Абушахманов Айрат Әхтәм улы

Айрат Әхтәм улы Абушахманов (рус. Абушахманов, Айрат Ахтямович1974 йылдың 20 авгусы, Өфө) — Рәсәй театр артисы, режиссёр. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссёры (2019 йылдан). «Алтын битлек» премияһы номинанты (2008, 2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012). Театр эшмәкәрҙәре союзы (2006), Рәсәйҙең театр режиссёрҙары гильдияһы (2010) ағзаһы. «Туғанлыҡ» Халыҡ‑ара төрки телле театрҙар фестивале лауреаты (2006, 2012). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт (2020), Д. Сиразиев исемендәге театраль (2009) премиялар лауреаты.

Биографияһы

1974 йылдың 20 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.

1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы курсы буйынса тамамлай.

1995 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры.

2003 йылда Мәскәүҙәге "Яңы драма театры"нда режиссёр ярҙамсыһы булып эшләй һәм Халыҡ‑ара славяндар институтында уҡыта. 2003 йылда Рәсәй театр сәнғәте институтының (В. В. Долгачёв һәм П. О. Хомский курсы) тамамлай.

2004 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссёры, 2005—2012 йылдарҙа һәм 2019 йылдан — баш режиссёр. Бер үк ваҡытта 2010 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтын уҡытыусы булып эшләй.

2025 йылдың 20 августында Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].

Ижады

Уйнаған спектаклдәре

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры
  • «Кәкүк ояһы» постеры
  • «Rudi — never off» постеры
  • Шамаҡай Фесте «Ун икенсе төн» — Уильям Шекспир.
  • Ул «Попугай Жако» — Виктор Славкин
  • Котов «Яралы язмыштар» — Нәжиб Асанбаев
  • Ул «Аңлашылмаусанлыҡ» — А. Камю
  • Ваһап «Ҡарлуғас» — Баязит Бикбай
  • Ғашиҡ «Законлы никах менән!» — Әнғәм Атнабаев

Ҡуйған спектаклдәре

Яңы драма театры (Мәскәү)
  • «Еңеү һөнәрселәре» (Профессионалы победы) А. Гельман
  • «Шаяндар» (Шутники) А. Островский
  • «Бала табырға ваҡыт» (Время рожать) В. Ерофеев
  • «Сәйәхәтсе Синдбад» (Синдбад Мореход) Шульжик
  • «Карнавалдың һуңғы кисәләренең береһе» (Один из последних вечеров карнавала) К. Гольдони.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры
  • «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» Мостай Кәрим
  • «Өҙөлгән өмөттәр» Әнғәм Атнабаев
  • «Кызыл йолдыз» Мәжит Ғафури
  • «Ҡоҙаса» Баязит Бикбай
  • "Яратыу гөнаһмы? Туфан Миңнуллин
  • «Кәкүк ояһы» Кен Кизи
  • «Ҡар батшабикә» Ганс Христиан Андерсен
  • «Йырҙарҙа — йылдар тауышы» (ретро-фантазия)
  • «Мулла» Туфан Миңнуллин
  • «Шәүрәкәй» Мөхәмәтша Буранғолов
  • «Серле суйын» (Оҫта һәм өйрәнсек) Зәйнәб Биишева
  • «Ғаиләм» Тәнзилә Дәүләтбирҙина
  • «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» Нәжиб Асанбаев
  • «Алтын асҡыс-Remake» (Буратино) Алексей Толстой
  • «Маугли» Р. Киплинг
  • «Ҡыҙыҡ был тормош» Василий Шукшин
  • «Юл ҡағиҙәләре-беҙҙең дуҫтар» (балалар өсөн)
  • «Ай тотолған төндә» Мостай Кәрим
  • «Бәхет хаҡы» Хәлисә Мөҙәрисова
  • «Rudi — never off…» Әхтәм Әбүшахманов
Камал театры
  • «Әрем еҫе» Илгиз Зәйниев
Нур театры
  • «Мәҙәк осраҡ» К. Гольдони
Туймазы театры
  • «Рядовойҙар» А. Гельман
Стәрлетамаҡ драма театры
  • «Ике хат» Мостай Кәрим
Салауат драма театры

«Ете ҡыҙ» Нәжиб Асанбаев

М. Сеспель театры (Чебоксар)
  • «Кураж ана һәм балалары» Бертольд Брехт

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Театр яҙы» республика фестивале дипломы (Өфө, 2003);
  • «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале призы (Ҡазан, 2005);
  • «Туғанлыҡ» төрки театрҙар фестивале Гран-прийы (Өфө, 2006);
  • «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале дипломы (Ҡазан, 2009);
  • VII «Арлекин» милли театр фестивале лауреаты (Санкт-Петербург, 2010);
  • Дамир Сиражиев премияһы лауреаты (2009);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012);
  • Мәмбәтов (Әзербайжан) миҙалы (2022)[2];
  • Ҡырғыҙстан Республикаһы Театр сәнғәте эшмәкәрҙәре берлегенең Йәмәғәт акаедмияһы академигы (2022)[2];
  • «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2025);
  • «Алтын битлек» премияһы («Иң яҡшы режиссёр эше» номинацияһы, 2008) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында ҡуйылған «Кәкүк ояһы» (Пролетая над гнездом кукушки) спектакле өсөн;
  • «Алтын битлек» премияһы («Иң яҡшы режиссёр эше» номинацияһы, 2016) — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөзҙәр» әҫәре буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында ҡуйылған спектакле өсөн.

Ғаиләһе

Атаһы — Әхтәм — Рәсәй театр һәм кино актёры, театр режиссёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983). Ҡустыһы Ринат — Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010)[3][4].

Һылтанмалар

  1. Флорид Фарахов. Башкирский режиссер Айрат Абушахманов удостоился медали из рук Путина в свой день рождения. Пруфы (21 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2025.
  2. 1 2 Айрат Абушахманов провозглашен академиком Общественной Академии театрального искусства Кыргызстана
  3. Ринат Абушахманов. bashopera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
  4. Ринат Абушахманов. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.