Иҙрис (Салауат районы)

Иҙрис (рус. Идрисово Краснополье) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Әлкә ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 151 кеше[2]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805002.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 19 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әлкә): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 12 км

Иҙрис (Краснополье) ауылы Йүрүҙән ҡушылдығы Келүклә (Клюкля) йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡҡа 19 километрҙа һәм тимер юл станцияһы Кропачёвонан (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа 12 километрҙа урнылашҡан[3].

Тарихы

Иҙрис ауылына Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Рәсми документтарҙа 1755 йылдан (башҡа ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1742 йылдан) билдәле. Шайтан-Көҙәй ырыуының тирә-яҡта билдәле аҫабаһы һәм тәүге төпләнеүсе Иҙрис Дәүәтәков исеме менән аталған.

Старшина Иштуған Мишәров командаһына ингән Иҙрис Дәүәтәков һәм тағы ла 4 аҫаба 35 аҫабаның ышаныслылары сифатында 1762 йылда Эҫем һәм Ҡытау-Ивановск заводтары хужалары И. Б. Твердышевҡа һәм И. С. Мясниковҡа йылына 20 һум түләү менән 60 йылға ҡуртымға һатыуҙа ҡатнашҡан.

Иҙрис ауылы атамаһы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә улус старшинаһы Иҙрис Үтәев исеменә бәйле тип аңлатыла. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Идрискино тип тә күрһәтелгән. Иҙрис ауылы 17401755 йылдарҙа барлыҡҡа килгән һәм Красильников һәм Рычковтың картаһында урын алған. Уның тап ошо осорҙа барлыҡҡа килеүе тураһында түбәндәге факттар һөйләй.

1770 йылдың 25 майында академик П. С. Паллас Иҙрис ауылына килгән. «Ҡарағай тауында кескәй генә Иҙрис ауылы ята, ә тауҙа — мәмерйә», тип яҙған академик.

1795 йылда Иҙрис ауылында 10 хужалыҡ булған һәм унда 62 кеше йәшәгән[4][5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Нәсибаш улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Нәсибаш улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Әлкә ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

Ауылға нигеҙ һалыусы Иҙристең ике ҡатын алған Ейәнбай исемле улына 1816 йылда 40 йәш (ҡатындарына 30 һәм 16 йәш) булған. Өлкәне Кинйәбайға 67 йәш (ҡатындарына 59, 36 йәш). Һәм был мәғлүмәт ауылдың йәшен билдәләргә ярҙам итә.

Ауылға нигеҙ һалыусының өсөнсө улы ла билдәле — мулла Ҡунаҡбай Иҙрисов, ул 1786 йылда улус ерҙәрен заводсы ханым И. И. Бекетоваға һатыуҙа әүҙем ҡатнашҡан.

1816 йылда 13 хужалыҡта 28 ир-ат һәм 35 ҡатын-ҡыҙ, 1834 йылда — 30 ир-ат һәм 47 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда — 42 ир-ат һәм 52 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1842 йылда 81 кешегә 17 сирек ужым һәм 84 сирек яҙғы ашлыҡ, 2 сирек картуф сәселгән.

19 хужалыҡта 71 ат, 80 эре мөгөҙлө мал, 16 һарыҡ, 26 кәзә тотҡандар. Ҡайһы бер хужалыҡтар умартасылыҡ менән (10 умарта) шөғөлләнгән.

Мәсет тә булған, әммә 1816 йылда ул иҫәп ҡағыҙҙарында күрһәтелмәгән.

1865 йылда 13 йортта — 75 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1895 йылда 22 хужалыҡта 146 башҡорт йәшәгән[4][5].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

1906 йылда Иҙрис ауылында запас икмәк һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән.

1920 йылда 35 хужалыҡ һәм 157 кеше иҫәпкә алынған. XX быуаттың 1920-се йылдарында Иҙрис эргәһендә Краснополье тигән урыҫ ауылына нигеҙ һалына. 1970‑се йылдарҙа Краснополье Иҙрис ауылына ҡушыла[4].

Әлеге ваҡытта Иҙрис ауылында Әлкә ауылындағы урта мәктәп филиалы — башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Халыҡ һаны

Иҙрис ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 157
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 194
1959 йыл 15 ғинуар 228
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 184
2002 йыл 9 октябрь 188
2010 йыл 14 октябрь 151 79 72 52,3 47,7

Билдәле кешеләре

Хәтер

Урамдары

  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)
  • Мәмерйә урамы (рус.  Пещерная (улица)
  • Юлай урамы — (рус.  Юлая (улица)[6]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

Тауҙар: Ҡарағай тауы

Йылғалар: Йүрүҙән,

Шишмәләр: Келүклә (Клюкля)

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡушаматтар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 125—126 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә