Ҡаһым түрә (йыр)

Ҡаһым түрә — башҡорт халыҡ йыры.

Риүәйәте

Һүҙҙәре

Ҡаһым түрә менгән ҡара юрға

Бора-бора килә муйынын.

Ҡаһым түрә, меҫкен, вафат булғас,

Күргәҙҙе лә майор уйынын.


Ҡаһым түрә менгән ҡара юрғаны

Һорашып та майор алалмай.

Өс йөҙ генә кеше — бик күп кеше —

Илашып та ҡәбер ҡаҙалмай.

Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, Ҡаһым Түрә — тарихи шәхес. Фамилияһы — Мырҙашев, исеме Ҡасим. Элекке Стәрлетамак ойәҙенең Айыусы ауылында тыуған, юрматы ырыуы башҡорто. 1812 йылғы һуғышҡа сотник дәрәжәһендә киткән, 1813 йылда һәләк булған.

1812 йылда француз яуы була. Башҡорттарҙың бер ғәййәре була — ул Ҡаһым түрә. Башҡорттар: «Был француз баҫып алһа, яланда ҡалабыҙ», — тип, үҙ-ара кәңәш итәләр. Улар, ғәскәр төҙөп, Ҡаһым түрә башлығында һуғышҡа китәләр. Урыҫтар менән бергәләп, француздарҙы сигендереп, илдәренең башҡалаһын баҫып алалар. Батша Ҡаһым түрәгә полковник исеме бирә.

— Тағы һеҙгә нимә кәрәк? — тип һорай батша.

— Беҙҙе ҡаҙаҡ ыҙалатмаһын ине, — тиҙәр башҡорттар. Шунан Эленйә еренә (сик еренә) — Яйыҡ буйына казачий ауылдары һалалар.

Батшаның бер майоры, көнсөллөгө килеп, Ҡаһым түрәгә ағыу эсереп ебәрә. Шунда ул үлеп ҡала. Халыҡ уның тураһында былай тип йырлаған

Нотаһы

Әҙәбиәт

  • Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
  • Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.

Һылтанмалар

Категориялар