Миһранов Марс Шәрифулла улы
Биографияһы
Марс Шәрифулла улы Миһранов Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. Ошо уҡ ауылда һабаҡҡа төшөп, артабан уҡыуын хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатта дауам итә. Шунан һуң Өфө авиация институтына уҡырға инә һәм уны 1987 йылда тамамлай.
Хеҙмәт юлын ошо уҡ уҡыу йортонда башлай. 2000 йылдан 2003-кә тиклем авиация технологиялары системаһы факультеты деканының фән буйынса урынбаҫары булып эшләй, бер аҙ бүленеп торғандан һуң, 2005 йылда шул вазифаһына кире ҡайта. 2015 йылдан — механизмдар һәм машиналар конструкциялау нигеҙҙәре кафедраһы мөдире, доцент[1].
Ғилми эшмәкәрлеге
Ғалим металды ҡырҡып эшкәрткәндә тигеҙһеҙ ауырлыҡтар процесындағы термодинамиканы өйрәнеү менән шөғәлләнә.
2007 йылда ул «техник фәндәр докторы» дәрәжәһе алған.
270-тән ашыу фәнни эш яҙған, 4 уйлап табыу авторы [2] 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған..
Фәнни хеҙмәттәре
- Интенсификация процесса металлообработки на основе использования эффекта самоорганизации при трении. М., 2005 (соавт.)
- Покрытия и смазка в высокотемпературных подвижных сопряжениях и металлообработке. М., 2008 (соавт.)
- Повышение износостойкости инструментов на основе интенсификации процессов адаптации поверхностей трения при резании металлов[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Уфимский государственный авиационный технический университет. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2019)
- ↑ Уфа, 2011 [1] 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған..