Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы

Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков (рус. Ишморат Каюмович Ильбаков; 1963 йылдың 10 феврале, Ғәлиәхмәт, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй артисы, музыкант, ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).

Биографияһы

1963 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында тыуған.

Ишморат Ҡәйүм улы бала саҡтан гармунда һәм тальянда уйнай. 1978—1982 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайҙа уйнарға өйрәнә.

1982—1984 йылдарҙа Камчаткала совет армияһы сафында хеҙмәт итә.

1996 йылда Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетын тамамлай[1].

Ижади ҡаҙаныштары

Башҡорттарҙың традицион инструментының камиллаштырылған варианты булған хроматик ҡурайҙы (Ишҡурай) уйлап таба һәм патентлай[2][3].

12-се Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестиваленең һәм 1980 йылғы Мәскәү Олимпиадаһының мәҙәни программаларында ҡатнаша.

Ҡыҙыл ҡалаһында (Тыва Республикаһы) үткән «Коолай» фестивалендә призлы урын яулай.

Ул Рәсәй, Европа, АҠШ ҡалаларында сығыш яһай, утыҙҙан ашыу илдә була.

Ул үҙенсәлекле көйҙәр ижад итеүсе, импровизация оҫтаһы, халыҡ музыка традицияларын һаҡлаусы һәм тәжрибәһен йәш быуынға тапшырыусы булараҡ билдәле[4].

Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары киң урын ала, шул иҫәптән «Абдрахман кантон», «Азамат», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә» һәм башҡалар. Ҡурай өсөн үҙе ижад иткән «Атлы үҫәргән», «Ислам көйө», «Мәмдүҙә» пьесалары, шулай уҡ башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре, донъя халыҡтары көйҙәре лә башҡарыла. Ә. Исмәғилева һүҙҙәренә «Ғәйепләмә», Ф. Ф. Илбәкова һүҙҙәренә «Шаян ҡыҙ Зөлхизә», «Ырыҫбикә», «Ялтыр баш Мөйәм ҡарт» һәм башҡа йырҙар авторы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
  • Тула ҡалаһында бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурсы дипломанты (1986));
  • Краснодарҙа бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурсы дипломанты (1985);
  • Ҡыҙылда «Коолай» фестивале лауреаты (1981)[4].

Ғаиләһе

  • Ата-әсәһе Ҡәйүм һәм Ырыҫбикә Илбәковтар.
  • Тормош иптәше Франгиза Илбәкова, режиссёр, артист, йырҙар авторы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (2023);
  • Ҡыҙҙары Зөлхизә Илбәкова, композитор һәм йырсы[6].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Бөгөн Ишморат Илбәковтың юбилейы! (башҡ.). Шоңҡар (10 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  2. Азат Бикчурин: «В курае вся история башкирского народа». Республика Башкортостан (12 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  3. Продольная флейта «Ишкурай». Патент на изобретение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  4. 1 2 Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков 55 йәшлек юбилейын билдәләй (башҡ.). Башғортостанды мәҙәни донъяһы (28 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  5. Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  6. Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: АН РБ «Гилем», 2010. — 400 с.