Иосиф Бродский

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Патроним или матроним для человека Александрович[d]
Ерләнгән урыны
Хәләл ефете Maria Sozzani[d]
Файл:Venezia, 15 agosto 2010. Foto Giovanni Dall'Orto 106.jpg
Эшмәкәрлек төрө лирик шиғриәт[d], әҙәби эшмәкәрлек[d][2], беллетристика[d][2], шиғриәт[2], драма[d][2], художественный перевод[d][2], переводы с английского[d][2], переводы с испанского[d][2] и Категория:Переводы с польского языка[d][2]
Заты ир-ат[3]
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, эссеист, яҙыусы, драматург, драматург-режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Тыуған урыны
Архивы хранятся в Библиотека редких книг и рукописей Бейнеке[d][6], Stanford University Libraries Department of Special Collections and University Archives[d][7] и Stuart A. Rose Manuscript, Archives, and Rare Book Library[d][8]
Жанр шиғриәт
Эш урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Туған тел урыҫ теле
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Ойошма ағзаһы Американская академия искусств и литературы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] и Бавария сәнғәт академияһы[d]
Тыуған көнө 24 май 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[10][11][…]
Әүҙемлек осороноң башланыуы 1956 — наст. время
Вафат булған көнө 28 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[10][12] (55 йәш)
Сожитель Марианна Павловна Басманова[d]
Изображение памятной доски
Рәсем
Уҡыу йорто
Ҡултамға
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][13]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Иосиф Александрович Бродский (24 май 1940 йыл28 ғинуар 1996 йыл) — урыҫ шағиры, эссеист, драматург, тәржемәсе, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (1987), 1991—1992 йылдарҙа АҠШ-тың шағир-лауреаты. Шиғырҙарын башлыса урыҫ телендә, эсселарын — инглизсә яҙған.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы һәм йәшлек йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иосиф Бродский 1940 йылдың 24 майында Ленинградта тыуған. Атаһы, СССР Хәрби-диңгеҙ флоты капитаны Александр Иванович Бродский (1903—1984), хәрби фотохәбәрсе була, һуғыштан һуң Хәрби-диңгеҙ музейының фотолабораторияһына эшкә инә. 1950 йылда демобилизациялана, бер нисә Ленинград гәзитендә фотограф һәм хәбәрсе булып эшләй. Әсәһе, Мария Моисеевна Вольперт (1905—1983), хисапсы булып эшләй. Әсәһенең бер туған апаһы Дора Моисеевна Вольперт — Ҙур драма театры һәм В. Ф. Комиссаржевская исемендәге театр актрисаһы.

Иосифтың сабый сағы һуғыш, блокада, һуғыштан һуңғы фәҡирлеккә тура килә һәм атайһыҙ үтә. 1942 йылда Мария Моисеевна Иосиф менән Череповецҡа эвакуациялана, Ленинградҡа 1944 йылда ҡайталар. 1947 йылда 203-сө мәктәпкә уҡырға бара, 1950 йылда 196-сы мәктәпкә күсә. 1953 йылда 7-се класҡа 181-се мәктәпкә бара һәм киләһе уҡыу йылында икенсе йылға ҡалдырыла. 1954 йылда Икенсе Балтик училищеһына ғариза бирә, ләкин алынмай. 276-сы мәктәпкә күсә һәм 7-се класта уҡыуын дауам итә.

Мурузи йорто, Литейный проспектынан күренеш. Уртала Бродскийға хәтер таҡтаташы күренә. Шағирҙың фатиры — Пестель урамы яғынан

1955 йылда ғаилә Мурузи йортонда «бер ярым бүлмә» ала.

Бродскийҙың эстетик ҡараштары 1940—1950 йылдарҙа Ленинградта формалаша. Бомбаларҙан ныҡ зыян күргән неоклассик архитектура, ҡала ситтәренең сикһеҙ киңлектәре, һыу, сағылыштарҙың күплеге, — уның бала сағы һәм йәшлегенең был тәьҫораттары менән бәйле мотивтар шағир ижадында ныҡлы урын ала.

1955 йылда, ун алты йәше тулмаҫ элек, етенсе класты тамамлап, һигеҙенсене башлағас, Бродский мәтәпте ташлай һәм «Арсенал» заводына фрезерсы уҡыусыһы булып урынлаша. Был ҡарар мәктәптәге хәлдәр менән дә, Бродскийҙың ғаиләгә аҡса яғынан ярҙам итергә теләүе менән дә бәйле була. Һыу аҫты диңгеҙселәре мәктәбенә инеп ҡарай, уңышһыҙлыҡҡа осрай. Ун алты йәшендә табип булырға ҡарар итә, бер ай өлкә дауаханаһының моргында прозектор ярҙамсыһы булып эшләй, шунан медицинанан баш тарта. Мәктәпте ташлағандан һуң биш йыл эсендә Бродский ҡаҙанлыҡта мейес яғыусы, маяҡта матрос булып та эшләй.

1957 йылдан Океангеология ғилми-тикшеренеү институтының геологик экспедицияларында эшсе була: 1957 һәм 1958 йылдарҙа — Аҡ диңгеҙҙә, 1959 һәм 1961 йылдарҙа — Көнсығыш Себерҙә һәм Төньяҡ Сахала. 1961 йылдың йәйендә Нелькан саха ҡасабаһында уның нервыһы ҡаҡшай, һәм уға Ленинградҡа ҡайтырға рөхсәт ителә.

Шул уҡ ваҡытта ул күп, ләкин буталсыҡ рәүештә уҡый — тәү сиратта, шиғриәтте, фәлсәфәүи һәм дини әҙәбиәтте, поляк һәм инглиз телдәрен өйрәнә башлай.

