Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы

Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы — Өфө ҡалаһында урынлашҡан дөйөм белем биреү мәктәбе.

Мәктәп 1970 йылда Өфө ҡалаһында беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асыла. 1992 йылдың 1 июленән алып гимназия статусын ала. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 31 декабрендә ҡабул ителгән 404-се ҡарары буйынса гимназия күренекле педагог һәм дәүләт эшмәкәре Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемен йөрөтә.

Гимназияла уҡыған билдәле шәхестәр

  • Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы (12 июль 1957) — прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы.
  • Псәнчин Айбулат Вәли улы (12 февраль 1967) — география фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директор вазифаһын башҡарыусы.
  • Юлдашев Роберт Нәжип улы (9 июль 1971) — музыкант, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012), «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.

Һылтанмалар