Әй (Салауат районы)

Әй (рус. Айская) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Торналы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 207 кеше[2]. Почта индексы — 452486, ОКАТО коды — 80247865002[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Торналы): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 64 км

Әй ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Ишмән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 64 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы

Әй ауылы XX быуат башында Златоуст өйәҙе территорияһындағы Тырнаҡлы ырыуы ерҙәрендә Андреевский ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән. Уға урыҫтар нигеҙ һалған.

Әй ауылы 1925 йылда 1 урыҫ йортонан торған ауыл хужалығы колонияһы булараҡ беренсе тапҡыр иҫәпкә алына[5].

Һуңғараҡ барлыҡҡа килгән бөтә яңы ауылдарҙа башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

Шул уҡ 1925 йылда Әй ауылында 11 йорт иҫәпкә алынған. 1930-сы йылдарҙа Салауат районы Лағыр совхозының Әй фермаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән.

1960‑сы йылдарҙан бирле Әй ауылы хәҙерге статусына инә. Әй ауылы Әй йылғаһы аръяғында, Дыуан районы Ҡәҙер ауылына яҡын урынлашҡан[5].

Әй ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[4].

Халыҡ һаны

Әй ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 244
1959 йыл 15 ғинуар 443
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 359
2002 йыл 9 октябрь 278
2010 йыл 14 октябрь 207 95 112 45,9 54,1

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Кувамов урамы (рус.  Кувамова (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
[6]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Билдәле кешеләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Тырнаҡлы ырыуы
  • Әйле ырыуы

Ҡушаматтар

Әҙәбиәт

  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 141 с. (История деревни Сюрюкаево).
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә