Яңы Ҡаратаулы

Яңы Ҡаратаулы (рус. Новые Каратавлы) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Әлкә ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 364 кеше[2]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805003[3].

Географик урыны

Яңы Ҡаратаулы ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡҡа табан 8 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 21 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы

Өфө өйәҙе Ҡаратаулы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Ҡаратаулы/Яңы Ҡаратаулы ауылына нигеҙ һалған. XVIII быуат башынан уҡ билдәле булған тәүге ауыл исеме ырыу атамаһы йәки этнонимдан алынған — Ҡаратаулы тип аталған[4].

1865 йылда, төп Ҡаратаулы ауылы менән бергә иҫәпләгәндә, 50 йортта 234 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, һыу тирмәне булған[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1816 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Ҡаратулы улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Нәсибаш улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Ҡаратаулы ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ҡаратаулы ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Ҡаратаулы ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1967-1978 Малаяҙ ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1978 Салауат ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1906 йылда яңы Ҡаратаулы ауылында мәсет, бакалея кибете булған[5].

1916 йылдың май айында 16 хужа Иҫке-Ҡаратаулы (хәҙер Малаяҙ) ауылынан Йәшә йылғаһы буйына үҙ белдеге менән күсеп ултыра. Был башбаштаҡлыҡ Йәшә йылғаһы буйындағы матур уңдырышлы ерҙәрҙе ситтәргә һатыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғас эшләнә. Күсенеүселәр тиҙ арала бер-береһенә ярҙам итеп, өйҙәр күтәрәләр, һуңынан Ғүмәр улы Вәхит ауыл халҡына ер бүлеү мәсьәләһен юллап Өфөгә китә. Күсенеүселәр: Әхмәтйән Ғәлиулла улы, Вәхит Ғүмәр улы, Мөхәмәтйән Сәлих улы, Байрамғол Ислам улы, Аллабирҙе Ҡотлоҡәләм улы, Вәли Нафиҡ улы, Бәшир Ғәлиулла улы, Ғәли Нафиҡ улы, Ғарифулла Ишбулды улы, Шәрәфетдин Тажетдин улы, Бәҙретдин Фәхри улы, Ғәйнулла Зарип улы, Исламғол Бикйән улы, Әсмәндиәр Ҡотлоҡәләм улы, Әбделғәзе Нафиҡ улы, БаҺауетдин Нафиҡ улы.

Һәр кемдә ике-өс ат, һыйыр малы, барыһында булмаһа ла, тарантас, кошовка, яҡшы сбруйҙар була. Ғаиләләрҙә дүрттән алып етегә тиклем бала булғанлыҡтан, һәр эште үҙ көстәре менән башҡарғандар, ялсы көсө ҡулланмағандар. Яңы Ҡаратаулыларҙың төп кәсебе мал аҫрау, иген игеү була. Ерҙе һуҡа менән һөрәләр, ағас тырма менән эшкәртәләр.

1917-1918 йылдарҙа ғына ашлыҡ һуғыу машиналары, тимер һабан, зиг-заг, колючкалар күренә башлай, тимерлек ойоштороп ебәрәләр. Ҡыш көндәре Ҡытау-Ивановск, Эҫем, Әшә, Ҡытаутамаҡ, Йүрүҙән ҡалаларында эшләгәндәр, шундағы заводтарға ағас күмере әҙерләгәндәр.

1930 йылдарҙа коллективлаштырыу башланғас, Яңы Ҡаратаулы һәм Иҫке Ҡаратаулы ауылдарын «Үрге Үҙән» колхозына берләштерәләр. Колхоздың беренсе рәйесе булып Ҡыйғы районы Ҡолбаҡ ауылынан Әғлиулла улы Раев эшләй. Колхоз төҙөлгән мәлдәрҙә бер кемде лә кулак тип сәйәси золомға дусар итмәйҙәр, сөнки бер кемдең дә хеҙмәтселәре булмай. Һәр хужалыҡ үҙ көсө менән көн күрә.

1938 йылда Яңы Ҡаратаулы ауылы айырым «Үрнәк» колхозы ойоштороп бүленеп сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ауылда 40 хужалыҡ була. Ауылдан 57 ир-егет һуғышҡа китә, шуларҙың 26-һы әйләнеп ҡайтмай. Иҫке Ҡаратаулы ауылын Малаяҙ тип йөрөтө башлағас, Яңы Ҡаратаулыны Ҡаратаулыға әйләндерәләр[5].

Әлеге ваҡытта ауылда Әлкә урта мәктәбенең филиалы — Ҡаратаулы башланғыс мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар[4].

Халыҡ һаны

Ҡаратаулы ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1920 йыл 26 август 491 Иҫке Ҡаратаулы менән бергә
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 303
1959 йыл 15 ғинуар 320
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 295
2002 йыл 9 октябрь 354
2010 йыл 14 октябрь 364 182 182 50,0 50,0

Билдәле кешеләре

Яңы Ҡаратаулыла тыуып-үҫкәндәр

Урамдары

  • Көнсығыш тыҡрыҡ (рус.  Восточный (переулок)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Болон урам (рус.  Луговая (улица)
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Йүрүҙән урамы (рус.  Юрюзань (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Юл тыҡрығы (рус.  Дорожный (переулок)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп яны урамы (рус.  Пришкольная (улица)[6]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Сейәле тау, Кәштәтау,Сатра, Беренсе ҡул, Икенсе ҡул, Өсөнсө ҡул, Боланбай, Ғиззәт ҡулы, Ҡарағайҙы ҡул, Алматау, Шәйәхмәт тауы

Йылғалар:

Шишмәләр:

  • Аҡшишмә, Мәғрифә шишмәһе, Кәүҫәр шишмәһе

Ялан-бесәнлектәр:

  • Ҡаран, Төбәк, Филат төбәге, Питтәнсә, Дәүҡул, Умарта ҡулы

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Ҡыя юл, Салауат тишеге, Осто көйөҙ, Һырт, Аръяҡ, Аҡташ, Ҡыҙыл яр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡушаматтар

Кәшил, Ыумас, Тартай , Өкө, Өсҡолаҡ, Кесерткән, Шәрәкәй, Күгат, Полтора, Хәким, Алла биргән

Яңы Ҡаратаулы һәм ҡаратаулылар тураһында ваҡытлы матбуғат

Сығанаҡтар

Доклад"Яңы -Ҡаратаулы" ауылының 70 йыллыҡ юбилейы"(Мырзахан Шәйәхмәт улы Галин. 1986 йыл, 16 июнь)

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А. З.  История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001 — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • Асфандияров А. З. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә