Новый мир (журнал)
«Новый мир» — хәҙерге Рәсәйҙә иң боронғо айлыҡ әҙәби-нәфис журналдарҙың береһе. 1925 йылдан Мәскәүҙә нәшер ителә. 1947 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы органы, 1991 йылдан — шәхси баҫма[1]. 1998 йылдан журналдың баш мөхәррире — Андрей Василевский.
Тарихы һәм хәҙерге заман
Журнал 1925 йылда «Известия» гәзите мөхәррире Ю. М. Стеклов тәҡдиме менән «Известия» нәшриәте базаһында сыға башлай. Беренсе йылда баҫманың мөхәррире һәм етәксеһе А. В. Луначарский (1931 йылға тиклем редколлегия ағзаһы) һәм Ю. М. Стеклов, һуңынан И. И. Скворцов-Степанов була; яуаплы секретары — яҙыусы Ф. В. Гладков. 1926 йылдан етәкселек В. Полонскийға йөкмәтелә. 1947—1964 йылдарҙа журнал редакцияһы Чехов урамындағы, 1/7-се йортта урынлаша.
1947 йылдан 1991 йылға тиклем СССР Яҙыусылар союзы органы. Совет әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн 1975 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Журналдың ижтимағи әһәмиәтенең иң юғары осоро — 1960 йылдар, баҫманың идеологик нигеҙе либерализм һәм демократик социализм ҡиммәттәре була.
1970 йылдың 9 февралендә СССР Яҙыусылар союзы ҡарары менән журналдың ун өс ағзаһының етеһе, шул иҫәптән баш мөхәррире Александр Твардовский алмаштырыла[2][3], уның урынына Валерий Косолапов тәғәйенләнә.
1980 йылдар аҙаҡтарындағы үҙгәртеп ҡороу осоронда журналдың тиражы, унда элек тыйылған әҫәрҙәр (Америка яҙыусыһы Кизи Кендың «Пролетая над гнездом кукушки», СССР-ҙан Борис Пастернактың «Доктор Живаго» һәм Бөйөк Британия яҙыусыһы Джордж Оруэллдың «1984» романдары, Андрей Платоновтың «Котлован» повесы, бигерәк тә Александр Солженицындың «Архипелаг ГУЛАГ», «В круге первом», «Раковый корпус» әҫәрҙәре) баҫылыуы арҡаһында фантастик кимәлгә күтәрелә — 1990 йылда 1-се һандың тиражы, мәҫәлән, 2 660 000 дана була[4]. Советтар Союзында заманыында тыйылған авторҙарҙың һәм әҫәрҙәрҙең рәсми рөхсәт ителгән тәүге баҫмалары Рәсәй һәм сит ил коллекционерҙарында әле лә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Мәҫәлән, АҠШ-тың һәм Көнбайыш Европа илдәренең рәсми булмаған баҙарында бындай әҫәрҙең бер данаһының хаҡы 500 долларға етә.
Баҫманың хәҙерге ойоштороусыһы һәм нәшер итеүсеһе — «Новый мир» журналы редакцияһы (генераль директоры Андрей Василевский). Журналдың күләме 240—256 полоса.
Әлеге ваҡытта «Новый мир» — либераль йүнәлешле, Рәсәйҙең ихтирамлы ҡалын әҙәби журналдарының береһе[5][6].
Тиражы
• 1925 йыл, № 1 — 15 000 экз.[7]
• 1925 йыл, № 3 — 25 000 экз.[8]
• 1927 йыл, № 1 — 6500 экз.[9]
• 1928 йыл, № 1 — 25 000 экз.[10]
• 1929 йыл, № 1 — 21 000 экз.[11]
• 1934 йыл, № 1 — 40 000 экз.[12]
• 1940 йыл — 80 000 экз.
• 1943 йыл — 30 000 экз.
• 1945 йыл, № 5—6 — 31 000 экз.[13]
• 1951 йыл, № 1–12 — 104 000 экз.[14]
• 1952 йыл, № 1–12 — 130 000 экз.
• 1954 йыл, № 1–12 — 140 000 экз.
• 1958 йыл — 140 000 экз.
• 1960 йыл, № 12 — 90 200 экз.
• 1961 йыл, № 12 — 87 600 экз.
• 1962 йыл, № 11 — 96 900 экз.[15]
• 1963 йыл, № 12 — 113 000 экз.
• 1964 йыл, № 12 — 113 000 экз.
• 1965 йыл, № 12 — 127 900 экз.
• 1975 йыл — 172 000 экз.
• 1987 йыл — 490 000 экз.
• 1988 йыл, № 1 — 1 150 000 экз.
• 1989 йыл, № 4 — 1 573 000 экз.[16]
• 1990 йыл, № 4 — 2 710 000 экз.[17]
• 1991 йыл, № 6 — 957 000 экз.[18]
• 1992 йыл, № 2 — 250 000 экз.[19]
• 1993 йыл — 53 000 экз.
• 1994 йыл — 29 100 экз.
• 2003 йыл — 9600 экз.
• 2008 йыл, № 12 — 7000 экз.[20]
• 2010 йыл — 4800 экз.[21]
• апрель 2011 йыл — 5 500 экз.[22]
• 2014 йыл — 4000 экз.[23]
• 2015 йыл — 3000 экз.[24]
• 2016 йыл — 2500 экз.[25]
• 2017 йыл — 2300 экз.[26]
• 2018 йыл — 2200 экз.[27]
• 2021 йыл — 2000 экз.[28]
Баш мөхәррирҙәр
• Анатолий Луначарский һәм Юрий Стеклов (1925)
• Иван Скворцов-Степанов (1925—1926)
• Вячеслав Полонский (1926—1931)
• Иван Гронский (1931—1937; журналда Борис Пильнякты яҡлағаны өсөн вазифаһынан бушатыла һәм ҡулға алына)
• Владимир Ставский (1937—1941)
• Владимир Щербина (1941—1946)
• Константин Симонов (1946[29]—1950)
• Александр Твардовский (1950—1954; КПСС Үҙәк Комитеты ҡарары менән журналда В. Померанцев, Ф. Абрамов, М. Лифшиц, М. Щегловтың публицистик мәҡәләләрен баҫтырғаны өсөн баш мөхәррир вазифаһынан бушатыла)
• Константин Симонов (1954—1958)
• Александр Твардовский (1958—1970)
• Валерий Косолапов (1970—1974)
• Сергей Наровчатов (1974—1981)
• Владимир Карпов (1981—1986)
• Сергей Залыгин (1986—1998)
• Андрей Василевский (1998 йылдан).
Редакцияһы
Журнал редакцияһы Мәскәүҙә Кесе Путинков тыҡрығы, 1/2 йортта урынлашҡан. 2015 йылда баш мөхәррир А.Василевскийҙан тыш редакция составына Павел Крючков, Михаил Бутов, Марианна Ионова, Ольга Новикова, Владимир Губайловский, Мария Галина, Любовь Бреева һәм Сергей Костырко инә[30].
Авторҙары
«Новый мир» журналының төрлө йылдарҙағы авторҙары араһында билдәле яҙыусылар, шағирҙар, философтар бар: Виктор Некрасов[22], Владимир Богомолов, Владимир Дудинцев, Илья Эренбург[22], Василий Шукшин, Юрий Домбровский, Виталий Сёмин, Андрей Битов, Анатолий Ким, Георгий Владимов, Михаил Шолохов, Владимир Лакшин, Константин Воробьёв, Евгений Носов, Василий Гроссман, Владимир Войнович, Сыңғыҙ Айытматов[2], Василь Быков, Григорий Померанц, Виктор Астафьев[22], Сергей Залыгин, Иосиф Бродский[22], Александр Кушнер, Владимир Маканин, Руслан Киреев, Людмила Петрушевская, Ирина Полянская, Андрей Волос, Дмитрий Быков, Роман Сенчин, Захар Прилепин, Александр Карасёв, Олег Ермаков, Сергей Шаргунов һәм башҡалар[31]
Александр Солженицын журналда «Один день Ивана Денисовича» повесын (хикәйәһен) беренсегә баҫтыра (1962 йыл, 11-се һан)[22].
