Үтә бейек йорттар
Үтә бейек йорттар (ингл. skyscraper) — кешеләргә йәшәү һәм хеҙмәт урындары булдырыу өсөн төҙөлгән донъялағы иң бейек йорт-биналар, манаралар.
Уларҙың минималь бейеклеге күпме булырға тейешлеге бөгөн дә бәхәс тыуҙыра. АҠШ һәм Европала минималь бейеклеге 150 м йәки 500 фут булған йорттарҙы үтә бейектәр рәтенә индерәләр[1].
300 метрҙан бейек биналар үтә бейек йорттар тип атала[2].
Иң бейек йорттарҙың бейеклеген иҫәпләгәндә теле— һәм радиоманаралар оҙонлоғо бында кермәй.
Бина бейеклеген үлсәүҙәге өс критерий:
- бинаның конструктив бейеклеге.
- өҫтәге ҡатҡа хәтле .
- антенна(һ.б.) осонаса.
Төп критерий булып — 1-се тора.
19-сы быуатҡа ҡәҙәре бейек биналар һирәк төҙөлгән.
2011 йылдың октябренә донъяла 150 метрҙан бейек 2490 бейек ҡоролма иҫәпләнә[3].
Беренсе иң бейек ҡоролма
Иң беренсе бейек ҡоролма булып 1985 йылда төҙөлгән Чикаголағы The Home Insurance Building иң бейек бина һанала. Ул 1931 йылға хәтле була. Башта ул 42 метрлы һәм 10 ҡатлы булып төҙөлә, ә 1891 йылда тағын ике ҡат өҫтәлә (бейеклеге 55 метрға етә). Проект авторы — Уильям Ле Барон Дженни. Ул бина төҙөүҙә беренсе булып каркастар ҡуллана.
Иң бейек 10 ҡоролма
Ерҙәге иң бейек 10 ҡоролма
| Исеме | Ҡала | Бейеклеге, м | Ҡаттар | Төҙөлөү йылы |
|---|---|---|---|---|
| Бурдж Халифа | 828 | 163 | 2009 | |
| Шанхай башняһы | 632 | 128 | 2014 | |
| Абрадж аль-Бейт | 601 | 120 | 2012 | |
| Халыҡ-ара сауҙа үҙәге 1 | 541,3 | 104 | 2013 | |
| Тайбэй 101 | 508 | 101 | 2004 | |
| Шанхай бөтә донъя сауҙа үҙәге | 492 | 101 | 2008 | |
| Халыҡ-ара коммерция үҙәге | 484 | 108 | 2010 | |
| Петронас-1 | 452 | 88 | 1997 | |
| Петронас-2 | 452 | 88 | 1997 | |
| Наньцзин Гринлэнд аҡса үҙәк | 316,6 | 66 | 2010 |
Ҡитғалар буйынса иң бейек ҡоролма
| Континент | Исеме | Ҡала | Бейеклеге, м | Ҡаттар | Төҙөү йылы | |
| Австралия һәм Океания | Q1 | 323 | 78 | 2005 | ||
| Азия | Дубай манараһы | 828 | 163 | 2009 | ||
| Африка | Карлтон Сентр Офис Тауэр (инг.)баш. | 223 | 50 | 1973 | ||
| Европа | Меркурий Сити Тауэр | 339 | 75 | 2013 | ||
| Төньяк Америка | Халыҡ-ара сауҙа үҙәк 1 | 541,3[4] | 105 | 2013 | ||
| Көньяк Америка | Парке Сентраль Торре Эсте (инг.)баш. | 225 | 56 | 1979 |
Тарихи иң бейек ҡоролмалар
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Skyscrapernews 2018 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ CTBUH Criteria for Defining and Measuring Tall Buildings (ингл.). — Критерии Совета по высотным зданиям и городской среде (CTBUH) по классификации высотных зданий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ CTBU. List of all completed buildings in the world 2012 йылдың 11 ғинуар көнөндә архивланған. (инг.)
- ↑ Tallest skyscrapers | Emporis.com
Һылтанмалар
- Kingdom Tower — Иң бейек ҡоролма 2012 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- Бейек мода 2008 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған. «Новые известия» 15.02.2007
- Skyscraperpage — Донъяның иң бейек ҡоролмалары
- Күктерәүҙәр төҙөлөшө (инг.)
- Бейек биналар базаһы 2011 йылдың 6 август көнөндә архивланған. (инг.)
- Күктерәүҙәр виртуал музее (инг.)
- Бейек биналар һәм ҡалалар советы (инг.)
- Мәскәү биналары фотолары 2012 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған. (рус.)