Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы
Дөйөм мәғлүмәт
Нигеҙләнгән 1918 йылдың 4 (17) феврале
Бөтөрөлгән 1918 йылдың апреле
Штаб-квартира Ырымбур, Стәрлетамаҡ

Башҡортостандың ваҡытлы  революцион советы (Башҡуртстандың ваҡытлы революцион үҙәк советы[1], Автономиялы Башҡурдистандың ваҡытлы революцион советы) — Башҡорт Хөкүмәтенең ағзалары ҡулға алынғас, уға ҡарата альтернатив булараҡ төҙөлгән.

Башҡортостандың ваҡытлы революцион советы 1918 йылдың 4 (17) февралендә Ырымбурҙа башҡорт йәштәренең «Тулҡын» ойошмаһы йыйылышында ойошторола. Совет составына Абдулла Дәүләтшин (рәйес), Г. Алпаров, Х. Ильясов, Муса Мортазин, Ф. Солтанбәков, С. Таһиров, Ж. Шәрипов, Бәхтегәрәй Шәфиев, К. Юлмөхәмәтов инә.

1918 йылдың 19 февралендә Ырымбур губерна ревкомы Башҡортостандың ваҡытлы революцион советын (ВРСБ) раҫлай. ВРСБ-ның ике вәкиле Мосолман хәрби революцион комитетҡа, ә Бахтегәрәй Шәфиев Ырымбур губерна ревкомы составына инә.

ВРСБ әҙерләгән «Башҡортостан автономияһы проекты»)

ВРСБ-ның төп маҡсаты — Башҡортостандың эшсе, крәҫтиән һәм һалдаттары мәнфәғәттәрен яҡлау була. Шулай уҡ ул үҙенең резолюцияһында 1917 йылда, республиканың совет автономияһы тураһындағы проектын да индереп, Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡабул ителгән Башҡордистан автономияһының законлылығын раҫлаған. ВСРБ Халыҡ Комиссарҙары Советына Башҡортостандың татарҙар ойошторған Урал-Иҙел штатына инеүенә ҡырҡа ҡаршы булыуҙарын һәм Мәскәүгә Башҡорт автономияһын раҫларлыҡ тулы вәкәләтле вәкилдәрен ебәреү тураһында белдерә. 26 мартта Бәхтегәрәй Шәфиев етәкселегендәге дүрт кешенән торған вәкиллек Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатына (Наркомнац) «Башҡортостан автономияһы проекты»н[2] тапшыра. Ләкин Мосолман эштәре буйынса комиссариат һәм Наркомнац берлектә, Татар-Башҡорт Совет Республикаһы тураһындағы проектты әҙерләп ҡуйғанлыҡтан, проект ҡаралмай.

ВРСБ эшмәкәрлеге бер нисә тапҡыр Башҡорт Совет Республикаһын төҙөүгә кире ҡарашта торған милләттәр эштәре буйынса комиссар Ғ. К. Шәмиғоловтың ҡаршылығына осрай. Уның позицияһын Ырымбур губерна партия комитеты секретаре Коростелев һәм ҡайһы бер башҡа ағзалар яҡлай[3]. 1918 йылдың 30 мартында Ырымбур губерна башҡарма комитеты, пролетар революция милли сиктәрҙе һәм автономияларҙы танымай, һәм, йәнәһе, ВРСБ эшмәкәрлеге Башҡорт өлкә (үҙәк) шуро эшмәкәрлегенән бер нисек тә айырылмай тигән сәбәп менән, уны тарата[4] . Әммә ВРСБ был ҡарарға буйһонмай һәм апрель башында Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә. Оҙаҡ та үтмәй үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата. 

Башҡортостан автономияһы проекты

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың ваҡытлы революцион комитеты Халыҡ комиссарҙары советына һәм Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссарҙарына раҫлауға тәҡдим иткән проектҡа ярашлы, автономиялы Башҡортостан РСФСР составына уның федератив штаттарының береһе булып инергә тейеш була. Автономия сиктәрендә юғары власть органы советтар съезы була, уны «депутаттарҙың баш советы» һайлай. Съезд бурыстарына:

  • йәмәғәт именлеген һаҡлау;
  • тура һалымдарҙы йыйыу һәм тотоноу;
  • автономияның ҡораллы көстәре менән идара итеү;
  • халыҡ байлығы распоряжение (капитал, ер, ер аҫты байлыҡтары, урмандар) менән идара итеү;
  • халыҡ мәғарифы;
  • милицияны тотоу;
  • халыҡ аҙыҡ-түлеге;
  • кооперация һәм ваҡ кредиттар инә[5]}}.

Депутаттарҙың баш советы бурыстары:

  • автономия ҡанундарын эшләп бөтөү;
  • етәксе урындарға махсус бүлектәр аша саҡырыу;
  • кәрәк осраҡта советтар съезын саҡырыу була[5].

Урындарҙа власть вазифаһын башҡарыу өсөн Башҡортостандың шундай уҡ власть органдары тураһында положение — кантон думалары һәм управалар тураһында ваҡытлыса положение менән ҡулланған кантон советтары һәм башҡарма комитеттар ойошторолорға тейеш була. Суд власы эшен башҡарыу өсөн «Башҡортостан хөкүмәте урынына ваҡытлыса юғары суд инстанцияһы булырға һәм ул ҡоролтай ҡанундар эшләгәнсе, ғәмәлдәге закондарға таянырға тейеш»[5].

Автономия территорияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Проектҡа ярашлы, штат (автономия) үҙәген , ВРСБ раҫлауынса, халыҡтың 95 проценты мосолман булған тарихи Башҡортостандың көнсығыш өлөшө алып торорға тейеш. Был: Красноуфимск өйәҙенең — көньяҡ, Екатеринбург өйәҙенең — көньяҡ-көнсығыш, Шадринск өйәҙенең — көньяҡ-көнбайыш, Силәбе өйәҙенең — көньяҡ-көнбайыш, Троицк өйәҙенең — төньяҡ-көнбайыш, Верхнеурал өйәҙенең — көнбайыш, Орск өйәҙенең — төньяҡ-көнбайыш һәм Ырымбур өйәҙенең төньяҡ өлөшө. Бынан тыш, киләсәктә составҡа түбәндәге территорияларҙы: Уса өйәҙенең — көньяҡ, Бөрө өйәҙенең — көньяҡ-көнбайыш, Минзәлә өйәҙенең — көнсығыш, Бөгөлмә өйәҙенең — көнсығыш, Бөгөрөслан өйәҙенең — көнсығыш, Стәрлетамаҡ өйәҙенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөн индереү планлаштырыла[5].

Был территория һәм уның сиктәре, проектта әйтелгәнсә, бер яҡлы — «башҡорт халҡының ихтыяры менән генә» булдырыла[5].

Башҡортостандың ваҡытлы революцион советы рәйестәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. Раимов Р. М. Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики / Ответственный редактор доктор исторических наук М.П. Ким. — Москва: Издательство Академии Наук СССР, 1952. — С. 467—469. — 525 с. Архивная копия от 16 сентябрь 2018 на Wayback Machine
  2. Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше.. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993. — 352 с.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 1. — С. 60. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  4. Касимов С. Ф. Временный Революционный Совет Башкортостана. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 215. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  5. 1 2 3 4 5 Газизов Р.Р. Проект первой советской автономии Башкортостана // 1917 год в судьбах народов России. Т.1: сборник материалов Всероссийской научно-практической конференции с международным участием / отв. ред.: Фролова И.В.. — Уфа: Башкирский государственный университет, 2017. — 29 ноябрь. — С. 314—317. — ISBN 978-5-7477-4566-7.УДК 94(470.57)«18»(G)
  6. Газизов Р. Р. К ВОПРОСУ ОБ ОБРАЗОВАНИИ ВРЕМЕННОГО РЕВОЛЮЦИОННОГО СОВЕТА БАШКОРТОСТАНА // Вестник Самарского государственного университета. — 2008. — № 4. — С. 134—139. Архивировано 27 апрель 2019 года.

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАШҠОРТОСТАН ВАҠЫТЛЫ РЕВОЛЮЦИОН СОВЕТЫ (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2024)
РОЖДЕНИЕ РЕСПУБЛИКИ. Хроника событий, архивные фото и документы, воспоминания очевидцев и комментарии историков — в специальном проекте ИА «Башинформ» к 100-летию Республики Башкортостан. (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2024)