Абдуллин Венер Мәжит улы

Венер Мәжит улы Абдуллин (рус. Абдуллин, Венер Мазитович1963 йылдың 28 апреле, Башҡорт Үргене, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй эстрадаһы йырсыһы. «Татар йыры — 95» халыҡ-ара конкурсының I дәрәжә премияһы лауреаты (1995), «ЮлдашХит-2025» фестиваленең «Легенда» номинацияһы еңеүсеһе (2025).

Биографияһы

В. Абдуллин 1963 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Әсәһе ауыл мәктәбендә йыр уҡытыусыһы булып эшләгән. V класта уҡығанда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арналған район конкурсында беренсе урын ала, шунан һуң Өфө телевидениеһында сығыш яһарға саҡыралар[1].

1985—1989 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында «соло йырлау» һөнәре буйынса профессор Р. М. Мусина класында белем ала[2]. 1988 йылда, институтта уҡыған сағында уҡ, Башҡорт дәүләт филармонияһында профессиональ сәхнә эшмәкәрлеген башлай[1].

1991 йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы ойошторолғас, В. Абдуллинды художество етәксеһе итеп саҡыралар. Уның ҡатнашлығында филармонияның башҡорт эстрада коллективы төҙөлә. Һуңыраҡ йырсы Өфөгә ҡайта[3].

Ижады

«Шоңҡар» журналында 2023 йылда баҫылған әңгәмәлә «Йәшлегем» йыры Венер Абдуллиндың «визит карточкаһы» тип атала. Йырсы әйтеүенсә, әҫәрҙең һүҙҙәрен Илдар Абдуллин яҙған.[1] Репертуарында (рус.)баш. башҡорт, татар халыҡ һәм композиторҙар йырҙары: «Әлмәлек», «Тыуған яғыма йыр», «Умырзая», «Әсәй», «Ах, был йылым күҙҙән юғалды» һәм башҡалар[4].

Бүләктәре

  • Ҡазанда үткән «Татар йыры — 95» халыҡ-ара конкурсының I дәрәжә премияһы — «Һандуғас» башҡорт халыҡ йырын башҡарған өсөн (1995)[2];
  • «ЮлдашХит-2025» фестиваленең «Легенда» номинацияһы еңеүсеһе. Еңеүселәр радио тыңлаусыларының тауыш биреүе менән билдәләнгән (2025)[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Венер Абдуллин юбилейын билдәләгән. «Шоңҡар» журналы (24 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2026.
  2. 1 2 Зианчуринский соловей. «Зианчуринские зори» гәзите (8 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2026.
  3. Филармония. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2026.
  4. Венер Абдуллин. Музыка. mail.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2026.
  5. Лариса Шепелева. В Уфе объявили победителей хит-парадов радио «Юлдаш». «Республика Башкортостан» гәзите (2 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2026.
© Правообладателем данного материала является АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».
Использование данного материала на других сайтах возможно только с согласия АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».