Илбәкова Франгиза Финан ҡыҙы

Франгиза Финан ҡыҙы Илбәкова (рус. Франгиза Финановна Ильбакова; 1965 йылдың 15 сентябре, Юлай ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй актрисаһы, режиссёр, йырҙар авторы, тележурналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2023)

Биографияһы

Франгиза Финан ҡыҙы Илбәкова 1965 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Юлай ауылында тыуған[1].

1983 йылда ауыл советы үҙәге Әлкәлә урта мәктәп тамамлай.

1983—1987 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының актёр һөнәре бүлегендә педагог һәм режиссёр Рифҡәт Исрафилов класында уҡый.

1987—1992 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» ансамблендә һөйләү жанры артисы булып эшләй. Ансамбль составында илдең күп төбәктәрендә гастролдәрҙә була, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша.

1992—1996 йылдарҙа Мәскәүҙә Телевидение хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының «Художестволы телевизион режиссура» бүлегендә уҡый.

1996—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамаша» ижади төркөмөндә эшләй. Тәүге тапшырыуҙары — «Ҡуласа», «Дарман» һәм «Йома» программалары. Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Яныбай Хамматов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Ғайса Хөсәйенов, Илшат Йомағолов, Тәлғәт Шәриповтың — ижади портреттарын әҙерләй. Шағир Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Йомабикә Ильясова, Булат Рафиҡов, Ҡәҙим Аралбай, Тамара Ғәниева һәм башҡа яҙыусы-шағирҙар тураһында телевизион фильмдарын зәңгәр экранға сығара. «Мөхәббәттең дүрт миҙгеле» тигән поэтик фильмы «Ер һәм кешеләр» төбәк фестиваль-конкурсында Гран-при менән билдәләнде.

«Манара» дини тапшырыуы, «Айгөл иле» телевизион журналы, «Аҡ тирәк — күк тирәк» интерактив программаһы, «Арҡайым» интеллектуаль клубы, «Инсан» тапшырыуҙар циклдары кеүек проекттарҙың режиссёр-ҡуйыусыһы. Шулай уҡ иртә вафат булған йәш әҙиптәр иҫтәлегенә бағышланған «Нәҙер» телетапшырыуҙар циклын әҙерләүсе. Клипмейкер һөнәре телевидениела яңы йүнәлеш ип иҫәпләнгән осорҙа режиссёр күп һанда клиптар төшөрә.

«Фирангиза» псевдонимы менән яҙылған күп йырҙар авторы. Композиторҙар Салауат Низаметдинов, Ришат Сәғитов, Артур Туҡтағолов, Ғәлинур Юламанов, Юрий Шитов, тормош иптәше Ишморат Илбәков һәм ҡыҙы Зөлхизә Илбәкова менән хеҙмәттәшлек итеп, күп йырҙар ижад итте[2].

2013 йылдан «Башкортостан» телерадиокомпанияһының Телевидение-радио сәнғәте мәктәп-студияһында эшләй. 2016 йылдан — «Башҡортостан» ДТРК-һы художество программалары бүлегендә үҙ хәбәрсе, автор һәм режиссёр булараҡ тапшырыуҙар ойоштора[3].

Әҙәби ижады

2015 йылда Франгизә Илбәкованың 50 йәшлек юбилейы айҡанлы шиғырҙар һәм йырҙар йыйынтығы, шулай уҡ клиптарынан торған DVD диск сығарҙы[3].

undefined

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2023)[4];
  • «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» IV республика конкурсы еңеүсеһе (2020)[5].

Ғаиләһе

Иҫкәрмәләр

  1. Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.)
  2. 1 2 Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: АН РБ «Гилем», 2010. — 400 с.
  3. 1 2 В Уфе пройдет творческий вечер режиссера и автора песен Франгизы Ильбаковой. <fibyajhv (24 ctynz,hz 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  4. Указ Главы Республики Башкортостан от 9 октября 2023 г. N УГ-896 "О присвоении почетных званий Республики Башкортостан". ЭПС Система ГАРАНТ –. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  5. Глава Администрации Кировского района встретился с победительницей IV Республиканского конкурса «Женщина – мать нации» Франгизой Ильбаковой. News (6 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.

Һылтанмалар