Иҫәнбаев Йомабай Мөтиғулла улы
Иҫәнбаев Йомабай Мөтиғулла улы (21 сентябрь 1891 йыл — 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет ҡурайсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1991 - үлгәндән һуң).
Ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт милли музыка ҡоралын Франция, Германия, Швеция, Бельгия һәм Голландия сәхнәләрендә танытҡан тәүге музыканттарҙың береһе.
Биографияһы
Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаев 1891 йылдың 21 сентябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Исмәғил ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылында) тыуған.
1925 йылдан Вәлиулла Мортазин-Иманский ойошторған һәм етәкләгән Башҡорт күсмә театрының (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ул осорҙағы составында) ҡурайсыһы булып эшләй.
1929 йылда Хәйбулла районында «Һарыкүл» колхозын ойоштора һәм артабан уға етәкселек итә.
1940 йылда, халыҡ дошманы тип иғлан ителгән Зәки Вәлиди менән бәйләнештә булғаны өсөн нахаҡҡа ғәйепләнеп, ҡулға алына. Омск ҡалаһында төрмәлә ултыра.
1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына ебәрелә. Курск-Орёл йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылда Воронеж ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була.
Ижади эшмәкәрлеге
Хәтер
- 2024 йылдың 17 авгусында Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылында Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды[2].
- 2024 йылдың июнендә Өфөлә «Йомабай Иҫәнбаев» исемле альбом-китап донъя күрҙе, ул ҡурайсының тормошо һәм ижади эшмәкәрлегенә арналған[3].
- Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев музейы эшләй[4].
- Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе ойошторола
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылы
- ↑ В Башкирии открыли памятник выдающемуся кураисту Юмабаю Исянбаеву. ИА «Башинформ», 19 августа 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 август 2024)
- ↑ В Уфе издана книга-альбом о жизни и деятельности Юмабая Исянбаева. ИА «Башинформ», 26 июня 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2024)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 24 июнь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2016)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ИҪӘНБАЕВ Йомабай Мөтиғулла улы (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2024)
- Миләүшә Ҡасимова. Йомабай Иҫәнбаев // Шоңҡар : журнал. — 2010. — № 2.
- Ғәйнетдинов Ю. И. Йомабай ҡурайсы // Ватандаш. — 2016. — № 4. — С. 3—12. — ISSN 1683-3554.