Кизи Кен

Кеннет Элтон «Кен» Кизи (ингл. Kenneth Elton "Ken" Kesey [ˈkiːziː]; 17 сентябрь 1935 йыл — 10 ноябрь 2001 йыл) — Америка яҙыусыһы. Атап әйткәндә, «Пролетая над гнездом кукушки» роман авторы булараҡ билдәле. Кизи бит һәм хиппи быуынының иң төп яҙыусыһы тип һанала, ошо хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә һәм уларҙың мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһай.

Биографияһы

Иртә йылдары

Ла-Хунта (Колорадо штаты), май яҙыу заводы хужаһы ғаиләһендә тыуа. 1946 йылда Спрингфилдҡа (Орегон штаты) күсенә. Кизиҙың йәш сағы атаһының Вилламетт үҙәнендәге фермаһында үтә. Ул унда әҙәпле, тәҡүәле американдар ғаиләһендә үҫә һәм тәрбиәләнә. Мәктәптә, һуңынан колледжда Кизи спорт менән мауыға, хатта көрәш буйынса штат чемпионы була. Мәктәпте тамамлағандан һуң синыфташы Фэй Хэксби менән өйҙән ҡаса. Һуңынан Фэй контрмәҙәниәт идеологының мәңгелек юлдашына әъерелә һәм уға дүрт бала табып бирә.

1957 йылда Кизи Орегон штаты университетының журналистика факультетын тамамлай. Әҙәбиәт менән мауыға башлай, Вудро Уилсон Милли стипендияһы менән бүләкләнә һәм Стэнфорд университетының яҙыусылыҡ оҫталығы курстарына алына.

Кизиҙың иртә йылдары тураһында Чак Кайндер «Медовый месяц» романында яҙа (2001).

Кизи һәм Башҡортостан

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Кен Кизиҙың «Пролетая над гнездом кукушки» романы буйынса Айрат Әбүшаһманов башҡорт телендә «Кәкүк ояһы» спектаклен сәхнәләштерә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Ken Kesey // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. 1 2 Ken Kesey // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
  3. 1 2 de Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  4. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. [1] 2020 йылдың 14 август көнөндә архивланған.«ПРОЛЕТАЯ НАД ГНЕЗДОМ КУКУШКИ»

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә