Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы
Дөйөм мәғлүмәт
Нигеҙләнгән 1918 йылдың 17 феврале (4 февраль)
Бөтөрөлгән 1918 йылдың апреле
Штаб-квартира Ырымбур

Башҡортостандың ваҡытлы  революцион советы (Автономиялы Башҡордистандың ваҡытлы революцион советы) — Башҡорт Хөкүмәтенең ағзалары ҡулға алынғас, уға ҡарата альтернатив булараҡ төҙөлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советы 1918 йылдың 4 февралендә [17 февраль1918 Ырымбурҙа «Тулҡын» башҡорт йәштәр ойошмаһының йыйылышында барлыҡҡа килгән. Совет составына Абдулла Дәүләтшин (рәйес), Г. Алпаров, Х. Ильясов, Муса Мортазин, Ф. Солтанбәков, С. Таһиров, Ж. Шәрипов, Бәхтегәрәй Шәфиев, К. Юлмөхәмәтов ингән.

1919 йылдың 19 февралендә Ырымбур  губерна ревкомы Башҡортостандың ваҡытлыса революцион советын (ВРСБ) раҫлаған. ВРСБ-ның ике вәкиле  Мосолман хәрби революцион комитетҡа, ә Бахтегәрәй Шәфиев Ырымбур губерна ревкомы составына ингән.

Главной целью ВРСБ төп маҡсаты булып Башҡортостан[1] эшсе, крәҫтиән һәм һалдаттары мәнфәғәттәрен яҡлау торған. Шулай уҡ ВРСБ үҙенең резолюцияһында 1917 йылғы Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында, республиканың совет автономияһы тураһындағы проектын индереп, Башҡордистан автономияһының законлылығын раҫлаған. ВСРБ Халыҡ Комиссарҙары Советына Башҡортостан татарҙар ойошторған Урал-Иҙел штатына инеүгә ҡырҡа ҡаршы икәнлектәрен һәм Мәскәүгә башҡорт автономияһын раҫларлыҡ тулы вәкәләткә эйә вәкилдәрен ебәреү тураһында белдерә. 26 мартта Бәхтегәрәй Шәфиев етәкселегендәге дүрт кешенән торған вәкиллек Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатына, Наркомнацҡа, «Башҡортостан автономияһы проекты»[2] н тапшырған. Ләкин Мосолман эштәре буйынса Комиссариат һәм Наркомнац берлектә, Татар-Башҡорт Совет Республикаһы тураһындағы проектты әҙерләп ҡуйғанлыҡтан, проект ҡаралмаған.

ВРСБ эшмәкәрлеге, БашҡортСовет Республикаһын төҙөүгә кире ҡарашта торған, милләттәр эштәре буйынса комиссар Ғ. К. Шәмиғоловтың ҡаршылығына осраған. Шәмиғолов позицияһын Ырымбур губерна партия комитеты секретаре Коростелев һәм ҡайһы бер башҡа ағзалар[3] яҡлаған. 1918 йылдың 30 мартында Ырымбур губерна башҡарма комитеты, пролетар революция милли сиктәр һәм автономиялар сикләнгәнлеген танымай, һәм, йәнәһе, ВРСБ эшмәкәрлеге Башҡорт өлкә (үҙәк) шуро[4] эшмәкәрлегенән бер нисек тә айырылмай тигән аңлатма менән, ВРСБ-ны таратҡан. Әммә ВРСБ был ҡарарға буйһонмай һәм апрель башында Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә. Оҙаҡ та үтмәй ВРСБ үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан. 

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921) — Уфа: Китап, 2000. — 368 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Создание Башкирской Автономии(недоступная ссылка)
  2. Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше.. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993. — 352 с.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 1. — С. 60. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  4. Касимов С. Ф. Временный Революционный Совет Башкортостана. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 215. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]