Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы
Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина (рус. Лариса Хашимовна Абдуллина; 1975 йылдың 28 июле, Мәкәш, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт Рәсәй журналисы, шағир һәм тәржемәсе. 2020 йылдың июненән «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар (2007) һәм Журналистар (2002) союздары ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2025), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2023). Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы (2018) Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2008) һәм Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019) лауреаты.
Биографияһы
Абдуллина (ҡыҙ фамилияһы Ситдиҡова) Лариса Хашим ҡыҙы 1975 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) [Дәүләкән районы]] Мәкәш ауылында тыуған[1].
Тыуған ауылында урта белем алғандан һуң, 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлегенә уҡырға инә.
Юғары һөнәри белем алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда «Йәшлек» гәзитендә хәбәрсе булып башлай. 2008 йылдан — «Башҡортостан» гәзитендә эшләй, 2011 йылдан — әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була[1].
2020 йылдың 18 июненән — «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире[2][1]
Ҡаҙаныштары
Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Лариса Абдуллина 2015 йылда Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ премияһына лайыҡ булды[3].
2016 йылдың сентябрендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[4]
2019 йылдың ноябрендә шағир Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһына лайыҡ булды[5].
2019 йылда «Башҡортостан» гәзитенең ижади коллективы был баҫмала донъя күргән публицистик мәҡәләләре өсөн Лариса Абдуллинаны Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим итте[6]. 11 октябрҙә уның ошо мәртәбәле бүләккә лайыҡ булуыуы тураһында иғлан ителде.
2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[7]
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы[8][9]
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы[10].
Ижады
Лариса Абдуллина шиғриәте нескә лиризм һәм тәрән философия менән һуғарылған. Уның шиғырҙары эскерһеҙлек, саф күңеллелек һәм ихласлыҡ менән айырыла, уларға сағыу образлылыҡ һәм тел байлығы хас.
2020 йылда әҙиптең шиғри шәлкеме рус телендә нәшер ителгән «Литературная Кабардино-Балкария»" әҙәби-художестволы һәм ижтимағи-сәйәси журналының тәүге һанында донъя күрҙе, уға «Башкавдивизия», «Төштәр», «Соль-Илецк», «Яратам» һәм башҡа әҫәрҙәр ингән. Уларҙы руссаға шағир-тәржемәселәр Мамед Хәлилов, Светлана Чураева, Сергей Янаки тәржемә иткән[11].
Нальчик ҡалаһында балҡар телендә сыҡҡан «Минги-тау» («Эльбрус») журналында 2020 йылдың ноябрендә Лариса Адуллинаның тиҫтәгә яҡын шиғыры баҫылды. Уларҙы билдәле шағир-тәржемәселәр Исмаил Байтуғанов, Сәкинәт Мусаҡаева һәм Темирлан Жашуев үҙ туған теленә түңкәргән[12].
Лариса Абдуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың башҡорт теленән 45-тән ашыу донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән «Туған тел» шиғырын туплап, 2023 йылда «Туган тел / Родной язык» исемле китап баҫтырып сығара[13].
Шағирәнең әҫәрҙәре 2025 йылдың февралендә Минск ҡалаһында белорус телендә нәшер ителгән «Ляці, мая страла!(Осоп кит, минең уғым!") исемле башҡорт шиғриәте антологияһына ингән[14].
2026 йылдың мартында «АСТ» һәм «Ленинград» нәшриәттәрендә Лариса Абдуллинаның «Позывной "Башкир"» исемле китабы сыға. Баҫма нигеҙенә реаль ваҡиғалар һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың шәхси хәтирәләре һалынған. Тиражы 1500 дана[15].
2026 йылдың 30 мартында Өфөнөң «Китап» магазинында «Позывной "Башкир"» китабының исем туйы үтә. Унда республиканың Матбуғат Һәм киң мәғлүмәт саоралары агентлығы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, Һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләренең Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Яҙыусылар Һәм Журналистар союздары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто етәкселәре һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Лариса Абдуллина үҙенең китабына индергән геройҙарҙың әсәләре һәм ҡатындары сараның абруйлы ҡунаҡтары булды[16].
Төрлө сараларҙа ҡатнашыуы
- Лариса Абдуллина республиканың башҡа киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция барған төбәктәрҙә була[17]. Был командировкалар һөҙөмтәһендә ул махсус хәрби операция зонаһында Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары һәм мәҙәниәт вәкилдәре эшмәкәрлеге арналған «Музы не молчат. Башкортостан» исемле китапты әҙерләҙә ҡатнаша. Бының өсөн 2025 йылдың сентябрендә республика Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ була[18];
- 2020 йылдың 6—10 сентябрендә Лариса Абдуллина Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалала үткән ЮНЕСКО системаһындағы «Аҡ торналар көндәре» ХХХIV Халыҡ-ара Ғамзатов әҙәби фестивалендә ҡатнашты[19].
Уҡыусылар менән осрашыуҙары
Китаптары
- Һине күргән яҙым: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 1997.
- Наҙлы мәлем ҡабатланыр һымаҡ: Шиғырҙар. Дәүләкән, 2003.
- Еләк тәме: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2006.
- Уйлыларҙы уйландырып: Публицистика. Өфө, 2006.
- Тридцать три: Стихи. Уфа, 2009. (рус.)
- Пятый элемент: Стихи. Уфа, 2011. (рус.)
- Йөрәк аҡылы: Публицистика. Өфө: Китап, 2011.
- Балҡантау рухы: Повесть, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2015[21].
- Позывной «Башкир». 2026[15].
Әҙип ваҡытлы матбуғатта
Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр
- Юрий Татаренко. «На примерах доброты, мужества, красоты...» Журнал «Бельские просторы» (14 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
- Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 ноябрь[22]
- Илгиз Ишбулатов. Кешеләр китап уҡыһа, тормоштағы хаталар ҙа әҙерәк булмаҫ инеме икән (Әңгәмә). «Киске Өфө» гәзите, 2015, № 14[23].
Ҡәләмдәштәр фекере
- Салауат Әбүзәров. Асылыкүл ҡыҙы. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 1 июнь[24].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты — республиканың киң мәғлүмәт саралары һәм мәҙәниәт вәкилдәренең махсус хәрби операция зонаһындағы эшмәкәрлегенә бағышланған «Музы не молчат. Башкортостан» китабын әҙерләүҙә ҡатнашҡаны өсөн (2025)[18];
- Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы мәҙәниәт департаментының Рәхмәт хаты — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә мәҙәниәтте популярлаштырыуҙағы һәм төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙағы өлөшө өсөн (2025)[25];
- Башҡортостандың халыҡ шағиры (2025)[26];
- Салауат Юлаев ордены (2023)[27];
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияһы (2022)[28];
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2021);
- Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты (2018)[29];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[4];
- Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019)[30];
- Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ премияһы лауреаты (2015)[3];
- Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008);
- Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019).
Ғаиләһе
Л. Абдуллина күп балалы әсә — өс ул тәрбиәләй[31].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Красивый юбилей мастера пера. Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан». Офиициальный сайт (28 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Главным редактором башкирского детского журнала «Акбузат» стала Лариса Абдуллина. ИА Башинформ, 2020, 18 июня (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2020)
- ↑ 1 2 Тел һәм ил именлеге һағында — «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 октябрь 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 В Уфе лучшим работникам Башкортостана вручили государственные награды. ИА «Башинформ», 2016, 30 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2016)
- ↑ Республикала яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығы уңайынан уның исемендәге премия тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2019)
- ↑ Определены претенденты на получение премий имени Шагита Худайбердина. Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2 сентября 2019 года 2020 йылдың 12 ғинуар көнөндә архивланған. (рус.). (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2020)
- ↑ Азат Бадранов: Идея форума писателей — перевести формат работы в современные практики. ИА «Башинформ», 27 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2021)
- ↑ Из совета по правам человека Башкирии вывели бизнесмена и приняли поэтессу. Сетевое издание «Медиакорсеть» (23 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Состав совета. Совет при Главе Республики Башкортостан по правам человека и развитию институтов гражданского общества. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Исполнительный комитет. Абдуллина Лариса Хашимовна. МСОО «Всемирный Курултай (Конгресс) башкир». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Стихи Ларисы Абдуллиной опубликованы в журнале «Литературная Кабардино-Балкария». ИА «Башинформ», 6 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2020)
- ↑ Стихи башкирской поэтессы Ларисы Абдуллиной опубликованы в балкарском журнале. ИА «Башинформ», 2 декабря 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 декабрь 2020)
- ↑ Книга одного стихотворения. Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан (22 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Беларуси издана Антология башкирской поэзии. ИА «Башинформ» (26 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Лейла Аралбаева. Вышла в свет новая книга башкирской писательницы о героях СВО. ИА «Башинформ» (5 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе состоялась презентация книги «Позывной „Башкир“». ИА «Башинформ» (30 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026. (рус.)
- ↑ Эдуард Кускарбеков. Максим Ульчев отметил работу военкоров Башкирии в зоне СВО. ИА «Башинформ» (24 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Журналист «Башинформа» стал соавтором сборника о СВО. ИА «Башинформ» (10 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
- ↑ Лариса Абдуллина принимает участие в Международном Гамзатовском литературном фестивале. ИА «Башинформ», 8 сентября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2020)
- ↑ ИА «Башинформ», 28 января 2019 года
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Баш ҡалала «Балҡантау рухы» исемле фантастик повесть донъя күрҙе (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (8 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (баш.)
- ↑ Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған. «Башҡортостан» гәзит (2015, 21 ноябрь). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2019, 3 июль.
- ↑ «Киске Өфө» гәзите, 2015, № 14
- ↑ «Башҡортостан» гәзите. 2013, 1 июнь 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
- ↑ Лейла Аралбаева. Минобороны РФ наградило деятелей культуры Башкирии. ИА «Башинформ» (25 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
- ↑ Азат Гиззатуллин. Ларисе Абдуллиной присвоено почетное звание «Народный поэт Башкортостана». ИА "Башинформ" (3 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2025.
- ↑ М. Ульчев. Глава Республики Радий Хабиров оценил труды наших коллег-женщин, работающих в СМИ и наградил их. Издательский дом «Республика Башкортостан», официальный сайт (7 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 27 декабря 2022 года № 4236-р "О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2022 года в области средств массовой информации". Российская газета (27 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2025.
- ↑ Башҡортостан журналисы һәм шағир ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 19 февраль (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2018)
- ↑ фиҙаҡәр хеҙмәт лайыҡлы баһаланды. «Башҡортостан» гәзите сайты, 2019 йыл, 11 октябрь 2019 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2019)
- ↑ «Акбузат» Ларисы Абдуллиной. jourmedia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2015. — С. 13, 14. — 496 с. — ISBN ISBN 978-5-295-06338-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2026);
Һылтанмалар
- башҡа сығанаҡтар
- Красивый юбилей мастера пера. Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан». Офиициальный сайт (28 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. (рус.)
- Стихи Ларисы Абдуллиной вновь опубликованы в журнале «Наш современник» рус. «Культурный мир Башкортостана» сайтында мәҡәлә
- Башҡорт дәүләт драма театры актерҙары «Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың» исемле тамаша менән сығыш яһаясаҡ
- Произведения башкирских писателей опубликованы в «Литературной газете». ИА Башинформ, 27 июня 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2022)