Искәндәрова Хәнифә Сиражи ҡыҙы

Искәндәрова Хәнифә Сиражи ҡыҙы (рус. Искандарова Ханифа Сиражевна; 1928 йылдың 20 марты, Яхъя, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2020 йылдың 4 сентябре, Арҡауыл, Башҡортостан Республикаhы) — өс тиҫтә ярым йылдан артыҡ Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенең (бөгөн (Айҙар Байыҡ) исемендәге мәктәп) биология уҡытыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), СССР-ҙың VIII (1970—1974)[2] һәм IX (1974—1979)[3] саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты. Салауат районының почётлы гражданы.

Биографияһы

Хәнифә Сиражи ҡыҙы Искәндәрова 1928 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантонының[1] (бөгөн Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Яхъя ауылында тыуған. 1949 йылда Өфө уҡытыусылар институтын, 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

  • 1942—1944 йылдар — тыуған колхозында иҫәпсе.
  • 1944—1949 йылдар — Мәсәғүт педагогия техникумы уҡыусыһы, Өфө уҡытыусылар институты студенты.
  • 1949—1955 йылдар — Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
  • 1955—1956 йылдар — Салауат районы Миәшәгәр урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
  • 1956—1961 йылдар — Салауат районы Торналы ете йыллыҡ һәм Малаяҙ урта мәктәптәре уҡытыусыһы.
  • 1962—1991 йылдар — Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенең биология уҡытыусыһы.
  • 1970—1979 йылдар — СССР-ҙың VIII һәм IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
  • Хәнифә Искәндәрова шулай уҡ 15 йыл дәүерендә Совет ҡатын-ҡыҙҙар комитетында ағза була.
  • Мәктәптә эшләү дәүерендә алдынғы уҡытыусы бай йыһазландарылған биология кабинеты ойоштора, йәш натуралистар түңәрәге алып бара, тәжрибә участкаһы менән етәкселек итә. 1967—1974 йылдарҙа үҫтереп алған уңыш өсөн мәктәп СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең миҙалдары менән бүләкләнә. Хәнифә Искәндәрованың тәжрибәһе республикала таратыуға тәҡдим ителә һәм артабан күп ерҙә киң ҡулланыла.
  • 1970—1979 йылдарҙа СССР-ҙың ике саҡырылыш Юғары Советы депутаты булғанда Хәнифә Сираж ҡыҙы һайлаусылар наказдарын тулыһынса үтәүгә күп көс һала. Үҙ һайлау округы буйынса ғына түгел, бөтөн республикала төрлө халыҡ хужалығы объекттары, шул иҫәптән мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар төҙөү, шулай уҡ күперҙәр һәм юлдар һалыу, уларҙы асфальтлау, ауылдарға һәм ҡасабаларға гәз үткәреү мәсьәләре нәҡ депутаттың булышлығы менән ыңғай хәл ителә.
  • Киләсәк быуынға белем биреүҙәге юғары ҡаҙаныштары, хеҙмәтендәге уңыштары һәм үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарағаны һәм, әлбиттә, район данын юғарыраҡ күтәреүгә шәхси өлөшө өсөн Хәнифә Искәндәроваға «Салауат районының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
  • Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Хәнифә Сиражи ҡыҙы ауылдың һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
  • Халыҡ уҡытыусыһының 85 йәшен яҡташтары, Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа байрам саралары үткәреп, 2013 йылда бик йылы билдәләне.

Хәнифә Сиражи ҡыҙы Искәндәрова 2020 йылдың 4 сентябрендә вафат булды[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968).
  • СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982).
  • РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
  • Ленин ордены (1968).
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1988).
  • Салауат районының почётлы гражданы.

Гәзит-журнал мәҡәләләре

  • Хажиев Р. Йүгерек Йүрүҙәнгә эйәреп… : Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сиражи ҡыҙы Искәндәроваға — 80 йәш / Ризван Хажиев // Башҡортостан. — 2008. — 20 март.

Хәтер

  • 2025 йылдың октябрендә Салауат районының Арҡауыл ауылында Хәнифә Искәндәровнаға бюст асылды[5].

Сығанаҡтар

Һылтанмалар