1959 йылда Бродский Евгений Рейн, Анатолий Найман, Владимир Уфлянд, Булат Окуджава, Сергей Довлатов менән таныша. 1959-60 йылдарҙа ул быға тиклем «промка»ға — Промкооперация Мәҙәниәт Һарайы (аҙаҡтан Ленсовет) эргәһендәге әҙәби берекмәгә ингән йәш шағирҙар менән яҡындан таныша.

1960 йылдың 14 февралендә Горький исемендәге Мәҙәниәт һарайында А. С. Кушнер, Г. Я. Горбовский, В. А. Соснора ҡатнашлығындағы "шағирҙар турниры"нда халыҡ алдында тәүге ҙур сығышы була. «Йәһүд зыяраты» («Еврейское кладбище») шиғырын уҡыу ғауға тыуҙыра.

1960 йылда Сәмәрҡәндкә барғанда Бродский һәм уның дуҫы, элекке осоусы Олег Шахматов, самолет баҫып алырға һәм сит илгә осоп китергә план ҡоралар, ләкин тәүәккәлләмәйҙәр. Һуңғараҡ Шахматов законһыҙ ҡорал һаҡлаған өсөн ҡулға алына һәм КГБ-ға был план, шулай уҡ үҙҙәренең дуҫы Александр Уманский һәм уның Шахматов һәм Бродский тарафынан осраҡлы рәүештә осраған АҠШ кешеһенә биреп маташҡан «советтарға ҡаршы» ҡулъяҙмаһы тураһында ла хәбәр итә. 1961 йылдың 29 ғинуарында Бродский КГБ тарафынан ҡулға алына, әммә ике тәүлектән һуң сығарыла.

1960-61 йылдар сигендә Бродский Ленинград әҙәби сәхнәһендә танылыу яулай. Давид Шраер-Петров яҙыуынса: «1961 йылдың апрелендә мин армиянан ҡайттым. Нева проспектында Илья Авербахты осраттым, ул миңә: „Ленинградта гениаль шағир Иосиф Бродский пәйҙә булды. <…> Уға егерме бер йәш. Ысынлап бер йыл яҙа. Уны Женька Рейн асты“ тип белдерҙе». 1961 йылдың авгусында Комаровола Евгений Рейн Бродскийҙы Анна Әхмәтова менән таныштыра. 1962 йылда Псковҡа барғанда ул Н. Я. Мандельштам, ә 1963 йылда Ахматовала Лидия Чуковская менән таныша. 1966 йылда Әхмәтова вафат булғас, дүрт йәш шағир, шул иҫәптән Бродский, хәтирәләр әҙәбиәтендә йыш ҡына «Ахматова етемдәре» тип телгә алына.

1962 йылда 22 йәшлек Бродский йәш рәссам Марина (Марианна) Басманова (рәссам П. И. Басмановтың ҡыҙы) менән таныша. Ошо ваҡыттан алып «М. Б.» хәрефтәре артына йәшерелгән Марианна Басмановаға шағирҙың күп әҫәрҙәре бағышлана.

Был бағышлау менән тәүге шиғырҙар 1962 йылда, һуңғыһы 1989 йылда яҙыла.

1967 йылдың 8 октябрендә Марианна Басманова менән Иосиф Бродскийҙың улы Андрей Осипович Басманов тыуа. 1972—1995 йылдарҙа М. П. Басманова һәм И. А. Бродский хат аша аралаша.

Тәүге шиғырҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙе әйтеүенсә, Бродский шиғырҙарҙы ун һигеҙ йәшендә яҙа башлай, әммә 1956—1957 тип билдәләнгән бер нисә шиғыр ҙа бар. Борис Слуцкий шиғриәте менән танышыу иң хәл иткес этәргес булып тора. «Пилигримдар», «Пушкин һәйкәле», «Раштыуа романсы» — Бродскийҙың тәүге шиғырҙарының иң билдәлеләре. Уларҙың күптәренә асыҡ сағылған музыкаллек хас, джаз импровизацияларының ритмик элементтарын күрергә була. Бродскийҙың һүҙҙәре буйынса, Цветаева һәм Баратынский, һуңыраҡ — Мандельштам уның ижадына йоғонто яһай.

Замандаштарынан уға Евгений Рейн, Владимир Уфлянд, Станислав Красовицкий йоғонто яһай.

Һуңыраҡ Бродский Оденды һәм Цветаеваны иң бөйөк шағирҙар тип атай, улар артынса Кавафис һәм Фрост бара, аҙаҡтан Рильке, Пастернак, Мандельштам һәм Әхмәтова.

Бродскийҙың тәүге баҫылып сыҡҡан шиғыры булып «Бәләкәй буксир хаҡында баллада» тора, ул ҡыҫҡартылған рәүештә «Костер» балалар журналында сыға (№ 11, 1962).

Эҙәрлекләүҙәр, суд һәм һөргөн[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1963 йылдың 29 ноябрендә «Вечерний Ленинград» гәзитендә Я. Лернер, М. Медведев һәм А. Ионин ҡул ҡуйған «Окололитературный трутень» мәҡәләһе баҫыла. Авторҙар Бродскийҙы "әрәмтамаҡ йәшәү рәүеше"ндә ғәйепләйҙәр. Бродскийҙыҡы тип күрһәткән шиғри циататаларҙың икеһе Бобышев шиғырҙарынан алынған була, ә өсөнсөһө Бродскийҙың «Шествие» поэмаһының үҙе-үҙенә ҡаршы килгән Алдаҡсы балладаһынан. Был юлдарҙы авторҙар боҙоп күрһәтә. «Дуҫтарыңдың ватанын юл ыңғайы ярат» шиғыры фельетон авторҙары тарафынан ошолай боҙола: беренсе юл «Дуҫтарыңдың ватанын юл ыңғайы ярат» һәм аҙаҡҡыһы «Юл ыңғайы сит ватанды йәллә» юлдары бер юлға — «сит ватанды мин яратам» тип берләштерелә.

Был мәҡәләнең эҙәрлекләүҙәргә, һәм бәлки, ҡулға алыуға сигнал икәне асыҡ була. Шулай ҙа, Бродский һүҙҙәре буйынса, яла яғыу, һуңынан ҡулға алыу, суд һәм хөкөмдән нығыраҡ уның уйҙарын ул саҡта Марианна Басманова менән айырылыу биләй. Ул үҙенә ҡул һалып маташа.

1964 йылдың 8 ғинуарында «Вечерний Ленинград» гәзит уҡыусыларҙың «әрәмтамаҡ Бродскийға» яза биреүҙе талап иткән хаттарынан теҙмә баҫтырып сығара. 1964 йылдың 13 февралендә Бродскийҙы әрәмтамаҡлыҡта ғәйепләп ҡулға алалар. 14 февралдә камерала уны йөрәк өйәнәге тота. Ошонан алып Бродский гел стенокардия менән яфалана, ул шағирға ихтимал яҡын үлем хаҡында иҫенә төшөрөп тора. Шуға 33 йәшендә «Һаумы, минең ҡартайыуым!» һәм 40-та «Ни әйтергә ғүмер хаҡында? Оҙаҡ булып сыҡты» тип яҙа.

1964 йылдың 18 февралендә суд Бродскийҙы мәжбүри суд-психиатрия тикшереүенә ебәрергә ҡарар сығара. Унда шағир өс аҙна була һәм һуңынан: «… был минең тормошомдоң иң насар ваҡыты булды» тип билдәләй. Бродский хәтерләүенсә, психиатрия дауаханаһында уға «төрөү» ҡулланалар: «Төн уртаһында уяталар, боҙҙай һыуыҡ ваннаға сумдыралар, еүеш простыняға төрөп, батарея янына ҡуялар. Батарея эҫеһенән простыня кибә һәм тәнде ҡыҫа». Экспертиза һығымтаһында: «Холҡонда психопатик һыҙаттар бар, әммә хеҙмәткә яраҡлы. Шуға күрә административ саралар ҡулланырға мөмкин» тип яҙыла. Унан һуң судтың икенсе ултырышы була.

Бродский өҫтөндәге судтың ике ултырышы ла (Дзержинский суды судьяһы Савельева Е. А.) Фрида Вигдорова тарафынан яҙып алына һәм үҙнәшерҙә киң таралыу таба.

Судья: Һеҙҙең эш стажығыҙ?

Бродский: Яҡынса…

Судья: Беҙҙе «яҡынса» ҡыҙыҡһындырмай!

Бродский: Биш йыл.

Судья: Һеҙ ҡайҙа эшләнегеҙ?

Бродский: Заводта. Геологик партияларҙа…

Судья: Һеҙ заводта күпме эшләнегеҙ?

Бродский: Бер йыл.

Судья: Кем булып?

Бродский: Фрезеровщик.

Судья: Ә ғөмүмән һеҙҙең белемегеҙ ниндәй?

Бродский: Шағир, шағир-тәржемәсе.

Судья: Ә һеҙҙе шағир тип кем таныны? Кем һеҙҙе шағирҙар исемлегенә индерҙе?

Бродский: Бер кем дә. (Ҡаршылыҡһыҙ). Ә кем мине әҙәм затына яҙып ҡуйҙы?

Судья: Ә һеҙ быға ҡайҙа уҡынығыҙ?

Бродский: Нимәгә?

Судья: Шағир булырға? Уҡытҡан… әҙерләгән… вуз тамамлап ҡараманығыҙ?

Бродский: Мин… мин быны белем аша алып була тип уйламағайным.

Судья: Ә нимә аша һуң?

Бродский: Минең уйымса, был… (ҡаушап) Хоҙайҙан…

Судья: Һеҙҙең судҡа ходатайствоғыҙ бармы?

Бродский: Мин үҙемде ни өсөн ҡулға алғандарын белергә теләр инем.

Судья: Был һорау, ә ходатайство түгел.

Бродский: Улайһа, минең ходатайствам юҡ.

1964 йылдың 13 мартында Бродский «әрәмтамаҡлыҡ» тураһындағы Указға ярашлы иң ҡаты яза бирелә — алыҫ урында биш йыл мәжбүри хеҙмәткә хөкөм ителә. Ул ҡарауыл аҫтында енәйәтселәр менән бергә Архангельск өлкәһенә ебәрелә һәм Норинская ауылында урынлаша. Бер интервьюла шағир был осорҙо үҙенең «иң бәхетле ваҡыты» тип атай. Һөргөндә Бродский инглиз шиғриәтен, шул иҫәптән Уистен Оден ижадын өйрәнә.

Төрлө эмигрант баҫмаларында («Воздушные пути», «Новое русское слово», «Посев», «Грани» һ.б.) йыш нәшер ителеүҙән тыш, 1965 йылдың сентябрендә ике шиғыры «Призыв» район йәштәр гәзитендә сыға.

