Түреш (Бүздәк районы)

Түреш (рус. Тюрюшево) — Башҡортостандың Бүздәк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 722 кеше[2]. Почта индексы — 452727, ОКАТО коды — 80217840001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 722 347 375 48,1 51,9

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Бүздәк): 45 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 44 км

Тарихы

Түреш ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк тимер юл станцияһынан 45 саҡрым алыҫлыҡта Түреш йылғаһы[3] буйында урынлашҡан. Ауылды Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1680 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәр нигеҙләй. 1739 йылда бында керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәрҙең яңы төркөмө, аҙаҡ типтәрҙәр күсеп ултыра. XIX быуаттың 2‑се яртыһында Түреш ауылы XVIII быуат уртаһында нигеҙләнгән Шөңкәй ауылы менән берләшә. Түреш‑Шөңкәй исеме менән дә теркәлгән. 1865 йылда 229 йортта 1293 кеше йәшәгән. Халыҡ игенселек, малсылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгән. 3 мәсет, училище булған. 1906 йылда 3 мәсет, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, янғын һүндереү машинаһы, мөгәзәй теркәлгән. Түрештә улус идараһы урынлашҡан. Халҡы: 1906 йылда — 2438 кеше; 1920 йылда — 2896 кеше; 1939 йылда — 2043 кеше; 1959 йылда — 1210 кеше; 1989 йылда — 944 кеше; 2002 йылда — 861; 2010 йылда — 722 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Күҙәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә