Иҙрис мәмерйәһе
Иҙрис мәмерйәһе (шулай уҡ Краснополь, Киҫәташ, Һарай, Салауат мәмерйәһе. рус. Идрисовская пещера) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы мәмерйә. Тарихи, тәбиғәт[1] һәм федераль әһәмиәттәге археология ҡомартҡыһы.
Иҙрис ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта, Йүрүҙән йылғаһының һул битләүендә, йылға кимәленән 45 м бейеклектәге ҡая өҫтөндә урынлашҡан. Беренсе тапҡыр Петер Симон Паллас материалдарында телгә алына.
Карст мәмерйәһе аҫҡы һәм урта карбондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Классификация буйынса Көнбайыш Урал спелеологик провинцияһы урта спелеологик өлкәһенең Өфө спелеорайонының Йүрүҙән-Лаҡлы спелеологик бүленешенә ҡарай[2]. Төньяҡҡа һәм көнбайышҡа һуҙылған горизонталь коридорҙы хасил итә. Оҙонлоғо — 93, киңлеге −3,8 , бейеклеге — 2,6, амплитудаһы 10 м, майҙаны 215 м2, күләме 482 м3.
Мәмерйәнең уртаса киңлеге — 2,4 һәм бейеклеге 3,8 м булған тура мөйөшлө ауыҙының уң яғында өс ярыҡ бар. Улар аша уртаса оҙонлоғо 5 м булған һәм өлөшләтә һыу менән тулған коридорға инергә мөмкин.
Мәмерйә түбәһендә сталактит ҡалдыҡтары һаҡланған. Иҙәне — балсыҡ. Мәмерйәләге температура +8 °C.
XX быуаттың 30-сы йылдарында крайҙы өйрәнеүсе М. И. Касьянов мәмерйәлә ҡыҙыл охра буяуы менән яһалған яҙыуҙар таба. Улар артабан Иҙрис яҙмалары исемен ала[3].
Башҡорт халҡының «Салауат мәмерйәһе» риүәйәтенә ярашлы, 1774 йылда бында Салауат Юлаев үҙ көрәштәштәре менән йәшенеп ятҡан[4].
Туризм
Иҫкәрмәләр
- ↑ Идрисовская пещера. TURY.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
- ↑ Перечень пещер республики Башкортостан длиннее 50 метров. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
- ↑ Идрисовская пещера. Петроглифы северной Евразии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
- ↑ Ю.В.Соколов. Иҙрис мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Турбаза «Idris Travel»
Әҙәбиәт
- Чернецов В. Н. Наскальные изображения Урала. — САИ В 4-12(2), 1971.
- Петрин В. Т. Новые наскальные изображения Южного Урала. — СА, 1976. — Т. № 4.
- Широков В. Н. / Институт истории и археологии УрО РАН. — 1998—2004.
Һылтанмалар
- Уральская историческая энциклопедия 2016 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.
- Ю.В.Соколов. Иҙрис мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.