Таш йылғалар

Таш йылғалар (ҡоромдар) (рус. курумы) — (боронғо төрки qorum «таш һибелмә, ҡая ватыҡтары, һарыҡташтар» тигәндән килеп сыҡҡан[1]) — был термин физик географияла, геологияла һәм геоморфологияла ҡулланыла; ике мәғәнәһе бар:

  1. урыны-урыны менән өс үлсәмле арауыҡта сикләнгән, тәбиғи юл менән барлыҡҡа килгән таш киҫәктәре тупланмаһы, ерҙең өҫкө ҡатламында бер бөтөнлөк булып, утрау рәүешле һибелеп ята;
  2. ер өҫтөндәге ҡатмарлы ҡоролошло күренеш, — курумлэнд, — бер-береһенә терәлеп торған осло һыныҡ ҡырлы таш киҫәктәренең төрлө ауышлыҡта урынлашҡан төркөмө, ул яйлап ҡына хәрәкәт итә ала. Үҙ микроклиматы, гидрологияһы, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бар.

Таш йылғалар байтаҡ осраған Белорет районы башҡорттары уны «әҫтәт» тип йөрөтә.

Рәсәй Федерацияһында ҡоромдарҙы өйрәнеү буйынса әйҙәүсе фәнни үҙәк — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты.

Атамаһы

Азияның күп кенә өлкәләрендә был термин киң ҡулланыла. Донъя географик әҙәбиәтендә һәм картографияла, Ҡараҡором (тау системаһы) атамаһында нығынған (төркисә «ҡара таш, ҡара ҡая»)[2].

undefined

Таш һибелмәләрҙе урыҫ телендә фәнни әйләнешкә «курумы» тип Рәсәй геологы Макеров Яков Антонович «Нагорные террасы Сибири и их происхождение» (1913) тигән монографияһында индергән[3]. Термин башҡа бер нисә телдә лә нығынған. Әммә Рәсәй фәнни әҙәбиәтендә башҡа терминдар ҙа осрай: «курум» — «каменистая осыпь», «каменная россыпь», «каменный шлейф», «обломочные накопления», «глыбовая россыпь», «курумовое поле», «каменная река», «каменные моря», «каменный глетчер», «движущийся поток щебня», «курумник», «развалы каменных глыб». Рәсәй тикшеренеүсеһе А. Ф. Глазовский Алтайҙа һәм Саянда «уронник» тигән атама булыуын яҙа[4].

Үҙенсәлектәре

Ҡоромдарҙың айырмалы үҙенсәлектәре: ғәҙәттә улар — ҙур таш киҫәктәре; статистик йәһәттән үлсәмдәре әлегә билдәләнмәгән, әммә ғәҙәттә бәләкәй арҡыры киҫелештә бер нисә сантиметрҙан алып 1—2 метрға тиклем етә. Улар яңы ярылған таш рәүешендә була һәм бер ҡасан да йомороланмаған; хәрәкәт иткәндә, бер-береһенә бәрелеүҙән һәм нигеҙ өҫтөнә ышҡылыуҙан бик аҙ ғына йоморолоҡ алыуҙары мөмкин. Таштар бер-береһе менән тоташып, бер нисә киҫәктән алып тиҫтәләгән меңгә тиклем һәм унан да күберәк төркөмдәр барлыҡҡа килтерә. Ҡором нигеҙ өҫтөнә проекцияла (рус.)баш. бер нисә квадрат метрҙан алып ғәйәт ҙур «яландарға» йәки «таш диңгеҙҙәргә» тикле майҙанды биләргә мөмкин[5]. Ер шарының айырым төбәктәрендә ҡоромдар бөтә тирә-яҡты таш ҡатламы менән ҡаплай, үҙенсәлекле, бер нәмәгә лә оҡшамаған «көндөҙгө өҫлөк» барлыҡҡа килтерә.

undefined

Ҡоромдарҙы ваҡ таш (щебень) һәм ҡырсын (дресва) һибелмәләренән айыра белергә кәрәк[6], сөнки һуңғылары ваҡ ватыҡ материалдан тора.

Ҡоромдар ҡаты тау тоҡомдары ер өҫтөнә сыҡҡан урындарҙа ярала. Йышыраҡ был — бөтә континенттарҙың таулы райондары йәки платолары. Ҡоромдар ғәҙәттә төрлө эзбизташтар, кристаллик сланецтар, граниттар, гнейстар, базальттар, долериттар, ҡомташтар, кварциттар, амфиболиттар, диабаздар, порфириттар, витрокластик туфтар емерелгәндә барлыҡҡа килә.

Сығышы

Ҡоромдарҙың генезисына (рус.)баш. тәүгеләрҙән булып Рәсәй географы Н. М. Пржевальский иғтибар итә; ул, ҡоромдар ҡая тау тоҡомдарының емерелеүе һөҙөмтәһендә, һауаның көндөҙгө һәм төнгө температура амплитудаһы ҙур урындарҙа тигеҙ булмаған йылыныу һәм һыуыныу арҡаһында барлыҡҡа килә, тип иҫәпләй. Яҙ һәм көҙ айҙарында был күренештең көслөрәк икәнлегенң сәбәптәре лә шундай уҡ. Йылынған ҡаяларҙың һалҡын ямғыр аҫтында ҡалыуы ла тау тоҡомдарының ярылыуына килтереүе ихтимал.

Ҡоромдарҙың бер нисә тәбиғи барлыҡҡа килеү зонаһы бар, уларҙың барыһы ла ҡырыҫ климатлы: Арктика, Антарктика һәм уларға яҡын поляр һәм субполяр өлкәләр, тауҙарҙың субниваль һәм ниваль йәки «һалҡын» бүлкәттәре, ҡышҡы антициклон зоналары. Мәҫәлән, ҡышҡы Себер антициклоны зонаһында, ғәҙәттә, көҙ уртаһынан ҡыш буйына һәм яҙҙың бер өлөшөндә ҡояшлы һауа торошо тора, был осорҙа Төньяҡ ярымшарҙа ер өҫтөндәге иң түбән һауа температураһы күҙәтелә. Был — ҡоромдарҙың киң таралған өлкәһе: тау тоҡомдарына һыуыҡ ныҡ тәьҫир итә.

undefined

Ҡоромдарҙың Ер шары буйлап таралыуы бер ҙә тигеҙ түгел. Уларҙың ер өҫтөндә өҫтөнлөклө булып ятҡан өлкәләр бар, ҡайһы бер урындарҙа улар рельефтағы «тапмалар» ғына, ҡайҙалыр ҡоромдар бөтөнләй осрамай, һәм былар хәҙерге геоморфология (рус.)баш. өсөн сер булып ҡала килә. Ҡоромдарҙың барлыҡҡа килеүе, тимәк, уларҙың таралыу географияһы ла күп төрлө факторҙар эҙемтәһе: литология, климат, битләүҙәрҙең экспозицияһы, урындарҙың абсолют бейеклеге һәм башҡалар. Мәҫәлән, Тянь-Шань һәм Гиссаро-Алайҙа ҡоромдар әллә ни күп түгел; Витим йылғаһы бассейнында иһә улар бик ҙур майҙанды биләй.

Ҡоромдарҙың генезисы — фәнни бәхәстәр предметы, һәм тикшеренеүселәрҙең фекерҙәре төрлөсә. Хәҙерге мәғлүмәттәр нигеҙендә ҡоромдарҙы, дөйөм алғанда, өс төркөмгә бүлергә була:

  • рельефта үткән дәүерҙәрҙән ҡалған реликт ҡоромдар;
  • һуңғы континенталь боҙланыуҙар дәүерендә барлыҡҡа килгән «йәш» ҡоромдар;
  • хәҙерге ваҡытта барлыҡҡа килгән ҡоромдар.

Айырымланған йә киҫәкләнгән таштарҙың барлыҡҡа килеүе өсөн башланғыс материал булып башта бүленмәгән «инә» тау тоҡомдары хеҙмәт итә. Ҡоромдар барлыҡҡа килгән урынды ҡайһы берҙә «ҡоромдың туҡланыу өлкәһе» тип атайҙар. Ваҡыт үтеү менән ҡором үҫә бара, уның ҙурлығы арта, ятҡан урыны буйлап хәрәкәт итә һәм тағы ла күберәк һәм күберәк майҙанды биләй бара. Ябыҡ эре таш киҫәксәләренең хәрәкәтсән массаһының алғы сиге «ҡором фронты», уның ҡабырғалары «флангалар», ә ҡором барлыҡҡа килгән һәм үҙенең хәрәкәтен башлаған өлкә — «ҡором тылы» тип атала. Тауҙарҙың яҫы түбәһендә, ғәҙәттә, ҡоромдар булмаһа ла, уларҙың битләүҙәре йыш ҡына ҙур таш ҡалдыҡтары менән ҡаплана.

Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, элегерәк йомшаҡ ҡатламдарға йәшеренеп ҡалған ҡоромдар ваҡыт үтеү менән төрлө сәбәптәр арҡаһында өҫкә сығырға мөмкин.

Ҡоромдар төрлө сығанаҡлы мореналарға (рус.)баш., сел ағымдарына, битләүҙәрҙән ҡойолоуҙарға таш материал бирә, йылғаларҙа һәм шишмәләрҙә һикәлтәләр барлыҡҡа килтерергә йә уларҙың үҙәндәрен ҡапларға һәм быуырға мөмкин. Төрлө ҡоролмалар төҙөгәндә яҡын-тирәлә ҡоромдар барлығын, уларҙың хәрәкәтләнә алыуын мотлаҡ иҫтә тоторға кәрәк. Шуға ла ҡоромдарҙы һәм уларҙың үҙенсәлектәрен инженер геологияһы һәм геоморфология өйрәнә.

undefined

Дөйөм алғанда, ҡоромдарҙың барлыҡҡа килеү процесы һәм уларҙың таш массаларының битләүҙәр буйлап түбәнгә хәрәкәте рельефты тигеҙләүгә һәм тауҙың абсолют бейеклеген кәметеүгә килтерә. Ҡоромдар — «инә» тау тоҡомдарының һәм тау массаларының емерелеп ваҡталыу һөҙөмтәһе һәм түбән урындарҙы таш киҫәктәре менән тултыра.

Ҡоромдарҙы ҡайһы саҡ төрлө сығышлы морендар, туҡтаған селдәр һәм таш ваҡлыҡтарынан торған башҡа ҡатламдар менән бутайҙар. Ҡоромдарҙың тау битләүҙәрендә оҙон таҫмалар барлыҡҡа килтереүе мөмкин, әгәр бындай «ағым»дың киңлеге уның оҙонлоғонан кәмерәк булһа, уны «таш йылға» тип атайҙар. Ҡатламдың тәрәнлеге йәки ҡалынлығы төрлө, әммә бик ҙур түгел. Таш, дресва һәм башҡа ваҡ-төйәк емереклектәр, ғәҙәттә, һыу менән битләү буйлап түбәнгә ағып төшә, таш араларындағы бушлыҡтарҙы аса. Бәләкәй хайуандар өсөн ҡоромдар эре йыртҡыстарҙан һаҡланыу урыны булып хеҙмәт итә. Ҙур хайуандарға, аттарға һәм кешегә ҡором өҫтөндә хәрәкәт итеү бик ауыр, күп осраҡта хатта мөмкин дә түгел.

Күҙәтеүҙәр һәм тәжрибәләр күрһәтеүенсә, күп кенә ҡоромдар, ғәҙәттә, тау битләүҙәре буйлап түбәнгә табан хәрәкәт итә. Ҡайһы берҙә был хәрәкәт әкрен, ҡайһы саҡ, мәҫәлән, ер тетрәү ваҡытындағы кеүек, һәләкәтле тиҙ була. Көнсығыш Себерҙең төньяҡ тауҙарында ҡоромдарҙың ҡышҡы көндәрҙә ҡот осҡос гөрһөлдәү менән шыуышыу осраҡтары күҙәтелгән. Хәрәкәт һөҙөмтәһендә ҡоромдар тупраҡ япмаһын ҡырҡып, үҫемлектәрҙе юҡ итә, хайуандарҙың йәшәү шарттарын, гидрологик режимды һәм ер өҫтө ҡатламындағы атмосфера процестарын үҙгәртә ала.

Хәрәкәтһеҙ ҡоромды «үлгән» йә «йоҡлаған» тип атайҙар. Уларҙың төрлө үҫемлек менән ҡапланыуы мөмкин һәм унда төрлө ваҡ хайуандар көн итә, сөнки уларға өн яһау өсөн соҡорҙар һәм һыйыныу урындары, шулай уҡ тәбиғи һаҡланыу юлдары һайлау мөмкинлеге бар.

undefined

Ҡором үҙ микроклиматына (рус.)баш. эйә, был уның морфометрияһы, урыны һәм ундағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы менән билдәләнә. Рәсәй геоморфологы Ю. Г. Симонов мәғлүмәттәре буйынса, Көнсығыш Себерҙә тәүлек температураһының ҡоромдың «тәненә» үтеп инеү тәрәнлеге уртаса 0,4 м тәшкил итә.

Ҡайһы берҙә ҡоромдар үҙҙәрен тулыһынса йәшергән мүк һәм башҡа үҫемлектәр менән ҡаплана. Архитектоникаһы арҡаһында улар бар үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәргә эйә: мәҫәлән, ҡоромдың «тәнендә» йыл әйләнәһенә боҙ һәм ҡар менән боҙ араһындағы матдә — фирн (рус.)баш. һаҡланып ҡалырға мөмкин; билдәле булыуынса, «ҡалын» ҡоромдың эсенә ҡояш нурҙары үтеп инмәй, ул эстән йылы ел менән һуғарылмай һәм һыуыҡ аккумуляторы булып тора. Ҡоромдар тау тоҡомдарын баҫып ҡаплап ятҡанлыҡтан, улар аҫтындағы үҙгәрешһеҙ климатта күп йыллыҡ туңлыҡ өлөштәре барлыҡҡа килә. Ҡар һәм фирндың иреүе арҡаһында ҡоромдың «тәнендә» ваҡытлыса, ә ҡайһы берҙә даими булған ағым барлыҡҡа килеүе мөмкин, ул, тәүлектең һәм йылдың ваҡытына ҡарап, үҙенең күләмен үҙгәртә, был ағым ер өҫтөнән күренмәй, әммә һыу тауышы асыҡ ишетелә. Бындай ағымдар тау битләүҙәрендә бергә ҡушылып, өҫкә сыға һәм бәләкәй йылғасыҡтар ғына түгел, хатта үҙ үҙәндәрен булдырған йылғалар барлыҡҡа килтерә ала. Айырым төбәктәрҙә ҡоромдар шулай уҡ һауалағы дымды үҙ «тәнендә» туплау үҙенсәлегенә эйә һәм, сәйәхәтселәрҙең ғәжәпләнеп күҙәтеүҙәренә ҡарағанда, хатта тау түбәһе янында ла һыу йыйылып ятҡан урындарҙы һәм ер аҫтынан сығып ятҡҡан шишмәләрҙе табырға мөмкин. Гидрогеология хәҙерге ваҡытҡа тиклем, «ҡором» һыуҙарын да ҡушып, һыу балансын (рус.)баш. нигеҙле иҫәпләй алмай. Рәсәй гидрогеологы Н. А. Вельмина мәғлүмәттәре буйынса, Бүрәт Республикаһында һәм Чита өлкәһендә ер аҫты һыуҙарының 20 проценты атмосфералағы дымдың ҡоромдарҙа конденсацияһы иҫәбенә барлыҡҡа килә[7]. Был үҙенсәлекте бик боронғо замандарҙан уҡ Азия цивилизациялары ҡулланған. Мәҫәлән, айырым урындарҙа, ағастар тирәләй тау тоҡомдары киҫәктәренән япма яһап, үҫемлекте кәрәкле дым менән тулыһынса ҡәнәғәтләндереп була һәм уға һыу һибеүҙең кәрәге ҡалмай! Был агротехник алымды Ҡырымда йәшәүселәр киң ҡулланған. Шулай уҡ сүлле өлкәләрҙә яһалма шишмә булдырыу ысулы ла бар, атап әйткәндә: ташлы йә балсыҡлы ауыш урында оҙон соҡор яһала һәм уның бөтә дауамына таштан пирамидалар төҙөлә; атмосфералағы дым таш өҫтөндә газ хәленән шыйыҡҡа күсә, түбәнгә һарҡып төшә лә ысын сөсө һыу шишмәһен барлыҡҡа килтерә.

