Ҡарабулатов Рәсүл Рафиҡ улы

Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов (рус. расуль Рафикович Карабулатов; 1968 йылдың 18 марты, Урта Муйнаҡ, Башҡорт АССР-ы) — ҡурайсы, йырсы һәм театр актёры. Ҡала мәҙәни-ял үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003). Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1996) һәм ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсы лауреаты (1991).

Биографияһы

1968 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылында тыуған.

1987 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класын, аҙаҡ — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Уҡыу барышында ике йыл СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайта[1].

1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында эшләй.

1998—1999 йылдарҙа «Башҡортостан» ДТРК-ның «Таныш булмаған таныштар» һәм «Таныш булмаған таныштар-2» музыкаль телефильмдәрендә төп ролдәрҙе башҡара. «Башҡортостан» киностудияһында нәфис фильмдәрҙә төп ролдәрҙә уйнай: Ҡурамша Йәнбирҙин («Сөмбөлдөң етенсе йәйе», 2002 йыл), Мәрәһим («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», 2003 йыл).

2006 йылда Рәсүл Ҡарабулатов Өфө ҡалаһындағы "Дуҫлыҡ Йорто"ноң директоры итеп тәғәйенләнә, 2007 йылдан ул — Башҡортостан Республикаһының «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры.

2010 йылдың декабренән 2014 йылдың февраленә тиклем Рәсүл Рафиҡ улы — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының директоры[2].

Ғаиләһе: ҡатыны — Ҡарабулатова Айгөл Ҡәҙим ҡыҙы, ҡыҙы Гөлнур Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡый, улы Ильяс Башҡорт дәүләт филармонияһының «Карауанһарай» төркөмөндә бейеүсе булып эшләй.

2017 йылдың 10 июленән Ҡала мәҙәни-ял үҙәге директоры[3].

2018 йылдың 10 ноябрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсүл Ҡарабулатовтың ҙур юбилей концерты үтте[4].

2020—2023 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.

2024 йылдың февралендә Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов МХО зонаһында (рус.)баш. башҡорт частары һалдаттары өсөн концерттар менән сығыш яһай[5].

2025 йылдың 27 авгусында Өфөлә Хәрби мәҙәниәт көндәре сиктәрендә Төбәк Башлығы Радий Хәбиров Рәсүл Ҡарабулатовҡа Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «За веру и службу Отечеству» миҙалын тапшыра[6].

Ижади эшмәкәрлеге

Ҡурайсы-музыкант

Рәсүл Ҡарабулатов «Карауанһарай» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе, хәҙерге көндә лә унда эшләй. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика ҡурайсылар конкурсында I урын ала.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

Башҡортостан Республикаһы Милли Йәштәр театрында Тәлғәт образын (Әнғәм Атнабаев, «Мөхәббәт тураһында йыр»), Салауат Юлаев образын (Мостай Кәрим, «Салауат») ижад итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997);
  • Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1996);
  • Ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсы лауреаты (1991);
  • Салауат Юлаев ордены (2023);
  • «За веру и службу Отечеству» миҙалы (2025).

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Айгөл, Өфө балалар филармонияһының кадрҙар буйынса белгесе[7]
  • Гөлнур, йырсы, бейеүсе.
  • Ильяс, бейеүсе, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының теле- һәм радио тапшырыуҙары алып барыусыһы[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Карабулатов Расуль Рафикович. Башкирская государственная филормония. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  2. Халил Хамзин. Интервью с Карабулатовым Р.Р., директором Башкирской государственной филармонии имени Хусаина Ахметова. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  3. МБУ ГКДЦ - Уфа - Директор Карабулатов Расуль Рафикович. Муниципальное бюджетное учреждение «Городской культурно-досуговый центр» городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  4. Өфөлә музыкант, йырсы, актёр Рәсүл Ҡарабулатов юбилей кисәһенә саҡыра. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 1 ноябрь 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2025)
  5. Лилия Гайсина. В зоне СВО побывал народный артист республики Расуль Карабулатов. Асылыкуль (16 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  6. Рәсүл Ҡарабулатовҡа - РФ Оборона министрлығынан юғары награда! (башҡ.). Йәшлек гәзите (28 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  7. Наша команда. удф.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  8. Ветераны "Радио России Башкортостан" рассказали о преемственности поколений: сюжет "Вестей". gtrkrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.

Һылтанмалар

  • Э.Ә.Әхмәтшина Тәрж. Г.Һ.Ризуанова. Ҡарабулатов Рәсүлл Рафиҡ улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (19 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.

Тема буйынса өҫтәмә