Зөлфиә (шағирә)
Зөлфиә Исраи́лова (псевдонимы — Зөлфиә; 1915—1996) — үзбәк совет шағирәһе. Үзбәк ССР-ының халыҡ шағиры (1965). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1976). 1953 йылдан КПСС ағзаһы.
Биографияһы
Шағирә 1915 йылдың 1 мартында Ташкент ҡалаһының Уҡсы мәхәлләһендә ҡойоусы һөнәре менән көн күргән ғаиләлә тыуған.
Зөлфиәнең ата-әсәһе юғары мәҙәниәтле кешеләр булған. Әсәһе бик күп халыҡ йырҙары һәм риүәйәттәр белгән, һәм уларҙы үҙенең балаларына һөйләгән. Балаларын юғары белемгә һәм мәҙәниәткә эйә итеп күрергә теләгән ата-әсәһе Зөлфиәлә һүҙгә һөйөү тәрбиәләгән.
Урта мәктәпте һәм ҡатын-ҡыҙҙар педагогия училищеһын тамамлағндан һуң, Зөлфиә республика гәзиттәре һәм журналдары редакцияларында эшләй, шиғриәт менән мауыға, шиғырҙар ижад итә башлай. 17 йәшендә (1932 йылда) уның «Тормош сәхифәләре» исемле тәүге китабы донъя күрә, шиғри йыйынтыҡҡа йәштәр, дуҫлыҡ һәм кеше күңеленең матурлығы тураһындағы шиғырҙары ингән. 1938 йылдан ул төрлө нәшриәттәрҙә эшләй, республика һәм республика-ара ойошмалар ағзаһы була.
Үҙенең нәфис ижады әҫәрҙәрендә Зөлфиә туған халҡын, уның күп быуатлы йолаларын данлай. Ул әсәгә — ғаилә усағын һаҡлаусыға дан йырлай, сикһеҙ рәхмәтен еткерә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Исраилова Зульфия // Герои страны (урыҫ) — 2000.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #1030215448 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Зульфия // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
Һылтанмалар
Зөлфиә (шағирә). «Герои страны» сайты.
- В. Костыря, «Творчество Зульфии». Журнал «Звезда Востока», № 6, 1953.
- «Негасимая звезда Зульфии»
- Зульфия (поэтесса) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- По страницам узбекской литературы. Зульфия
- Биография Зульфии(недоступная ссылка)
- Сафаров М. А. Теплый дом, встречающий гостей. К столетию узбекской поэтессы Зульфии // http://www.islamrf.ru/news/culture/c-news/38372/