Шағир өҫтөнән суд СССР-ҙа хоҡуҡ яҡлау хәрәкәте барлыҡҡа килеүҙең һәм сит илдәрҙә СССР-ҙағы кеше хоҡуҡтары буйынса хәлгә иғтибар артыуҙың бер сәбәбе булып тора. Фрида Вигдорова яҙмаһы «New Leader», «Encounter», «Figaro Litteraire» сит ил баҫмаларында сыға, Би-би-си буйынса уҡыла. Әхмәтованың ҡатнашлығында Бродскийҙы яҡлау буйынса йәмғиәт кампанияһыы алып барыла. Унда Фрида Вигдорова һәм Лидия Чуковская үҙәк урын алып тора. Йыл ярым дауамында улар бөтә фирҡә һәм суд инстанцияларына Бродскийҙы яҡлап хаттар яҙалар. Бродскийҙы яҡлап яҙылған хаттарға Д. Д. Шостакович, С. Я. Маршак, К. И. Чуковский, К. Г. Паустовский, А. Т. Твардовский, Ю. П. Герман ҡул ҡуя. Йыл ярым үткәс, 1965 йылдың сентябрендә, совет һәм сит ил йәмәғәтселеге баҫымы һөҙөмтәһендә (шул иҫәптән, совет хөкүмәтенә Жан-Поль Сартр һәм башҡа сит ил яҙыусыларының мөрәжәғәтенән һуң) һөргөн биш йылдан йыл ярымға тиклем ҡыҫҡартыла һәм Бродский Ленинградҡа ҡайта. Я. Гордин фекеренсә: «Совет мәҙәниәте корифейҙарының тырышлыҡтары власҡа бер ниндәй йоғонто яһаманы. „СССР-ҙың дуҫы“ Жан-Поль Сартрҙың Яҙыусыларҙың Еропа форумында совет делегацияһы „Бродский эше“ арҡаһында ауыр хәлдә ҡалыуы мөмкинлеге тураһында киҫәтеүе хәл иткес була».

1965 йылдың октябрендә Бродский Корней Чуковский һәм Борис Вахтин тәҡдиме менән СССР Яҙыусылар союзының Ленинград бүлексәһе эргәһендәге тәржемәселәр төркөмөнә алына, был киләсәктә әрәмтамаҡлыҡ буйынса яңы ғәйепләүҙәрҙән ҡотолорға ярҙам итә.

Бродский уға (бигерәк тә көнбайыш киң мәғлүмәт саралары тарафынан) көсләп тағылған совет власы менән көрәшсе образына ҡаршылаша. А. Волгина яҙыуынса, Бродский «интервьюла совет психушкаһы һәм төрмәһендә күргән ауырлыҡтар тураһында һөйләргә яратмаған», уға күптәргә ҡарағанда еңелерәккә тура килгән, тип һанаған.

Тыуған ерендә аҙаҡҡы йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бродский 23 йәшлек егет булғанда ҡулға алына, ә 25 йәшлек еткән шағир булып ҡайта. Уға тыуған ерендә ете йыл йәшәргә ҡалған була. Өлгөргәнлек осоро етә, теге йәки был төркөмгә ҡарау ваҡыты үтә. 1966 йылдың мартында Анна Әхмәтова үлә. Тағы алдараҡ уны уратып алған йәш шағирҙарҙың "тылсымлы хор"ы тарҡала башлай. Бродскийҙың был йылдарҙа рәсми совет мәҙәниәтендәге хәл-торошон Әхмәтованың 1920—1930 йылдарҙағы йәки Мандельштамдың тәүге ҡулға алыныу алдындағы хәле менән сағыштырып була.

1965 йыл аҙағында Бродский «Ҡышҡы почта (1962—1965 шиғырҙары)» китабы ҡулъяҙмаһын «Совет яҙыусыһы» нәшриәтенең Ленинград бүлегенә тапшыра. Бер йыл үткәс, күп айҙарға һуҙылған йөрөүҙәрҙән һәм күп ыңғай эске рецензияларға ҡарамаҫтан, ҡулъяҙма кире ҡайтарыла. «Китаптың яҙмышы нәшриәттә хәл ителмәй. Ниндәйҙер мәлдә өлкә комитеты һәм КГБ был идеяны ғөмүмән һыҙып ташларға хәл итә».

1966—1967 йылдарҙа совет баҫмаларында шағирҙың 4 шиғыры донъя күрә (балалар журналдарынан тыш), шунан тынлыҡ осоро башлана. Лондондағы совет вәкиллеге Бродскийға Poetry International халыҡ-ара шиғри фестивалендә ҡатнашырға саҡырыуға «СССР-ҙа ундай шағир юҡ» тип яуа бирә.

Ысынында иһә был йылдар шиғри хеҙмәт менән үтә, был осорҙа яҙылған шиғырҙар аҙаҡ АҠШ-та сыҡҡан китаптарға («Сүлдә туҡталыш», «Гүзәл осор аҙағы» һәм «Августаға яңы стансалар») инә. 1965—1968 йылдарҙа Бродский үҙе бик мөһим һанаған «Горбунов һәм Горчаков» поэмаһы өҫтөндә эш бара. Халыҡ алдында һирәк кенә сығыштарҙан һәм таныштарының фатирҙарында уҡыуҙарҙан тыш, Бродскийҙың шиғырҙары үҙнәшерҙә ярайһы уҡ киң тарала. Александр Мирзаян һәм Евгений Клячкин Бродскийҙың шиғырҙарына йырҙар яҙа.

Ситтән ҡарағанда, Бродскийҙың тормошо был йылдарҙа сағыштырмаса тыныс бара, әммә КГБ уны күҙәтеп тора. Быға шағирҙың СССР-ға килгән сит ил журналистары, ғалим-славистарҙа ғәйәт ҙур танылыу яулауы ла сәбәп була. Унан интервью алалар, көнбайыш университеттарына саҡыралар (тәбиғи, хөкүмәт сит илгә сығырға рөхсәт бирмәй) һ.б. Бик етди ҡараған эше — тәржемәләрҙән тыш, Бродский «Аврора» журналында штаттан тыш рецензент, киностудияларҙа осраҡлы кәсептәр менән әҙерәк аҡса эшләй, хатта киноға ла төшә («Поезд в далёкий август» фильмында партияның ҡала комитеты секретары ролендә).

Сит илдә Бродскийҙың шиғырҙары урыҫ телендә лә, тәржемәлә лә, тәү сиратта, инглиз, поляк һәм итальян телдәрендә лә күренә тора. 1967 йылда Англияла авторлаштырылмаған тәржемәлә «Joseph Brodsky. Elegy to John Donne and Other Poems / Tr. by Nicholas Bethell» йыйынтығы сыға. 1970 йылда Нью-Йоркта «Сүлдә туҡталыш» («Остановка в пустыне») — Бродскийҙың күҙәтеүе аҫтында төҙөлгән тәүге китабы сыға. Шиғырҙар һәм башҡа әҙерлек материалдары илдән йәшерен рәүештә йәки дипломатик почта менән сығарыла.

Эмиграцияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1972 йылдың 10 майында Бродскийҙы ОВИР-ға саҡырталар һәм һайлау алдына ҡуялар: йәки кисекмәҫтән эмиграцияға китергә, йәиһә «ҡыҙыу көндәр». Был метафора КГБ-ла һорау алыуҙар, төрмәләр һәм психиатрия дауаханаларын аңлатыуы мөмкин булған. Быға тиклем уға 1964 йылдың ҡышында ике тапҡыр психиатрия «тикшереүендә» ятырға тура килә, үҙе әйтеүенсә, был төрмә һәм һөргөндән ҡурҡынысыраҡ булған. Бродский китергә ҡарар итә. Был турала белеп ҡалған Владимир Марамзин уға бөтә яҙылғанын үҙнәшер әҫәрҙәр йыйылмаһын әҙерләү өсөн йыйырға тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә Иосиф Бродскийҙың тәүге һәм 1992 йылға тиклем берҙән-бер, әлбиттә, машинкала йыйылған әҫәрҙәр йыйылмаһы килеп сыға. Китер алдынан ул бөтә дүрт томды ла авторлаштырып өлгөрә. Эмиграцияны һайлағас, Бродский китеү көнөн кисектерергә тырыша, әммә властар шағирҙан тиҙерәк ҡотолорға теләй. 1972 йылдың 4 июнендә совет гражданлығынан мәхрүм ителгән Бродский Ленинградтан йәһүд эмиграцияһына тейешле маршрут буйынса Венаға оса.

Венаға килгәндән һуң ике көндән Бродский Австрияла йәшәгән У. Оденға бара. Уның менән бергә июнь аҙағында Лондонда Халыҡ-ара шиғриәт фестивалендә(Poetry International) ҡатнаша. Шунда уҡ Лондонда ул Исайя Берлин, Стивен Спендер, Шеймас Хини һәм Роберт Лоуэлл менән таныша.

1972 йылдың июлендә Бродский АҠШ-ҡа бара һәм Энн-Арборҙағы Мичиган университетында «саҡырылған шағир»(poet-in-residence) вазифаһын ҡабул итә, унда 1980 йылға тиклем эшләй. Ошо мәлдән СССР-ҙа урта мәктәптең тулы булмаған 8 класын тамамлаған Бродский артабанғы 24 йылын алты АҠШ һәм британ университеттарында профессор вазифаларын биләй. Ул урыҫ әҙәбиәте тарихын, урыҫ һәм донъя поэзияһын, шиғыр теорияһын уҡыта, лекциялар һәм шиғырҙар уҡып халыҡ-ара әҙәби фестивалдәрҙә һәм форумдарҙа, АҠШ, Канада, Ирландия, Франция, Швеция, Италия китапханалары һәм университеттарында сығыш яһай.

Йылдар менән Бродскийҙың һаулығы насарая, тәүге өйәнәге 1964 йылда һөргөндә булған шағир 1976, 1985 һәм 1994 йылдарҙа дүрт инфаркт кисерә.

Бродскийҙың ата-әсәһе ун ике тапҡыр улдарын күрергә барырға ғариза бирәләр, шундай уҡ үтенес менән АҠШ-тың конгессмендары һәм күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә мөрәжәғәт итә, әммә, 1978 йылда Бродскийға асыҡ йөрәктә операция эшләгәндән һуң ҡарауҙа мохтаж булһа ла, ата-әсәһенә СССР-ҙан сығырға рөхсәт ителмәй. Улдарын улар башҡаса күрмәй. Әсәһе 1983 йылда вафат була, бер йылдан ашыуыраҡ ваҡыттан атаһы ла донъя ҡуя. Бродскийға уларҙы ерләргә килергә рөхсәт бирелмәй. Ата-әсәһенә шағирҙың «Часть Речи» китабы (1977), «Мысль о тебе удаляется, как разжалованная прислуга…» (1985), «Памяти отца: Австралия» (1989), «Полторы комнаты» эссеһы (1985) бағышланған.

1977 йылда Бродский АҠШ гражданлығын ала, 1980 йылда Нью-Йорк ҡалаһына күсеп килә, артабан ваҡытын Нью-Йорк һәм Массачусетс штатындағы Саут-Хэдли университет ҡаласығы араһында бүлә, унда 1982 йылдан ғүмере ахырына тиклем яҙғы семестрҙарҙа уҡыта. 1990 йылда Бродский итальян аристократкаһы, әсәһе яғынан урыҫ милләтле Мария Соццаниға өйләнә. 1993 йылда уларҙың Анна исемле ҡыҙҙары тыуа.