«Новый мир» премиялары
Журнал редакцияһы йыл һайын 2004 йылдың февралендә почётлы дипломдар рәүешендә булдырылған «Anthologia» шиғриәт премияһын тапшыра[32]. 2000—2011 йылдарҙа «Новый мир» хикәйә өсөн премия бирә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ История журнала / Сайт журнала «Новый мир». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2017. Архивировано 16 август 2011 года.
- ↑ 1 2 Кузеванова Л. М. Критика идеи насилия как идеи прогресса. Очерк истории отечественной общественной мысли 1986—1991 гг. Ч. 1. Архивная копия от 2 май 2013 на Wayback Machine // Российская историография. — 30.09.2008.
- ↑ Шаламов В. Т. Твардовский. «Новый мир». Так называемая «некрасовская традиция» Архивная копия от 1 март 2013 на Wayback Machine // Собрание сочинений : в 6 т. / В. Т. Шаламов. — Т. 5 : Эссе и заметки ; Записные книжки. 1954—1979. — М., 2005. — С. 83—84.
- ↑ Выходные данные // Новый мир. — 1990. — № 1. — С. 272.
- ↑ Круглый стол «О проблеме „либерализма“ и „патриотизма“ в современном литературном процессе» // Литературная учёба. — 2009. — № 6. 2013 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Рязанцев В. Ударим рейтингом по критике // Литературная Россия. — 18.02.2005. — № 7.
- ↑ Новый мир. — 1925. — № 1. — С. 2.
- ↑ Новый мир. — 1925. — № 3. — С. 2.
- ↑ Новый мир. — 1927. — № 1. — С. 2.
- ↑ Новый мир. — 1928. — № 1. — С. 2.
- ↑ Новый мир. — 1929. — № 1. — С. 2.
- ↑ Новый мир. — 1934. — № 1. — С. 2.
- ↑ Новый мир. — 1945. — № 5—6. — С. 208.
- ↑ Новый мир. — 1951. — № 6. — С. 288.
- ↑ Новый мир. — 1962. — № 11. — С. 288.
- ↑ Новый мир. — 1989. — № 4. — С. 272.
- ↑ «Новый мир» 1990, № 4. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2022. Архивировано 29 ноябрь 2018 года.
- ↑ Новый мир. — 1991. — № 6. — С. 272.
- ↑ «Новый мир» № 2, 1992 год
- ↑ «Новый Мир» № 12, 2008. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2022. Архивировано 17 июль 2022 года.
- ↑ Ачкасова М. Журнал «Новый мир» сегодня. Авторы, тиражи, отношения с государством Архивная копия от 21 февраль 2014 на Wayback Machine // Mediaport. — 30.01.2010.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Уходящая натура Редакция журнала «Новый мир» Архивная копия от 1 октябрь 2015 на Wayback Machine // Афиша. — 2.05.2011.
- ↑ Новый мир. — 2014. — № 2. — С. 240.
- ↑ Новый мир. — 2015. — № 12. — С. 240.
- ↑ Новый мир. — 2016. — № 12. — С. 240.
- ↑ Новый мир. — 2017. — № 5. — С. 240.
- ↑ Новый мир. — 2018. — № 4. — С. 240.
- ↑ Новый мир. — 2021. — № 9. — С. 240.
- ↑ Чуковская Л. К. Полгода в «Новом мире» Архивная копия от 2 август 2009 на Wayback Machine // Сочинения : в 2 т. / Л. К. Чуковская. — Т. 2. — М. : Гудьял-Пресс, 2000.
- ↑ Редакция // Новый мир. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2011. Архивировано 4 май 2011 года.
- ↑ Поиск по авторам Архивная копия от 29 июнь 2015 на Wayback Machine // Новый мир.
- ↑ Вручены поэтические премии журнала «Новый мир» // Новости Книжного навигатора Архивная копия от 13 ноябрь 2013 на Wayback Machine. — 16.12.2008.
