Әүәләк

Әүәләк (рус. Аваляк)— Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Учалы һәм Белорет райондарында урынлашҡан . Иң бейек түбәләре — Абарашбаш (1292 м) һәм Оло Әүәләк (1205 м). Әүәләккә көнбатыштан Ирәмәл тауы тоташа.

Тауҙың көнсығыш битенән, диңгеҙ кимәленән 720 метр бейеклектә, Башҡортостандың төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы башлана[1].

Тау арҡаһы Әй йылғаһынан Оло Әүнәр йылғаһына тиклем һуҙыла. Тау битендә ҡарағай-ҡайын ағастары үҫә. Тау арҡаһы 40 км-ға һуҙылған.

Топонимика

Ҡайһы бер юрамалар буйынса Әүәләк һүҙе аулаҡ (кешеһеҙ) һүҙенән килеп сыҡҡан. Әммә бындай аңлатма башҡорт филологияһы кимәлендә ҡаршылыҡҡа осрай. Был һүҙ башҡорт исеменән килеп сыҡҡан тигән аңлатма ла бар[2].

Һылтанмалар