Ғафаров Фидан Сафа улы
Ғафаров Фидан Сафа улы (12 октябрь 1947 йыл, Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылы — 27 апрель 2025 йыл, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2025), Халыҡтар дуҫлығы (2022) һәм Салауат Юлаев (2017) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
Биографияһы
Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
Репертуары
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлаз. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Башҡарған төп ролдәре: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актёр башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.
2020 йылдың мартында башҡорт театр сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актёр һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1][2].
Актёр һәм йырсы 2025 йылдың 27 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була[3] һәм тыуған ауылында ерләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2025, үлгәндән һуң)[4]
- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2022)
- Салауат Юлаев ордены (2017)[5]
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984)
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
Ғаиләһе
Ҡатыны Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы 2022 йылдың 24 авгусында вафат була. Ике улы: Айбулат — музыкант (2009 йылда вафат), кесе улы Азамат — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Ҡыҙы Сәмира никахтан тыш тыуған.[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт сәхнәһе йондоҙо Фидан Ғафаров – Өфө ҡалаһының почетлы гражданы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 26 март (Тикшерелеү көнө: 28 март 2020)
- ↑ Фидану Гафарову торжественно вручили звание почетного гражданина города Уфы. ИА «Башинформ», 23 июня 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2020)
- ↑ Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров арабыҙҙан китеп барҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 27 апрель 2025 йыл, 15:56 (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2025)
- ↑ 1 2 В Уфе простились с народным артистом Фиданом Гафаровым. ИА «Башинформ», 29 апреля 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 апрель 2025)
- ↑ Өфөлә легендар артистар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 26 декабрь (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)
- ↑ [http://web.archive.org/web/20220219042825/https://www.bashinform.ru/news/culture/2021-10-01/v-ufe-legenda-bashkirskoy-stseny-fidan-gafarov-priglashaet-na-svoi-kontserty-2538235 Архивная копия от 19 февраль 2022 на Wayback Machine Фидан Гафаров приглашает на свои концерты]
Һылтанмалар
- Ғафаров Фидан Сафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 август 2022)