Рәмил Ҡол-Дәүләт
Биографияһы
Рәмил Хөснөтдин улы Дәүләтҡолов 1958 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Сиҙәм мәктәбендә урта белем алғас, Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһында уҡый. 1981 йылдан Бөрйән район мәҙәниәт һарайында эшләй[1].
1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм «Китап» нәшриәтендә, 1994 йылдан «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә хеҙмәткәр була.
1995—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр милли театрында әҙәби мөхәррир.
Студент сағында уҡ уның «Ямғыр алдынан» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығын сығара. Артабан Рәмилдең төрлө йылдарҙа өс китабы донъя күрә. Драма әҫәрҙәре Башҡортостандың бер нисә театрында ҡуйыла[1].
1990 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Әҙип ҡаты ауырыуҙан һуң 1998 йылдың 12 ғинуарында Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнә[1].
Китаптары
- Һигеҙенсе мөғжизә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.
- Ҡарауыл!!!: Пьесалар. — Өфө: Китап, 1996.
- «Егет һүҙе» йыйынтығында шиғыр шәлкеме. — Өфө: Китап, 1998.
- Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008.
Әҙип һәм уның ижады матбуғатта
- Әлибаев З. Рух саҡырыуы. // Йәшлек. 2001, 16 ғинуар.
- Мәҡсүтов Ю. Иртәрәк белгән булһаҡ әгәр... // Йәшлек. 2002, 5 март.
- Байрамғолова Ю. Шағир рухын ҡыуандырҙыҡ. // Йәншишмә. 2002,-13 март.
- Рәмил Ҡол-Дәүләт. // Тамаша. 2003, 29-52-се биттәр.
- Үтәбай Ә. «Офоҡтарға китеп юғалһам...» // Ағиҙел. 2008, № 5, 144-149 б.
- Үтәбай Ә. «Тоҡандырыусыларҙың» береһе. // Башҡортостан. 2008, 29 май.
- Шәрәфетдинов Д. «Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ, офоҡтарға китеп юғалһам...»// Йәшлек. 2008, 31 май.
- Усманова К. Йондоҙ атылды. // Башҡортостан. 2008, 9 июль.
- Мусина Р. Йәшләй китте, йәшнәп китте. // Осҡон. 2010, 4 февраль.
Хәтер
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2023)
Һылтанмалар
- Рәмил Ҡол-Дәүләт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 май 2021)
- Литературная карта Республики Башкортостан: Давлеткулов Рамиль Хуснитдинович