Туйсин Рәмил Париж улы
Рәмил Париж улы Туйсин | |
---|---|
Файл:Туйсин Рәмил Париж улы.jpg | |
Тыуған көнө | 12 апрель 1972 (53 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Туйсин Рәмил Париж улы (12 апрель 1972 йыл) — педагог һәм һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
Биографияһы
Рәмил Париж улы Туйсин 1972 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.
1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағаc, 2000 йылдан Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт урта мәктәбендә, 2001—2008 йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Учалы филармонияһы концерттарында ҡатнаша. 2009 йылдан уҡытыу-методик эш буйынса белгес, 2011 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалының Студенттар ижады үҙәге етәксеһе.
Ижады
Репертуарында йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры, шул иҫәптән: «Абдрахман кантон», «Ауыл көйө», «Буранбай», «Сибай». Хөсәйен Әхмәтов, Х. А. Дәүләтов, Ю. Х. Үҙәнбаев һ. б. йырҙарын башҡара. 2007 йылдан Туйсиндар ғаилә концерт студияһы етәксеһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
Ҡаҙаныштары
«Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале (2001 йыл, Нефтекама ҡ.), «Студент яҙы» Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары студенттарының ижад фестивале (1995 йыл, Өфө ҡ.), «Башҡортостан — Урал ынйыһы» халыҡ ижады республика форумы (2005 йыл, Өфө), «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы (2002 йыл, Сибай ҡалаһы.) лауреаты.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.