Мөсәт

Мөсәт (рус. Мусатово) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Янғантау ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 71 кеше[2]. Почта индексы — 452492, ОКАТО коды — 80247875004.

Географик урыны

Мөсәт ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 12 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 41 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Мөсәт ауылына XVIII быуаттың 60‑сы йылдарында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл был урынға тәүге төпләнеүсе кешенең исемен йөрөтә, уның улы Байбулат Мөсәтов була. Ауыл Сулпа тип тә аталған. 1770 йылда Мөсәт ауылына академик П. С. Паллас килгән, Мөсәт уҙаманды күреп һөйләшкән. Ауыл тау битләүендә, Өфө ҡалаһынан 132 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

1795 йылда 23 хужалыҡта 70 кеше булған. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған.

1816 йылда VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 12 хужалыҡта 76 кеше йәшәгән. Ауылдан 40-50 саҡрым алыҫлыҡта өс завод — Эҫем, Минйәр, Ҡытаутамаҡ — заводтары урынлашҡанлыҡтан, урындағы халыҡҡа аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү мөмкинлеге булған.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Мырҙалар улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсетле ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Янғантау ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1842 йылда Мөсәттә 125 кеше 35 сирек ужым һәм 239 сирек яҙғы ашлыҡ, 4 сирек картуф сәскәндәр. 1859 йылда 23 йортта 100 кеше йәшәгән. Аралаш-баҫыу сәсеү әйләнеше ҡулланылған. Арыш, бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай сәскәндәр. Һөрөнтө ерҙәрҙе тиреҫләнгән. Ябай «башҡорт һәм көнгөр һабандары» менән ер эшкәрткәндәр. Йәшелсә баҡсалары булған. Башҡорт тоҡомло мал үрсеткәндәр.

XIX быуаттың 40-сы йылдарында 25 хужалыҡта 121 йылҡы, 23 эре мөгөҙлө мал, 13 һарыҡ, 40 кәзә иҫәпләнгән. Йүрүҙән йылғаһын аша сығыуға яллаған өсөн һалым статьялары, 4 һыу тирмәне булған. XIX быуаттың аҙағында бакалея кибете була.

1865 йылда 26 хужалыҡта  95 кеше йәшәгән[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1920 йылда Мөсәттәге 50 хужалыҡта 271 кеше донъя көткән[3].

Халыҡ һаны

Мөсәт ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 200
1920 йыл 26 август 271
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 256
1959 йыл 15 ғинуар 207
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 132
2002 йыл 9 октябрь 97
2010 йыл 14 октябрь 71 34 37 47,9 52,1

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Шишмә урамы (рус.  Родниковая (улица)
  • Үҙәк урамы — (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[5]

Тирә-яҡ мөхит

Тауҙар: Кантон тауы,

  • Ҡарағоштау йәғни Бөркөт оя
  • Янғантау (тау)
  • Уртатау
  • Хажи ҡаштағы
  • Оҙонҡор
  • Ҡарағайтау
  • Ҡырҙытау

Йылғалар: Йүрүҙән,

  • Илек

Шишмәләр:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡушаматтар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7

Тема буйынса өҫтәмә