Шөғәйепов Вәкил Шакир улы
Вәкил Шакир улы Шөғәйепов (рус. Шугаюпов, Вакиль Шакирович; 1936 йылдың 29 авгусы, Әлкә ауылы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, СССР — 2017 йылдың 28 июне, Өфө) — совет һәм Рәсәй рәссамы, башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).
Биографияһы
1936 йылдың 29 авгусында Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер — Салауат районы) Әлкә ауылында тыуған[1].
Төньяҡ флотта хеҙмәт итеп ҡайтып[2], Ҡазан художество училищеһын тамамлай (1963). Өфөнөң 77-се урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙма дәрестәрен уҡыта (1963—1966), РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы (1966—1981). 1981 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ҡурай — халыҡ тынлы музыка ҡоралын эшләү оҫтаһы була, шпон ҡурай эшләү ысулын таба[2].
1974 йылда авторлыҡ хоҡуғын раҫлата[2]. Думбыраның — башҡорт халҡының ҡыллы сиртмә уйын ҡоралының һаҡланып ҡалған өлгөләрен эҙләү һәм уны тергеҙеү менән шөғөлләнә. 1985 йылдың майында ул эшләгән думбыра өлгөләре (сопрано, альт, бас) киң етештереүгә тәҡдим ителгән һәм производствоға индерелә.
1995 йылда халыҡҡа милли һыҙғыслы музыка ҡоралы — реконструкцияланған ҡыл-ҡумыҙҙы тәҡдим итә. Уға 1998 йылда патент ала[1]
Вәкил Шөғәйеповтың эштәре Башҡортостан Республикаһы Милли музейында, Мәскәүҙә М. И. Глинка исемендәге Дәүләт үҙәк музыка мәҙәниәте музейында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә щәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
2017 йылдың 27 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Тыуған Салауат районының Әлкә ауылында ерләнә.
Наградалары
- СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы (1984);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988) — халыҡ уйын ҡоралдарын реконструкциялау буйынса проекттары өсөн;
- «Алтын ҡул-оҫта» Республика конкурсы лауреаты (2004);
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһының «Халыҡ музыкаһы» номинацияһы лауреаты (2013) — халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн[2].
Фильмографияһы
- «Мастер Вакиль» — документаль фильм, ВГИК киностудияһында режиссёр Азамат Хужахмәтов һәм оператор Леонид Мешков төшөрә (1992)[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шөғәйепов Вәкил Шакир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 август 2021)
- «Башкирский Страдивари». Статья на портале Малый бизнес Башкортостана 2008 йылдың 21 март көнөндә архивланған.
- «Древнее легенды». Статья в журнале Вокруг света
- «Возрождение курая». Статья в журнале Бельские просторы