Фазлыев Сабит Мағаз улы

Фазлыев Сабит Мағаз улы (8 июль 1969 йыл — 2024 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы, Ватан һаҡсыһы. Үтәғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы (2015—2023). Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2015)[1].

undefined

Биографияһы

Сабит Мағаз улы Фазлыев 1969 йылдың 8 июлендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Иҙәш ауылында тыуа[2].

Үтәғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң (1986), Ырымбурҙа водитель һөнәрен ала. Совет Армияһы сафында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Салауат исемендәге колхозда водитель булып башлай. Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының тарих факультетын ситтән тороп тамамлай (2007).

Дипломлы белгес 2005—2012 йылдарҙа Иҙәш мәктәбендә тарихтан уҡыта, Үтәғол урта мәктәбендә директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары була (2012—2015)[3].

2015—2023 йылдарҙа — Үтәғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы[2].

2024 йылдың ғинуарында Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға китә. Шул уҡ йылда хәрби заданиела һәләк була[1].

Ижады

Ижад менән әүҙем шөғөлләнә. Әҫәрҙәре «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрендә, «Ағиҙел», «Аманат», «Шоңҡар» журналдарында донъя күреп тора[2].

Коллективлаштырыу, раскулачивание, урта хәлле крәҫтиәндең яҙмышы, репрессиялар, Һөргөн, тыл, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыл тормошон яңы күҙлектән ҡарап яҙған «Ҡара этап» романы (2014) менән башҡорт әҙәбиәтенә йәшен кеүек килеп инә[3]. Һигеҙ йылда һигеҙ роман ижад итә[1].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике бала үҫтерә[1].

Хәтер

  • Рәсәй Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе Николай Иванов, союз тәҡдиме менән Марьино ҡорамының барлыҡ һәләк булған журналистар һәм яҙыусыларҙың исемлегенә Сабит Фазлыевтың да исеме индереләсәген белдерә[3].
  • «Ҡара этап» романы рус телендә нәшер итеүгә әҙерләнә[3].