Һорнай

Һорнай — тынлы боронғо башҡорт милли музыка ҡоралы. Борғо йә мөгөҙ мөштөк итеп һүрәтләнә. Мөштөклө һорнай хәрби походтарҙа, һунарҙа сигнал биреү ҡоралы булып хеҙмәт итә[1]. Телле һорнайҙы, ғәҙәттә, көтөүселәр ҡуллана[2].

undefined

Этимологияһы

Оксфорд университетынан музыка этнографияһы өлкәһе белгесе Лоуренс Пикен, зурна «سرنای» (surnāy — һорнай, сорнай, сурнай) фарсы «سو» (sūr) — «байрам», һәм «نای» (nāy) «ҡамыш, торба» һүҙҙәренән барлыҡҡа килә, ти[3].

Ғәмәлдә Хеттар империяһы осоронда ла zuṙna һүҙе осрай. Шулай уҡ был термин лувий иероглифтарында ла zurni («мөгөҙ») булараҡ осрай[4].

Тасуирламаһы

Һорнайҙың телле һәм мөштөклө төрҙәре бар. Теллеһе гобойға оҡшаш, 4-5 тишеге булған 40 сантиметр самаһындағы бер йәки ике көпшәле ағас йәки металл торба. Уның өҫкө өлөшөндә ҡамыш тел, аҫҡы яғында мөгөҙҙән эшләнгән киң ауыҙ ҡуйыла. Мөштөклөһө мөгөҙҙән эшләнә, уның 1-2 тишеге була, йәки бөтөнләй тишекһеҙ була. уйын ҡоралына өргән ваҡытта тишектәргә бармаҡ бите менән баҫып, тауыш — көй сығарыла. Телле һорнайҙың тауыш арауыға октаваға етә[2].

Тергеҙелеүе

Башҡорт һорнайы тураһында беренсе яҙма сығанаҡ 1867 йылда теркәлә һәм ул «Иллюстрированное описание музыкальных инструментов, хранящихся в Дашковском этнографическом музее, в Москве: с 137 рисунками в тексте и 3 таблицами» тип атала. Унда 150 һаны аҫтында «Пастушiй рожокъ башкиръ»[5] — һорнай тураһында яҙыла. Ошо яҙма нигеҙендә 2003, 2005 йылдарҙа Өфө оҫталары Н. Старостин менән А. Латипов уйын ҡоралын трегеҙеп эшләп, башҡарыу өсөн уңайлы репертуар һайлай[6]. Уларға тиклем, XX быуаттың 90-сы йылдарында Б. А. Иҫәнсурин мөгөҙ һәм еҙҙән мөштөклө һорнай эшләй[2].

1984 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус урта музыка мәктәбендә «Һорнай» исемле фольклор ансамбле (етәксеһе Юлай Ғәйнетдинов) ойошторола. Уйын ҡоралы тәү тапҡыр ансамбль концертында 1988 йылда яңғырай[7].

Таралышы

Һорнай Азия, Кавказ, Ҡытай, Рәсәй халыҡтары араһында киң таралған (татар. сорнай, сурнай,әзерб. һәм төр. zurna, курд. zirne, әрм. զուռնա, грек. ζουρνάς, үзб. сурнай, surnay,cыу. сӑрнай, фарс. سرنای, сорнай, سورنای, сурнай[8][9][10], ҡарас.-балҡ. сарнай, сырыйна[11][12][13], сер. һәм макед. зурла,флейта, ҡырғ. сурнай[14]). Славяндарҙа — жалейка (жаломейка йәки жулейка), дөйөм ориенталь (ислам) мәҙәниәтендә — зум мара. Уларға Европаның традицион уэльс hornpipe (pibhorn) һәм атамаһында horn (мөгөҙ) тамыры ятҡан башҡа аэрофондары инә. 2013 йылдың мартында Өфөгә Японияның айны халҡы вәкиле, музыка этнографы Лео Тадагава килә. Башҡорт һорнайы менән танышҡас, ул уның япон хитирикиһына оҡшауын белдерә. Японияла был уйын ҡоралы тураһында беренсе иҫкә алыуҙар VIII быуатҡа ҡарай[6].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирско-русский словарь военной лексики
  2. 1 2 3 А. М. Ҡобағошов. Һорнай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Picken, Laurence. Folk Music Instruments of Turkey. — Press. London: Oxford University. — С. p. 485.
  4. The Survival of Ancient Anatolian and Mesopotamian Vocabulary until the Present (инг.) // Journal of Near Eastern Studies. — 1991-07. — Vol. 50, iss. 3. — P. 203–207. — ISSN 1545-6978&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 0022-2968, 1545-6978. — DOI:DOI:10.1086/373501. Архивировано 19 март 2022 года.
  5. «Пастуший рожок башкир состоит из пары оловянных трубок (ок. 22 см), с двумя и четырьмя отверстиями для пальцев, с одного конца их вставлены тростниковые пищики с дрожащим язычком. Трубки вправлены в деревянные корытца так, что отверстия для пальцев остаются открытыми с одной, а пищики открыты с другой стороны, отсюда ведет раструб из рога, надставленный берестой. Отверстия с пищиками, таким образом, оказывается посредине инструмента (общая дли- на которого ок. 39 см), в это отверстие при посредстве рта нагнетается воздух. Первая из трубок издает звуки, as b c(2), вторая — h c(2) des(2) es(2) f(2), при вдувании извлекаются сразу два звука»
  6. 1 2 Рожок башкирских пастухов
  7. Рәшит Шәкүр. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, 1995 йыл, 12-се һан
  8. Зурна
  9. Энциклопедия Британника Архивная копия от 1 май 2009 на Wayback Machine (инг.)
  10. Güncel Türkçe Sözlük 2010 йылдың 4 март көнөндә архивланған. (төр.)
  11. Балкарская ономастика в парадигме современной лингвистики Архивная копия от 1 ғинуар 2014 на Wayback Machine (рус.)
  12. Балкарские музыкальные инструменты Архивная копия от 1 ғинуар 2014 на Wayback Machine (рус.)
  13. Зурна в Карачаево-Балкарских обрядах Архивная копия от 24 декабрь 2013 на Wayback Machine (рус.)
  14. [sputnik.kg/infographics/20160310/1023064435.html Кыргыздын музыкалык аспаптары. Кылымдарды карыткан кереметтүү добуштар инфографикада] (kyr). — 10.03.2016.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар