Бурдж-Хәлифә
«Бурдж-Хәлифә» («ғәр. برج خليفة» — «Хәлиф башняһы», 2010 йылда «Бурдж Дубай» исеме бирелә) — Дубайҙа 828 метр бейеклегендәге бейек йорт, донъяла иң бейек бина. Формаһы менән сталагмитты хәтерләтә. Тантаналы асыу 2010 йылдың 4 ғинуарында үтә[3].
Бина үҙенселектәре
Үтә бейек йортто төҙөү 2004 йылда башлана һәм аҙнаһына 1-2 ҡат төҙөлә. Төҙөлөшкә көн һайын 12 000 эшсе йәлеп ителә[4]. Уны төҙөү өсөн 320 мең кубометр бетон һәм 60 мең тоннанан артыҡ ҡорос арматура китә. Бетон эштәре 160 -сы ҡатта туҡтатыла, артабан 180 метрлы шпильдең металл конструкцияһын йыйыу башлана. Елдән һелкенеүҙе кәметеү өсөн бина формаһы асимметриялы[5]. Бина эсендә кондиционерҙар ҡулланыу кәрәклеген кәметеү һәм йылынмаһын өсөн тоноҡландырылған быяла термопанельдәр ҡулланылған (Дубай һауа температураһы 50 °C-тан юғарыраҡ була).
Нью-Йорк үтә бейек йорттарынан айырмалы булараҡ Бурдж-Хәлифә ҡая грунтына беркетелмәген. Бинаның нигеҙендә 45 м 1,5 м диаметрлы эленмәле свайҙар ҡулланылған. Барлығы 200 свай[5].
Төрлө сығанаҡтарҙа бинала донъяла 18 м/с тиҙлек менән иң тиҙ йөрөүсе лифт тип телгә алалар, әммә бинаның рәсми сайтында һәм лифтты этештереүсе сайтында лифт тиҙлеге 10 м/с тип бирелә. Ысынында иһә иң тиҙ йөрөүсе лифттар Тайбэй 101 үтә бейек йортонда, уларҙың тиҙлеге — 16,83 м/с.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://skyscrapercenter.com/building/burj-khalifa/3
- ↑ http://skyscrapercenter.com/building/burj-khalifa/3 — Совет по высотным зданиям и городской среде.
- ↑ Известия. Ру: Лидер Дубая открыл самый высокий небоскреб в мире, переименовав его в честь президента ОАЭ
- ↑ Небоскрёбы ещё себя покажут // Наука и жизнь. — М, 2006. — № 12.
- ↑ 1 2 Фильм «Бурдж-Халифа. Вертикальный город». 2011
- ↑ Quick Facts on Burj Dubai/Burj Khalifa
Тышҡы һылтанмалар
- Рәсми сайты
- Бурдж-Халифаға экскурсия 2012 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- Комплекс фотографиялар