Нечаев Евгений Павлович
Нечаев Евгений Павлович (6 март 1915 йыл, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Миәҙек ауылы — 28 февраль 1999 йыл, Псков ҡалаһы) — хәрби хеҙмәткәр, журналист, яҙыусы-прозаик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ауыр артиллерия полкының батарея, артабан дивизион командиры, гвардия подполковнигы. 1954 йылдан «Псковская правда» гәзите, 1966—1970 йылдарҙа Псков өлкәһе Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре. «Под горой Метелихой» (1962) романында Башҡортостан ауылдарының береһендә йәшәгән өс быуындың яҙмышын һүрәтләүсе. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Александр Невский (1945), 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Псков ҡалаһының почётлы гражданы (1996).
Биографияһы
Евгений Павлович Нечаев 1915 йылдың 6 мартында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Миәҙек ауылында[2] сиркәү хеҙмәткәре ғаиләһендә[3] тыуған.
Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, педагогия техникумына уҡығандан һуң 1933 йылдан алып Башҡорт АССР-ының Борай районы Яңы Киҙгән, 1935—1936 йылдарҙа — Мари АССР-ы мәктәптәрендә эшләй[2].
Педагогик эшмәкәрлек уның һөнәре булмауын аңлап, 1936 йылда 2-се Ленинград Ҡыҙыл Байраҡлы артиллерия училищеһына уҡырға инә, уны 1940 йылда тамамлай[3]. Артабанғы хәрби хеҙмәтен дауам итеү өсөн Брест ҡәлғәһендә урынлашҡан 25-се ауыр артиллерия полкына ут взводы командиры итеп ебәрелә[4]. 1940 йылда полк Кавказ аръяғына күсерелә, Евгений Нечаев нәҡ шунда Бөйөк Ватан һуғышын ҡаршылай[3].
Ауыр артиллерия полкы составында батарея, һуңынан дивизион командиры булараҡ Севастополдән Берлинға саҡлы яу юлын үтә. Ике тапҡыр яралана, ҡаты контузия ала. Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Александр Невский, Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ун миҙал менән бүләкләнә. Гвардия подполковнигы дәрәжәһендә 1954 йылда армиянан демобилизациялана һәм бөтә ғүмерен Псков өлкәһе менән бәйләй. Радиола һәм 10 йылдан ашыу «Псковская правда» гәзите редакцияһында эшләй[2]. Талантын әҙәбиәткә бағышлай. Ул — романдар, повестар һәм хикәйәләр авторы. Әҫәрҙәре «Новый мир», «Наш современник» һәм «Русская провинция» журналдарында баҫыла, айырым китап булып баҫылып сыға. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы[4].
1996 йылдың 11 июлендә Е. П. Нечаевҡа «Псков ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].
Хәрби хеҙмәт һәм һуғыш ветераны, журналист һәм яҙыусы 1999 йылдың 28 февралендә Псковта вафат була[2]. Орлецов зыяратында ерләнә[3].
Китаптары
• О тех, кто защищал Родину (1958)
• Под горой Метелихой (1962)
• На земле опалённой (1972)
• Батарейцы (1977)
• Люди нашего города
• Рядовой третьей сотни
• Огнем и колесами
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)
• Александр Невский ордены (1945)
• 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
• 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)
• Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
• Псков ҡалаһының почётлы гражданы (1996)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы.
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. НЕЧАЕВ Евгений Павлович (Тикшерелеү көнө: 26 май 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 Муниципальное образование «Город Псков». Официальный сайт. Почетные граждане. Нечаев Евгений Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 май 2025)
- ↑ 1 2 Муниципальное автономное учреждение культуры «Централизованная библиотечная система» города Пскова. Нечаев Евгений Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 май 2025)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. НЕЧАЕВ Евгений Павлович. Дата публикации: 10.10.2019; Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019 (Тикшерелеү көнө: 26 май 2025)
• Муниципальное образование «Город Псков». Официальный сайт. Почетные граждане. Нечаев Евгений Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 май 2025)
• Муниципальное автономное учреждение культуры «Централизованная библиотечная система» города Пскова. Нечаев Евгений Павлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 май 2025)