Шағир һәм эссеист[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бродскийҙың шиғырҙары һәм уларҙың тәржемәләре сит илдәрҙә 1964 йылдан алып баҫыла башлай. Шул ваҡытта уның исеме шағир өҫтөнән суд яҙмалары арҡаһында киң билдәле була. Уның Көнбайышҡа килеүенән алып шиғриәте даими рәүештә урыҫ эмиграцияһы баҫмаларында донъя күрә. Урыҫ телле прессанан да бигерәк, башлыса АҠШ һәм Англия журналдарында шиғырҙарының тәржемәләре баҫыла. 1973 йылда һайланма тәржемәләр китабы сыға. Әммә урыҫса яңы шиғыр китаптары 1977 йылда ғына сыға — был 1964—1971 йылғы шиғырҙарҙы үҙ эсенә алған «Гүзәл дәүер аҙағы» («Конец прекрасной эпохи»), һәм 1972—1976 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарҙан торған «Телмәр өлөшө» («Часть речи»). Бындай бүленешкә тышҡы ваҡиғалар (эмиграция) түгел, ә үҙенең уйынса, ижадындағы үҙгәрештәр сәбәп була. «Бөтә ижадым минең кино һәм радио дәүерендә дан яулау өсөн түгел, ә туған телмәр, һүҙ сәнғәте өсөн», — ти ул бер шиғырында. Нобель премияһын алғас тотҡан телмәрендә ул: «Кем-кем, ә шағир һәр саҡ тел уның ҡоралы түгел, ә ул үҙе тел сараһы булып торғанын белә», — ти.

Бродский, ҡағиҙә булараҡ, 1970-се һәм 1980-се йылдарҙағы яңы китаптарына элек сыҡҡан йыйынтыҡтарында баҫылған шиғырҙарҙы индермәй. Иҫкәрмә булып М. Б.-ға (Марианна Басмановаға) бағышланған шиғырҙарҙан төҙөлгән, 1983 йылда сыҡҡан «Августаға яңы стансалар» китабы тора. Йылдар үткәс, Бродский был китап хаҡында: "Был минең ғүмеремдең төп эше<…>минеңсә, «Новые стансы к Августе» айырым әҫәр кеүек уҡырға була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин "Илаһи комедия"ны яҙманым. Һәм, күрәһең, бер ҡасан да яҙмам инде. Ә бында ниндәйҙер кимәлдә үҙ сюжеты булған шиғри китапсыҡ килеп сыҡты…". Бродскийҙың был китабы автор үҙе төҙөгән урыҫ телендә сыҡҡан берҙән-бер китап була.

1972 йылдан алып Бродский эссеистикаға етди тотона. Уны ғүмере аҙағынаса ташламай. АҠШ-та уның өс эссе китабы «Less Than One» (Берҙән кәм) 1986 йылда, «Watermark» (Йүнәлмәҫтәр яры) 1992 йылда һәм «On Grief and Reason» (Ҡайғы һәм аҡыл хаҡында) 1995 йылда. Ул китаптарға ингән эсселарының күпселек өлөшө инглиз телендә яҙылған. Бродскийҙың прозаһы, шиғриәте дәрәжәһендә кеүек үк, уның исемен донъяға билдәле итә. Америка әҙәби тәнҡитселәренең Милли советы «Less Than One» йыйынтығын 1986 йылдың иң яҡшы әҙәби тәнҡит китабы итеп атай. Был ваҡытҡа инде Бродский алты әҙәбиәт академияһының ағзаһы һәм төрлө университеттарҙың хөрмәтле докторы, 1981 йылдың Мак-Артур стипендияһы лауреаты була.

Киләһе ҙур шиғырҙар китабы — «Урания» 1987 йылда донъя күрә. Шул уҡ йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты була.

1990-сы йылдарҙа Бродскийҙың яңы дүрт шиғыр китабы сыға: «Примечания папоротника», «Каппадокия», «В окрестностях Атлантиды» һәм Ардиста үҙе үлгәндән һуң сыҡҡан аҙаҡҡы йыйынтығы «Пейзаж с наводнением».

Драматург, тәржемәсе, әҙәбиәтсе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бродскийҙың ике пьесаһы баҫылып сыға: «Мәрмәр» («Мрамор»), 1982 йыл, һәм «Демократия» 1990—1992. Шулай уҡ ул инглиз драматургы Том Стоппардтың «Розенкранц и Гильденстерн үлек» һәм ирланд әҙибе Брендан Биэндың «Арҡан хаҡында һөйләгәндә» пьесаларын тәржемә итә. Бродский донъя шиғриәтен урыҫсаға тәржемә итеүсе булараҡ байтаҡ мираҫ ҡалдырған: ул тәржемә иткән авторҙарҙан Джон Донн, Эндрю Марвелл, Ричард Уилбер, Еврипид ("Медея"нан), Константинос Кавафис, Константа Ильдефонс Галчинский, Чеслав Милош, Томас Венцловты атарға була. Күпкә һирәгерәк ул инглизсәгә тәржемә итә. Был тәү сиратта үҙ шиғырҙарының тәржемәһе һәм Мандельштам, Цветаева, Вислава Шимборская һ.б. шиғырҙары.

