Көҫәпәй

Көҫәпәй (рус. Кусепеево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Мәсетле ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 250 кеше[2]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840003.

Географик урыны

Көҫәпәй Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Муҡшы йылғаһы (11 км) буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 километр һәм Кропачёво станцияһынан (Силәбе өлкәһе) 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Көҫәпәй ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы биләмәһендәге Мәсетле ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған[3].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

Көҫәпәй ауылы Мәсетле ауылынан күсеп сыҡҡан кешенең исеме йәғни антропоним менән бәйле яңы ауыл булған.

1795 йылда Көҫәпәй ауылында 22 хужалыҡта 140 кеше йәшәгән.

1816 йылда ике ауылда — 342, 1834 йылда 628 кеше йәшәгән.

1849 йылдың октябрендә был ауылдар тураһындағы бер документта былай тип яҙылған: «Башҡорттарҙың бер өлөшө Мырҙалар-Мәсетле ауылынан Йүрүҙән аръяғына күсеп сыҡҡан, һәм ауылды Көҫәпәй тип атаған».

Ике ауыл бергә иҫәпкә алынғанлыҡтан, игенселек торошо тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, XIX быуат аҙағына игенселек хаҡында ҡайһы бер мәғлүмәт бар. Игенселек системаһы әлегә ныҡлы урынлашмаған, ҡалдаулынан (аралаштырылған) өс баҫыулыға күсмәгән, була. Ҡара тупраҡҡа арыш, һоло, бойҙай сәскәндәр. Муҡшы йылғаһы буйындағы һыу тирмәнен йылына 15 һум менән 12 йылға ҡуртымға биргәндәр.

1842 йылда 22 хужалыҡта 167 ат, 116 һыйыр, 54 һарыҡ, 3 кәзә аҫыралған. Малды йәй буйы көтөүҙә йөрөткәндәр. Бесәнлектәр Йүрүҙән йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында ла, таусыҡтарҙа ла урынлашҡан булған. 30-ға яҡын кеше һәр береһе 6 һум эш хаҡына яҡын-тирә ауылдарға ураҡҡа ялланған. Яҙ көндәрендә Балашевтың урман дачаһында 20 кеше, һәр береһе айына 4 һум ялына, урман ҡырҡҡан һәм ағас яндырып күмер эшләгән[3][4].

1865 йылда (Мырҙалар-Мәсетле ауылы халҡы менән бергә) 83 йортта 587 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, ситкә китеп эшләү (отходничество) менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне була.

1906 йылда мәсет теркәлгән[3][5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1920 йылда Көҫәпәйҙә 63 хужалыҡта 332 кеше йәшәгән. Әлеге ваҡытта Көҫәпәй ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушер пункты бар[3].

Халыҡ һаны

Көҫәпәйҙә башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 229
1920 йыл 26 август 332
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 226
1959 йыл 15 ғинуар 243
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 207
2002 йыл 9 октябрь 241
2010 йыл 14 октябрь 250 128 122 51,2 48,8

Билдәле кешеләре

Көҫәпәйҙә тыуып-үҫкәндәр

Хәтер

Урамдары

  • Совхоз урамы (рус.  Совхозная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Соколов урамы — (рус.  Соколова (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[7]

.

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Таусыҡтар, түбәләр:

Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Башҡа урын-ер атамалары:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡушаматтар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 104—105 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  • tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә