Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы
Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (рус. Султанбаева Хадиса Валиевна; 1950 йылдың 27 ғинуары, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008)[1].
Биографияһы
Хәҙисә Вәли ҡыҙы Солтанбаева 1950 йылдың 27 ғинуарында БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Бикбау ауылында (хәҙерге Үрген ауылы) тыуған[1].
1967 йылда урта мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, уны 1972 йылда тамамлай. Йүнәлтмә буйынса Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбендә (1972–1973), һуңынан Дәүләт тулы булмаған урта мәктәбендә (1973–1975) уҡыта. 1976 йылдан Ейәнсура районының Үрген урта мәктәбендә (Башҡорт Үргене ауылы) эшләй.
1979 йылдан Ейәнсура районы халыҡ мәғарифы бүлегендә хеҙмәткәр (1982 йылдан — методик кабинет мөдире). 1985–1993 йылдарҙа Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй: өлкән уҡытыусы, доцент, 2009 йылдан профессор[1].
1997 йылда «Башҡорт телендә бойороу‑өндәү функциональ‑семантик категорияһы» темаһына филология фәндәре кандидатылыҡ, 2009 йылда «Башҡорт теленең һүҙ төркөмдәре системаһында ярҙамсы һүҙҙәр» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].
2017 һәм 2018 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында квалификация күтәреү курстарын үтә («Компетентностный подход к реализации образовательных программ на базе ФГОС ВО», «Информационно-коммуникативные технологии в преподавании филологических дисциплин»).
Фәнни эшмәкәрлеге
Төп тикшеренеү йүнәлештәре: башҡорт теленең морфологияһы, стилистикаһы, башҡорт һәм рус телдәрен сағыштырып өйрәнеү, шулай уҡ мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһы[1].
300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография (2‑һе авторҙашлыҡта), юғары уҡыу йорттары, педагогия колледждары, дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн дәреслектәр, уҡыу‑методик ҡулланмалар һәм программалар авторы[1].
Авторҙашлыҡта яҙылған 6‑сы класс өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге (Өфө, «Китап», 2016) Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының федераль дәреслектәр исемлегенә индерелгән. Электрон дәреслек варианты ла әҙерләнгән (2016).
Х. В. Солтанбаева — Башҡорт дәүләт университетының филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертациялар яҡлау буйынса диссертация советы (Д 212.013.06) рәйесенең урынбаҫары, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты ғилми советы ағзаһы.
Ғилми хеҙмәттәре (төп баҫмалары)
- Султанбаева Х. В. Побудительность как функционально-семантическая категория (на материале башкирского языка). — Уфа: РУНМЦ ГКН РБ, 1999. — 142 с.
- Султанбаева Х. В. Служебные части речи в современном башкирском языке. — Уфа: «Гилем», 2002. — 176 с.
- Султанбаева Х. В. Система служебных частей речи (на материале башкирского языка). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2006. — 188 с.
- Султанбаева Х. В. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. — Өфө: БДУ, 2002. — 39 с.
- Султанбаева Х. В. Теркәүестәр // Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Морфология. — Өфө: БДУ, 2002. — Б. 336–349.
- Султанбаева Х. В. Бәйләүестәр // Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Морфология. — Өфө: БДУ, 2002. — Б. 349–365.
- Султанбаева Х. В. К проблеме выделения служебных частей речи в тюркологии // Вестник БашГУ. — 2007. — № 2. — Б. 47–49.
- Султанбаева Х. В. Основные направления изучения частиц в тюркском и башкирском языкознании // Вестник ЧелГУ. — 2007. — № 13. — Б. 117–121.
- Султанбаева Х. В. Башҡорт телендә раҫлау киҫәксәләре һәм уларҙың мәғәнә үҙенсәлектәре // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 2005. — № 11. — Б. 35–37.
- Султанбаева Х. В. Башҡорт телендә эйә менән хәбәрҙең ярашыу (ярашмау) мәсьәләһе // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 2005. — № 5. — Б. 29–31.