Ҡадиров Урал Ғаян улы

Ҡадиров Урал Ғаян улы (10 март 1929 йыл — 19 июнь 2017 йыл) — ғалим-ветеринар, патологоанатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1980).

Биографияһы

Урал Ғаян улы Ҡадиров Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Иҙәш‑Бикбирҙе ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Иҙәш ауылында 1929 йылдың 10 мартында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Уралдың әсәһе үлгәндән һуң, уның атаһы Ғаянды Әбүләис ете йыллыҡ мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә күсерәләр. Унда Уралды үгәй әсәһе Өмикамал ҡарап үҫтерә. Балалыҡ йылдары ошо уҡ райондың Әбүләис ауылында үтә. Урта белемде Абзан ауылы урта мәктәбендә ала. Артабан уҡыуын Силәбе өлкәһе Троицк ветеринария институтында дауам итеп, 1952 йылда ветеринар табип һөнәренә эйә була.

1962 йылдан алып Ҡаҙаҡ ССР-ы Ҡустанай ғилми‑тикшеренеү ветеринария станцияһында бүлек мөдире булып эшләй. 1965 йылдан башлап Семипалатинск зоотехния‑ветеринария институтында (Ҡаҙаҡ ССР‑ы) уҡыта, унда доцент вазифаһын биләй.

1971 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының анатомия, патологик анатомия һәм гистология кафедраһы мөдире, 19952010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы.

150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, улар малдарҙың йоғошло, инвазиялы сирҙәренең тире, аяҡтары, тын алыу органдары, аш эшкәртеү һәм иммун системалары зарарланыу менән барған патологик морфологияһын, патогенезын өйрәнеүгә, уларҙы диагностикалау һәм дифференциялы диагностикалауға бағышланған. Ғалим шулай уҡ сусҡа дизентерияһын диагностикалау һәм дауалау юлдарын табыу менән шөғөлләнә, был эштәр буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә.

Ҡадиров Урал Ғаян улы Өфө ҡалаһында 2017 йылдың 19 июнендә вафат була.

Наградалары

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1980).

Хеҙмәттәре

  • Оспа животных. М., 1981.
  • Гастроэнтериты свиней в зоне Южного Урала. Уфа, 1983.
  • Патологическая анатомия сельскохозяйственных животных. М., 2003 (авторҙар менән берлектә).
  • Нарушения обмена животных и дерматиты животных. Уфа, 1990.
  • Патологическая анатомия сельскохозяйственных животных. М., 1995 (авторҙар менән берлектә).
  • Функциональная морфология при контагиозном пустулёзном дерматите овец. Уфа, 2008 (авторҙар менән берлектә).

Иҫкәрмәләр

  • Исянгулов Ш. Н. Абуляисово: материалы по истории деревни/Шамиль Исянгулов — Туймазы: ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 2015. — 164 стр.