыусыны мәктәптәргә оҙата. Юғары уҡыу йорто эшләү дәүерендә 695 белгес әҙерләй. 1956 йылда уҡытыусылар институты педагогия училищеһы итеп үҙгәртелә[1][2].
Мәсәғүт педагогия училищеһы
Педучилище 1956 йылдан эшләй башлай, коллективта ун уҡытыусы була, 1969 йылда уларҙың һаны 30-ға етә. Башта училище бары тик башланғыс синыф уҡытыусыларын ғына әҙерләй. 1976 йылда мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре өсөн икенсе бүлек асыла. Төрлө йылдарҙа уҡыусыларҙың үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыу әүҙемлеге юғары кимәлдә була. Музыка уҡытыусылары Марина Кисаева етәкселегендәге халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле, Мәрйәм Солтанова һәм Василий Мальчиков етәкселек иткән хор коллективтары районда ғына түгел, республикала ла билдәлелек ала. Училищела төрлө ижади кисәләр, билдәле шәхестәр — яҙыусылар һәм шағирҙар, фән һәм мәҙәниәт әһелдәре, мәғариф һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, шулай уҡ спорт саралары даими үткәрелә. Педучилище тарихында уны ете директор етәкләй, шулар араһынан Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм халыҡ мәғарифы отличнигы Василий Нефедович Шестаков — иң оҙаҡ эшләгәне. Педагогтарҙан бигерәк тә Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусылары Марат Абдрафиҡ улы Нафиҡов һәм Сафура Шәмсетдин ҡыҙы Миһранова, шулай уҡ Нина Ивановна Еремеева (Стеблюк), Людмила Ивановна Шаповалова, Галина Михайловна Каримова уҡыусылар араһында ҙур хөрмәт ҡаҙана.
=== Мәсәғүт педагогия колледжы ===
1997 йылда педагогия училищеһы «колледж» статусын ала. Унан алда, 1996 йылда, уҡыу йортонда инглиз теле, ә 2002 йылда — филология, 2006 йылда — информатика бүлектәре асыла. 1999 йылдан педколледжда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының вәкиллеге эшләй.
2020 йылдар башына педагогия колледжы коллективында 63 уҡытыусы булған, шуларҙың өсөһө — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, бише — Рәсәйҙең почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, өсө — Рәсәйҙең, 12-һе — Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
Педколледждың китапханаһы, өс компьютер класы, өс дөйөм ятағы, спорт һәм тамаша залдары, уҡыу-производство участкаһы бар, уҡыу йортоноң тарихы музейы эшләй[3].
Уҡыу йортоноң танылған уҡытыусылары
- Миһранова Сафура Шәмсетдин ҡыҙы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы (18.04.1928—18.07.1996), педагог-методист. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1975), Башҡортостан Ремспубликаһының мәғариф отличнигы (1994). 1965—1985 йылдарҙа педагогика һәм методика уҡытыусыһы.
- Шестаков Василий Нефедович, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (10.04.1938), педагог, мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Рәсәйҙең (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Ишембай районының почётлы гражданы (2008). 1962—1972 йылдарҙа музыка уҡытыусыһы.
Уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған билдәле шәхестәр
- Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы (17.04.1971), ҡумыҙсы, музыкант-педагог. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004) — педучилищены 1990 йылда тамамлаусы.
- Искәндәрова Хәнифә Сиражи ҡыҙы (20.03.1928—4.09.2020), уҡытыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982).
- Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы (14.07.1923—23.12.2016), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация полковнигы (1967). Советтар Союзы Геройы (1946) — педтехникумды 1939 йылда тамамлаусы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2024)
- ↑ 1 2 3 4 Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение «Месягутовский педагогический колледж». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2024)
- ↑ ГБПОУ Месягутовский педагогический колледж Музей (рус.)
Һылтанмалар
- Ф. Д. Әхмәтханов. МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2024.
- Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение «Месягутовский педагогический колледж». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2024).
- ГБПОУ Месягутовский педагогический колледж Музей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2024)
- Внеклассное мероприятие «Страницы истории Месягутовского педагогического колледжа» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2024).