Сюзан Зонтаг, АҠШ яҙыусыһы һәм шағирҙың яҡын дуҫы, Бродский үҙенең ҡыуылыуын урыҫ ҡына түгел, ә бөтә донъя шағиры булыу өсөн оло мөмкинлек итеп ҡарауына шикләнмәүен белдерә. Был мөмкинлек менән Бродский тулыһынса файҙалана. 1972 йылдан ул ижтимағи һәм әҙәби тормошҡа башкөллө сума. Үрҙә аталған өс эссе китабынан тыш, ул яҙған мәҡәләләр, баш һүҙҙәр, мөхәрририәттәргә хаттар, төрлө йыйынтыҡтарға рецензиялар йөҙҙән ашып китә. Бынан тыш урыҫ һәм инглиз телле шағирҙарҙың ижади кисәләрендә телдән сығыштары, төрлө дискуссияларҙа. Форумдарҙа ҡатнашыу, журналдарҙа интервьюҙар була. Ижадтарына рецензия яҙған авторҙар араһында И. Лиснянская, Е. Рейн, А. Кушнер, Д. Новиков, Б. Әхмәҙуллина, Л. Лосев, Ю. Кублановский, Ю. Алешковский, Вл. Уфлянд, В. Гандельсман, А. Найман, Р. Дериева, Р. Уилбер, Ч. Милош, М. Стрэнд, Д. Уолкотт исемдәре. Донъяның иң эре гәзиттәре уның С. Рушди, Н. Горбаневская, В. Марамзин, Т. Венцлов, К. Азадовскийҙы яҡлаған сығыштарын баҫа. Аҡса хәле сағыштырмаса арыу булғас, ул матди ярҙам да күрһәткән.

Конгресс китапханаһы Бродскийҙы 1991—1992 йылдарға АҠШ-тың шағир-лауреаты итеп һайлай. Был хөрмәтле, әммә номиналь вазифала ул шиғриәтте пропагандалау буйынса актив эш башлай. Уның идеялары American Poetry and Literacy Project (Америка проекты: Шиғриәт һәм Грамоталылыҡ) булдырыуға килтерә, уның барышында мәктәптәрҙә, ҡунаҡханаларҙа, супермаркеттарҙа, вокзалдарҙа һ.б. урындарҙа миллиондан ашыу шиғыр йыйынтыҡтары таратыла. Ғүмере аҙағында Бродский Римда Урыҫ академияһын булдырыу теләге менән мауыға. 1995 йылдың көҙөндә ул Римдың мэрына Рәсәйҙән килгән рәссамдар, яҙыусылар һәм ғалимдар уҡый һәм эшләй алған академия булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Был хыялы уның үлеменән һуң тормошҡа ашырыла.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әсәһе — Мария Моисеевна Вольперт (1905—1983)
  • Атаһы — Александр Иванович Бродский (1903—1984)
  • Улы — Андрей Осипович Басманов (1967 й. т.), Марианна Басманованан.
  • Ҡыҙы — Анастасия Иосифовна Кузнецова (1972 й. т.), балерина Мария Кузнецованан.
  • Ҡатыны (1990 й. а.) — Мария Соццани (1969 й. т.).
  • Ҡыҙы — Анна Александра Мария Бродская (1993 й. т.).

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

урыҫ телендә

Журналдарҙа

Ниоткуда с любовью. // Новый мир. — 1987. — № 12. — 160—168-се биттәр.

Стихотворения. // Нева. — № 3. — 106—110-сы биттәр.

Стихи разных лет. // Дружба народов. — 1988. — № 8. — 175—186-сы биттәр.

Китаптар

Бродский И. Стихотворения и поэмы. — Washington; New York: Inter-Language Literary Associates, 1965.

Бродский И. Остановка в пустыне / предисл. N.N. (А. Найман). — New York: Изд-во им. Чехова, 1970. — 2-е изд., испр.: Ann Arbor: Ardis, 1988.

Бродский И. Конец прекрасной эпохи: Стихотворения 1964—1971. — Ann Arbor: Ardis, 1977. — Российское издание: СПб.: Пушкинский фонд, 2000.

Бродский И. Часть речи: Стихотворения 1972—1976. — Ann Arbor: Ardis, 1977. — Российское изд.: СПб.: Пушкинский фонд, 2000.

Бродский И. Римские элегии. — New York: Russica Publishers, 1982.

Бродский И. Новые стансы к Августе (Стихи к М. Б., 1962—1982). — Ann Arbor: Ardis, 1983. — Рос. изд.: СПб.: Пушкинский фонд, 2000.

Бродский И. Мрамор. — Ann Arbor: Ardis, 1984.

Бродский И. Урания. — Ann Arbor: Ardis, 1987. — 2-е изд., испр.: Ann Arbor: Ardis, 1989.

Бродский И. Примечания папоротника. — Bromma (Sweden): Hylaea, 1990.

Иосиф Бродский размером подлинника: [Сборник, посвящённый 50-летию И. Бродского] / сост. Г. Ф. Комаров. — Л.; Таллин: Изд-во Таллинского центра Московской штаб-квартиры МАДПР, 1990.

Бродский И. Стихотворения / сост. Я. Гордин. — Таллинн: Ээсти раамат; Александра, 1991.

Бродский И. Каппадокия. Стихи. — СПб.: Приложение к альманаху Петрополь, 1993.

Бродский И. В окрестностях Атлантиды. Новые стихотворения. — СПб.: Пушкинский фонд, 1995.

Бродский И. Пейзаж с наводнением. — Dana Point: Ardis, 1996. — Российское изд. (испр. и доп.): СПб.: Пушкинский фонд, 2000.

Бродский И. Сочинения Иосифа Бродского: В 4 т. / сост. Г. Ф. Комаров. — СПб.: Пушкинский фонд, 1992—1995.

Бродский И. Сочинения Иосифа Бродского: В 7 т. / ред. Я. Гордин. — СПб.: Пушкинский фонд, 1997—2001.

