Ғафаров Азамат Фидан улы

Азамат Фидан улы Ғафаров (рус. Азамат Фиданович Гафаров; 1974 йылдың 19 июне, Өфө) — Рәсәй театр һәм кино артисы, йырсы. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры, 1996 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).

Биографияһы

1974 йылдың 19 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған[2].

Өфөләге 35-се мәктәпте, 1996 йылда хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын Фәрдүнә Ҡасимова класы буйынса тамамлаған[2].

1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры[2], 1996 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры[3][4].

2019 йылдың 21 июнендә, артистың 45 йәшен билдәләгәндә, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәхнә оҫтаһын ҡотлап,

« «Азамат Ғафаров – Ғафаровтар династияһын лайыҡлы дауам итеүсе, атаһының һәйбәт коллегаһы һәм изгелексән улы. Азамат Ғафаров уйнаған ролдәр ғүмерлеккә күңелдә һәм хәтерҙә һаҡлана, улар тәрән тойғо һәм хис ҡалдыра. Тамашасы шулай уҡ Азамат Фидан улының тауышына ғашиҡ, ул башҡарған йырҙар эскерһеҙ һәм көслө. Тантаналы осрашыуҙар йышыраҡ булһын, яңы ролдәрегеҙ артып торһон»[5] »

тигән теләктәрен еткерҙе.

Ижад кисәһендә Азамат Ғафаров, «Башмағым», Салауат Әбүзәрҙең "Хыялый"ынан (режиссёры А. Йәнбәков), Илшат Йомағоловтың «Нәркәс» (режиссёры — И. Ғиләжев), А. Ишбулдинаның «Баллы, тирәкле Балтирәк» (режиссёры А. Әмиров), «Өс егет» спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтеп, ҡыуандырҙы[5].

2024 йылдың 25 һәм 26 октябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Венер Исхаҡовтың «Йырланмаған йырым…» повесы буйынса премьера тәҡдим итте. Постановка Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров өсөн бенефис булды, ул үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Спектакль башланыр алдынан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова юбилярға Башҡортостан Республикаһының «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы[6].

Ижади эшмәкәрлеге

Репертуары

  • Сергей Сергеич Паратов «Бирнәһеҙ ҡыҙ» — Александр Островский.
  • Сәлим «Хыялый» — Салауат Әбүзәров.
  • Тимерхан «Нәркәс» — Илшат Йомағолов.
  • Шер-Хан «Маугли» Р. Киплинг — Айрат Әбүшахманов, И. Ҡаҙаҡбаев.
  • Ҡаһым-түрә «Ҡаһым-түрә» — Баязит Бикбай.
  • Хәбир «Һөйөү гөнаһмы?» — Туфан Миңнуллин.
  • Аҙнағол «Мөхәббәт һәм нәфрәт» — Зәйнәб Биишева.
  • Илшат «Атыңды биреп тор!» — Рәлиф Кинйәбаев.
  • Ричард Галин «Айгөл иле» — Мостай Кәрим.
  • Миловзоров «Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр» — Александр Островский.
  • Ильяс «Гүзәлем Әсәл» — Сыңғыҙ Айытматов.
  • Шәмғүн «Йософ һәм Зөләйха»
  • Алик «Баллы, тирәкле Балтирәк» — А. Ишбулдина.
  • Жамуха «Сыңғыҙ хандың аҡ болото»
  • Рим Карамович «Бомба»
  • Хәбир «Һөйәркә»
  • Хажғәле «Тағы мөхәббәт тураһында»

Шулай уҡ «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Тылсымлы күлдең сере», «Бесән өҫөндәге эт», «Нәркәс», «Атилла», «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем», «Салауат», «Өсәү мажаралары» тип аталған театраль эштәре бар[4].

Фильмографияһы

  • 2003 «Алйырҙан көнө» (День хомячка) реж. В. Мөхәммәтйәнов (Русское Счастье Энтертеймент, Башҡортстан киностудияһы, Муха студияһы) — Төнгө клуб менеджеры[3]
  • 2007 «Рәхмәт», режиссёры. Ә. Райбаев[7].

Ғаиләһе

  • Атаһы — Фидан Ғафаров.
  • Әсәһе — Фәриҙә Ғафарова.
  • Тәүге ҡатыны — Алһыу Ғәлина. Нәргизә һәм Нурлана исемле ике ҡыҙы бар.
  • Икенсе ҡатыны — Алина Ғафарова[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

• Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014)
; • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004)
; • Башҡортостан Республикаһының «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (2024).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ғафаров Азамат Фидан улы (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2024)
  3. 1 2 Сайт «Кино — театр». Главная / Российские актеры театра / Г / Азамат Гафаров / биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2024)
  4. 1 2 Башкирский государственный академический театр драмы им. М.Гафури. Официальный сайт. Главная > Труппа > Гафаров Азамат Фиданович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2024)
  5. 1 2 Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана». Народный артист Башкортостана Азамат Гафаров отметил свой 45-летний юбилей (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2024)
  6. В Уфе Азамат Гафаров в день своего бенефиса был награжден медалью. ИА «Башинформ», 26 октября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2024)
  7. Сайт Афиша.ру. Фильм «Рахмат» Россия, 2007 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2024)
  8. Азамат Ғафаров: "Мин икенсегә өйләндем". shonkar.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2026.

Һылтанмалар