Ҡолтаев Зәйнетдин Баҡый улы

Ҡолтаев Зәйнетдин Баҡый улы (1907-?— ҡыҙылармеец, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ездовой, гвардия ефрейторы[1].

Тормош юлы

Зәйнетдин Баҡый улы Ҡолтаев 1907 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең 2-се Үҫәргән улусы составындағы Үрген (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Яңы Петровка ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Башҡорт Үргене) ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1915 йылда Үрген мәктәбендә 1 класты тамамлаған[2].

1927 йылда ауылдашы Хәйерниса исемле ҡыҙға өйләнә.

«Ҡыҙыл таң» колхозы колхозсыһы.

Хәрби юлы

1941 йылдың 27 июлендә Ейәнсура район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

2-се Белорус фронты 3-сө гвардия Гродно кавалерия корпусы составындағы 5-се гвардия кавалерия дивизияһының Ҡыҙыл Байраҡ орденлы 24-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә.

Зәйнетдин Баҡый улының ҡаһарманлығы хәрби миҙалдар менән билдәләнә. 1942 йылдың 22 декабрендә «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Командование күрһәткән батырлығы тураһында шулай тип яҙған.

Миномёт батареяһы кухняһының ат менән аҙыҡ ташыусыһы гвардия ефрейторы Ҡолтаев Зәйнетдин Баҡый улы, 1945 йылдың 19 ғинуарынан 1945 йылдың 5 мартына тиклем немец илбаҫарҙарына һөжүм һуғыштары алып барғанда, атлы кухняға аҙыҡ ташыусыһы вазифаһында эшләп, иптәш Ҡолтаев, хатта йыш ҡына ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үҙенең намыҫлы мөнәсәбәте менән, һәр ваҡыт шәхси составты ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ аҙыҡ менән тәьмин итте. Дошмандың көслө уты шәхси составҡа аҙыҡ ташыу мөмкинлеген бирмәгән саҡта ла, яугирҙар алдарына ҡуйылған хәрби бурысын уңышлы үтәһен тип, иптәш Ҡолтаев йыш ҡына ашнаҡсыға ярҙамға килеп, термостарҙа аҙыҡ таратты, батареяның шәхси составының именлегенә өлгәште. 1907 йылғы, башҡорт, партияһыҙ, 1941 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында, Башҡорт АССР-ы Ейәнсура РВК-һы тарафынан саҡырылған [4]

Ғаиләһе

Ҡолтаев Зәйнетдин Баҡый улы менән Хәйернисаның балалары: Миңлебаныу (1928-), Миңниса (), Миһерниса (), Сәғәҙей (), Сания ().

Хәтер

Ҡолтаев Зәйнетдин Баҡый улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[9] һәм БР-ҙың Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән. Шулай уҡ Үрген урта мәктәбе музейындағы экспозицияла урын алған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • ЦАМО Фонд: Картотека награждений Дело: шкаф 48а, ящик 5