Бродский И. Изгнание из рая: Избранные переводы / ред. Я. Клоц. — СПб.: Азбука, 2010.

Бродский И. Стихотворения и поэмы: В 2 т. / сост. и примеч. Л. Лосева. — СПб.: Пушкинский дом, 2011.

Бродский И. Слон и Маруська / илл. И. Ганзенко. — СПб.: Азбука, 2011.

инглиз телендә

Joseph Brodsky. Selected poems. — New York: Harper & Row, 1973.

Joseph Brodsky. A Part of Speech. — New York: Farrar, Straus & Giroux, 1980.

Joseph Brodsky. Less Than One: Selected Essays. — New York: Farrar, Straus & Giroux, 1986.

Joseph Brodsky. To Urania. — New York: Farrar, Straus & Giroux, 1988.

Joseph Brodsky. Marbles: a Play in Three Acts / translated by Alan Myers with Joseph Brodsky. — New York: Farrar, Straus & Giroux, 1989.

Joseph Brodsky. Watermark. — New York: Farrar, Straus and Giroux; London: Hamish Hamilton, 1992.

Joseph Brodsky. On Grief and Reason: Essays. — New York: Farrar, Straus & Giroux, 1995.

Joseph Brodsky. So Forth: Poems. — New York: Farrar, Straus & Giroux, 1996.

Joseph Brodsky. Collected Poems in English, 1972—1999 / edited by Ann Kjellberg. — New York: Farrar, Straus & Giroux, 2000.

Joseph Brodsky. Nativity Poems / Bilingual Edition. — New York: Farrar, Straus & Giroux, 2001.

Радиоспектаклдәр һәм әҙәби уҡыуҙар

1988 — Иосиф Бродский — Остановка в пустыне («Мелодия» нәшриәте)

1996 — Иосиф Бродский. Ранние стихотворения («Sintez» нәшриәте)

2001 — Иосиф Бродский. Ниоткуда с любовью («Страдиз-Аудиокнига» нәшриәте)

2003 — Иосиф Бродский. Стихотворения («Государственный литературный музей» нәшриәте)

2004 — Любовь моя, Одесса («Мелодия» нәшриәте)

2007 — Иосиф Бродский. Пространство языка («Страдиз-Аудиокнига» нәшриәте)

2008 — Классики и современники. Стихотворения и поэмы. Часть 6 («Радио Культура» нәшриәте)

2009 — Иосиф Бродский. Звук речи («Citizen K» нәшриәте)

Документаль фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1989 — Бродский Иосиф. Интервью в Нью-Йорке (реж. Евгений Поротов)

1991 — Иосиф Бродский: продолжение воды (реж. Н. Федоровский, Харальд Людерс)

1992 — Иосиф Бродский. Бобо (реж. Андрей Никишин) — фильм-концерт

1992 — Представление (реж. Дмитрий Дибров, Андрей Столяров) — видеопоэма-коллаж

1992 — Иосиф Бродский. Поэт о поэтах (Шведское и московское телевидение) — фильм-уйланыу

1999 — Мрамор (реж. Григорий Дитятковский) — трагикомик хикмәт

2000 — Прогулки с Бродским (реж. Елена Якович, Алексей Шишов)

2000 — Бродский — И ляжет путь мой через этот город… (реж. Алексей Шишов, Елена Якович)

2002 — Иосиф Бродский (реж. Анатолий Васильев)

2002 — Библейский сюжет: Сретение. Иосиф Бродский (телеканал «Неофит»)

2005 — Прогулки с Бродским: Десять лет спустя (реж. Елена Якович, Алексей Шишов)

2005 — Дуэт для голоса и саксофона (реж. Михаил Козаков, Петр Кротенко) — музыкаль-шиғри спектакль

2006 — Гении и злодеи уходящей эпохи: Иосиф Бродский. История побега (реж. Юлия Маврина)

2006 — Полтора кота, или Иосиф Бродский (реж. Андрей Хржановский)

2006 — Ангело-почта (реж. Олеся Фокина)

2007 — Конец прекрасной эпохи. Бродский и Довлатов (реж. Евгений Поротов, Егор Поротов)

2007 — Звёзды звучащего слова. Алла Демидова — Поэты XX века: от Блока до Бродского — әҙәби уҡыуҙар

2007 — В плену у ангелов. Письмо в бутылке (реж. Евгений Потиевский)

2009 — Полторы комнаты или сентиментальное путешествие на Родину (реж. Андрей Хржановский)

2010 — Точка невозврата. Иосиф Бродский (реж. Наталья Неделько)

2010 — Иосиф Бродский. Возвращение (реж. Алексей Шишов, Елена Якович)

2010 — Остров по имени Бродский (реж. Сергей Браверман)

2010 — Иосиф Бродский. Разговор с небожителем (реж. Роман Либеров)

2010 — Иосиф Бродский. О влиянии классической музыки на поэзию Бродского («Культура» телеканалы)

2010 — Потому что искусство поэзии требует слов… (реж. Алексей Шемятовский) — әҙәби-театраль кисә

2011 — Восемь вечеров с Вениамином Смеховым. Я пришёл к вам со стихами… (реж. Анастасия Синельникова) — ижади кисә

2012 — Жизнь замечательных людей: Иосиф Бродский (реж. Станислав Марунчак)

2014 — Наблюдатель. Иосиф Бродский (телеканал «Культура») — интеллектуаль ток-шоу

2015 — Культ Личности. Иосиф Бродский (телеканал «Радио Свобода») — ток-шоу

2015 — Иосиф Бродский. Ниоткуда с любовью (реж. Сергей Браверман)

2015 — Бродский не поэт (реж. Николай Картозия, Антон Желнов)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]