undefined

Ҡоромдарҙы, хәҙер ҡабул ителгән атамаһын ҡулланмаһалар ҙа, бөтә дәүерҙәрҙең һәм халыҡтарҙың күп кенә географтары һәм сәйәхәтселәре тасуир итә. Көнсығыш Саян тауҙарындағы Мунку-Сардык тау массивы битләүендәге ҡоромдарҙы беренсе булып Рәсәй геологы һәм географы С. П. Перетолчин үҙенең «Ледники хребта Мунку-Сардык» тигән монографияһында бирелгән картаһында айырым тамға менән билдәләй[8]. XX быуаттан башлап Рәсәй топографик карталарында һәм башҡа инженер-геологик документацияларында ҡоромдарҙы күрһәтеү өсөн махсус шартлы билдә ҡулланыла[9].

«Вечный зов» фильмында таш йылғалар

Совет осороноң иң популяр күп сериялы фильмдарының береһе «Вечный зов»тың тәбиғәт күренештәре Башҡортостанда төшөрөлгән. Улар араһында Белорет тауҙарының таш йылғалары ла бар. Уларҙың береһе Белорет районының Отнурок ауылынан йыраҡ түгел тау буйында төшөрөлгән[10][11].

Киң таралған төбәктәр

Иҫкәрмәләр

  1. Древнетюркский словарь. — Л.: Наука, 1969. — С. 460.
  2. Иван Кольцов. Русская Атлантида. К истории древних цивилизаций и народов. — Litres, 2017-01-12. — 389 с. — ISBN 9785457482593.
  3. Макеров Я. А. Нагорные террасы Сибири и их происхождение // Известия Геологического комитета. — 1913. — Том 32. — № 8.
  4. Глазовский А. Ф. Курумы. Проблемы изученности и задачи исследований. Рукопись. Депонирована в РИНИТИ 08.06.1978 г. № 1844-78 Деп.
  5. Барков А. С. Словарь-справочник по физической географии. — Москва: Учпедгиз, 1948. — 304 с.
  6. Пармузин Ю. П. Средняя Сибирь. Очерк природы — Москва: Мысль, 1964. — Географическая серия — Иллюстрации. Карты. 312 с. — тираж 3 000 — С. 81
  7. Вельмина Н. А., Узембло В. В. Гидрогеология центральной части Южной Якутии. — М.: Изд-во АН СССР, 1959.
  8. Перетолчин С. П. Ледники хребта Мунку-Сардык. — [Томск]: Известия Томского технологического института. 1908. Том 9
  9. ГОСТ 21.302-96. «Система проектной документации для строительства. Условные графические обозначения в документации по инженерно-геологическим изысканиям». — Табл. 7
  10. Каменные реки Урала и Сибири: как они появились. сайт Дзен (12 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)
  11. Павел Распопов. Гора Малиновая – один из символов Белорецка и место съёмок «Вечного зова». сайт проекта «Ураловед» (17 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Будилин Ю. С. О причинах перемещения крупнообломочного материала по склонам // Труды Центрального научно-исследовательского геолого-разведочного института. 1963. Выпуск 56.
  • Воскресенский С. С. Динамическая геоморфология. Формирование склонов. — Москва: Издательство МГУ, 1971.
  • Гончаров А. В. Курумология. — Мiнск: Выдавецтва, 2010. — 80 с.
  • Калинин Э. В. Основные типы гравитационных явлений на склонах // Инженерно-геологическое изучение обвалов и других гравитационных явлений на горных склонах. — Москва: Издательство МГУ, 1969.
  • Романовский Н. Н. Курумовые гольцовые пояса гор. Новосибирск: Наука, 1989—147 с.
  • Тюрин А. И. Генетическая классификация курумов // Вестник Московского государственного университета. Серия геологическая. 1979. № 3.

Категориялар