Билдәле йөрөтөүселәре
- Нечаев Андрей Алексеевич (2.02.1953), иҡтисадсы-ғалим. Иҡтисад фәндәре докторы (1998), профессор (2002). Яңы Рәсәй тарихында тәүге иҡтисад министры (1992—1993).
- Нечаев Евгений Павлович (6.03.1915—27.02.1999), журналист, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан «Псковская правда» гәзите, 1966—1970 йылдарҙа Псков өлкәһе Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре. «Под горой Метелихой» (1962) романында Башҡортостан ауылдарының береһендә йәшәгән өс быуындың яҙмышын һүрәтләүсе. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Александр Невский (1945), 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордены кавалеры. Псков ҡалаһының почётлы гражданы (1996).
- Нечаев Леонид Петрович (1915—1968), табип, хирург, Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1962).
- ---- -
- Нечаева Тамара Павловна (17.10.1922—16.08.2003), скульптор, керамика оҫтаһы, монументалист, рәссам. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1968) рәссамы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998).