Баҡты
Бакты | |
---|---|
башҡ. Баҡты | |
![]() Баҡты һыртының көньяғы | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 32 км |
Киңлеге | 3—5 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 1078 м |
Урынлашыуы | |
54°29′56″ с. ш. 58°38′10″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекттары | Башҡортостан, Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
![]() |
Баҡты (рус. Бакты) — Көньяҡ Уралдағы һырт. Административ йәһәттән Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең Белорет һәм Ҡытау-Ивановск, Һатҡы райондарына ҡарай.
Урынлашыуы

Көнбайышта, Йүрүҙән үҙәне аръяғында, Баҡты Егәлге һырты менән йәнәш, төньяҡта ул Нөргөш һыртына күсә. Төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Ирәмәл массивтарына барып тоташа. Көньяҡ-көнбайышта ҙур булмаған Бәхет (рус. Бехта) һырты аша күсеп һырт Көмәрҙәккә барып сыға. Бәхет менән Баҡты һыртының араһында түбәнерәк урын — Шайтан ҡапҡаһы йәки Ҡапҡа булараҡ билдәле артылыш бар. Ҡасандыр бында Йүрүҙән ауылынан күтәрелеп, Белорет тар колеялы тимер юлы үткән.
Белорет районы һәм Силәбе өлкәһе буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 32 км (Башҡортостан биләмәһендә — яҡынса 14 км), киңлеге 3-5 км, бейеклеге 1078 м (Силәбе өлкәһе). Рельефы киртләсле, тигеҙһеҙ[1].
Уға яҡын Төлөк йылғаһы буйында урынлашҡан Төлөк ауылы, шунда һырттың төньяҡ өлөшө һәм Александровка ауылы башлана[2].
Тасуирламаһы
Һырттың көньяҡ өлөшөндә осло үркәстәр, ҡая сығынтылары, таш һибелмәләре бар. Көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, уйпаттар менән йырғыланған, көнсығышы — текә.
Һырттың тау тоҡомдары кварцитлы ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан, ордовик свитаһы ҡомташтарынан тора. Битләүҙәрендә Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Кесе Әүнәр, Ҡарағай (Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы) баш ала.
Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күренә: итәктәре 600 м бейеклеккә тиклем ҡуйы урманлы, урыны менән һаҙлыҡлы, юғарыраҡ — ярым яланғас һәм яланғас бүлкәттәр китә[3].
Күпләп мал көтөү таулы ландшафттың яланғасланыуына, урмандың үрге сиге түбәнәйеүгә, тупраҡ эрозияһына килтерә[1].
Исеменең килеп сығышы
Исеме башҡорт телендә — «күҙәтте», «ҡараны» мәғәнәһе бирә.
Билдәле урал тикшеренеүсе-топонимисы А. К. Матвеев башҡортса «бағыу» — «ҡарау», «күҙәтеү» һәм «бағыу» — «күрәҙәлек итеү» мәғәнәләре менән бәйләй. Шулай уҡ "Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге"ндә лә «баҡ» — «ҡара», «күҙәт» тигән аңлатма бирелә. Шулай итеп Баҡты — күҙәтеү һырты йәки тауы булып сыға[4][5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Тәрж. З.Б.Латипова. Баҡты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бакты: описание, легенды, фотографии, как добраться, карта//Наш Урал(недоступная ссылка)
- ↑ Хребет Бакты
- ↑ Русско-башкирский словарь-справочник горных объектов Республики Башкортостан (З. Б. Латыпова, З. А. Сиразитдинов, Хисамитдинова Ф. Г.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге — Уфа, 1980, — 30-сы бит
- ↑ По торпам Южного Урала. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. Глава "Южный Урал"
Һылтанмалар
- Тәрж. З.Б.Латипова. Баҡты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Южный Урал//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Хребет Бакты
- Бакты: описание, легенды, фотографии, как добраться, карта//Наш Урал(недоступная ссылка)
- По торпам Южного Урала. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. Глава "Южный Урал"
Сығанаҡтар
- Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.