Башҡорт ирекле отрядтары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт ирекле отрядтар
Ғәмәлдә булған йылдары июль, 1918февраль, 1919
Ил Flag of Bashkortostan (1918).svg
Бойһонған Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби советы
Составында Башҡорт ғәскәре
Тип ҡоро ер ғәскәрҙәре
Функция автономия мәнфәғәттәрен яҡлау
Численность 2 755 кеше (ноябрь 1918)[1]
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Башҡорт ирекле отрядтары — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы башҡорт частәренең хәрби формированиелары.

Ойошторолоуы һәм тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ирекле отрядтары Башҡорт хәрби советы фарманына ярашлы 1918 йылдың июль — август айҙарында «Бәләкәй Башҡортостан» территорияһында ойошторола. Барыһы 13 башҡорт ирекле отрядтар ойошторола. Улар кантондар исемдәре менән тап килтерелеп атала: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Дыуан, Ҡыпсаҡ, Көҙәй, Ҡошсо, Табын, Тамьян-Ҡатай, Тоҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан. Хәрби ғәмәлдәрҙең бөтөүе менән отрядтарҙы кантон милиция органдарына әүерелдереү һәм уларҙы Башҡорт Хөкүмәтенең эске эштәр бүлеге ҡарамағына тапшырыу күҙ уңында тотола ине.

Башҡорт отрядтарының Халыҡ һаны һәм хәрби составы 1918 йылдың ноябрендә[1]
Отряд исеме Кешеләр һаны Шашкалар һаны Штыктар һаны Пулеметтар һаны
Арғаяш 200 550 165 2
Бөрйән-Түңгәүер 180 180 60 2
Ете ырыу 300 300 60 2
Дыуан 225 225 75 2
Ҡыпсаҡ 180 180 65 2
Көҙәй 110 110 40 2
Ҡошсо 250 250 55 2
Табын 200 200 80 2
Тамьян-Ҡатай 360 360 135 2
Тоҡ-Соран 160 160 60 2
Үҫәргән 160 160 55 2
Юрматы 250 250 96 2
Ялан 180 180 65 2
Йәмғеһе 2 755 3 105 1 011 26

Башҡорт ирекле отрядтары Башҡорт ғәскәре составында иррегуляр частар булараҡ тора. Отрядтар Башҡорт хәрби советы янындағы ирекле отрядтарҙың махсус бүлегенә ҡарай, ә октябрҙән — Башҡорт ғәсҡәри идаралығына.

Башҡорт ирекле отрядтарының төп бурысы кантон хакимиәте органдарын һаҡлау булып тора. Шул уҡ ваҡытта 1918 йылдың июль — сентябрь айҙарында отрядтарҙың бер өлөшө В. К. Блюхерҙың Йыйылма Урал отрядына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.

1918 йылдың октябрендә Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Тоҡ-Соран һәм Үҫәргән отрядтары һәм махсус команда Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге Башҡорт айырым ирекле кавалерия полкына берләштерелә[2].

1918 йылдың декабрендә — 1919 йылдың февралендә Табын, Тамьян-Ҡатай һәм Юрматы башҡорт ирекле отрядтары Ырымбур менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһында фронт линияһының бер участкаһында оборона тоталар.

1919 йылдың февралендә Башҡорт ирекле отрядтары үҙ-үҙҙәрен тарҡата.

Айырыу билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт частәренең 1918 йылдың июнь айында ҡабул ителгән айырыу билдәләре (1-се Башҡорт пехота полкы),
Һалдаттар һәм кесе командирҙар
Рядовой.1БП.png Ефрейтор.1БП.png Бомбардир.1БП.png Унтер-офицер.1БП.png Фельдфебель.1БП.png Подпрапорщик.1БП.png
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик
Обер-офицерҙар Штаб-офицерҙар
Прапорщик.1БП.png Подпоручик.1БП.png Поручик.1БП.png Штабс-капитан.1БП.png Капитан.1БП.png Подполковник.1БП.png Полковник.1БП.png
Прапорщик Подпоручик Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
  • Багаутдинов Р. О. Участие белых башкирских национальных частей на Екатеринбургском фронте // II Емельяновские чтения: Материалы Всероссийского научно — практической конференции (Курган, 11 — 12 мая 2007 г.). — Курган: Изд.-во Курганского гос. ун-та, 2007. — 293 с. С. 135—136.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
  • Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
  • Башкирский корпус на Востоке России 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
  • Войсковое управление Правительства Башкурдистана 2016 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 108. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  2. 1918 йылдың ноябренән — 2-се Башҡорт айырым ирекле кавалерия полкы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]