Юха

Юха — башҡорт мифологияһындағы яуыз рух, ен. Һыу стихияһы менән бәйле. Ювха исеме аҫтында Хорезм төркмәндәре һәм үзбәктәр мифологияһында ла осрай.

Тарихы

Юха персонажы (рус.)баш. башҡорт халыҡ әкиәттәрендә, «Урал-батыр» эпосында, халыҡ ырымдарында осрай. Һуңғылары буйынса, 500—1000 йәшкә еткән аждаһа Юхаға әйләнә. (Аждаһа ғәҙәттә был йәшкә етмәй, сөнки болоттар уны Ҡаф тауына алып китә)[1].

Телдә сағылышы

Башҡорт телендә Юха менән бәйле образлы аңлатмалар һаҡланған:

  • «юха йылан» — хәйләкәр кеше (рус. коварный человек);
  • «юхаланыу» — ике йөҙлөлөк күрһәтеү (рус. притворяться, лицемерить);
  • «юхалыҡ» — ике йөҙлөлөк (рус. лицемерие).

Юха образы ҡайһы бер башҡа төрки халыҡтар мифологияһында ла осрай[1]. Башҡорт халыҡ ижадынан тыш, Юха образы Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Тылсымлы ҡурай» драматик поэмаһында ла бик оҫта һүрәтләнгән.

Характеристикаһы

Мифологияла Юха кешеләрҙе ашай. Ул әҙәм йәки хайуан рәүешенә керә ала. Матур ҡыҙға әйләнеп, беренсе осраған иргә кейәүгә сыға. Төндәрен әкренләп уның ҡанын эсә, шунан ире хәлһеҙләнә һәм йән бирә.

Төндәрен Юха йыланға әүерелеп, йылға буйына һыу эсергә шыуыша, шуға ла Юғаны фашлау өсөн уға күберәк тоҙло ашамлыҡ бирәләр.

Юханың билдәләре: кендегенең юҡлығы йә ҡултыҡ аҫтында тишектәр булыуы.

Юханы утта яндырып ҡына юҡ итәләр; яндырылған Юханың көлө шифалы һаналған һәм күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланылған[1].

Башҡа төрки халыҡтар мифологияһында

Төркмәндәр һәм Хорезм үзбәктәре мифологияһында, шулай уҡ Ҡазан татарҙарында Юха (Ювха) — мең йыл йәшәгән һәм һылыу ҡыҙға әйләнгән аждаһа. Ул үтә аҡыллы булмаған иргә кейәүгә сыға һәм үҙ шарттарын ҡуя: һауыт-һаба йыуҙырмаҫҡа, сәсен тарағанда — ҡарамаҫҡа, арҡаһынан һыйпамаҫҡа. Әгәр ире Юханың сәс тарағанын күрһә — уның, башын алып, тумбочка (рус.)баш. өҫтөнә ҡуйғанына шаһит буласаҡ; арҡаһынан һыйпаһа — ҡулдары йылан тәңкәһенә тейәсәк. Юханы туйҙан һуң 40 көн эсендә үлтермәгәндә, ул ирен ашаясаҡ. Юханы бары тик һыуһыҙ ерҙә генә үлтерергә мөмкин (ашхана һәм ванна — бының өсөн бармай)[2].

Фәндә

2020 йылда Рәсәйҙең Ульяновск өлкәһендә табылған түбәнге бор осорона ҡараған ташҡа баҫылған эҙҙәр буйынса һүрәтләнгән плезиозаврҙар ырыуы (диңгеҙ рептилиялары) мифологик персонаж Юха хөрмәтенә «Jucha» тип аталған[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Аминев З. Г. Юха. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (26 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2026. (рус.)
  2. В. Н. Басилов. Ювха // Мифы народов мира. — Т. IV. (рус.)
  3. Valentin Fischer, Nikolay G Zverkov, Maxim S Arkhangelsky, Ilya M Stenshin, Ivan V Blagovetshensky, Gleb N Uspensky. A new elasmosaurid plesiosaurian from the Early Cretaceous of Russia marks an early attempt at neck elongation (инг.) // Zoological Journal of the Linnean Society. — 2020. — Vol. zlaa103. — ISSN 1096-3642.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се том. Йола фольклоры. Өфө, 1995;
  • Галин С. Ә. Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Өфө, 1999;
  • Руденко С. И. Башкиры: ист.-этногр. очерки. Уфа, 2006;
  • Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. 2‑се баҫма, үҙгәрештәр менән. Өфө, 2009;
  • Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010. — 452 с. — ISBN 978-5-02-037580-2;
  • Юха // Татарская энциклопедия / Гл. ред. А. М. Мазгаров. — Казань : Институт Татарской Энциклопедии, 2014. — Т. 6: У—Я. — С. 281. — 720 с.

Тема буйынса өҫтәмә