Фазлыев

Фазлыев — фамилия.

  • Фазлыев Марат Мөҙәрис улы (8 май 1967 йыл) — ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
  • Фазлыев Рәбис Тимерхан улы (19 апрель 1937 йыл — 19 апрель 2012 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
  • Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы (3 апрель 1952 йыл) — ғалим-ветеринар, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
  • Фазлыев Хан Йәлил улы (1913 йыл — 7 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы.
  • Фазлыев Ғәли Хажи улы (17 сентябрь 1912 йыл — 18 ноябрь 1995 йыл) — уҡытыусы, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби корреспондент, гвардия өлкән лейтенанты.
  • Фазлыев Сабит Мағаз улы (8.07.1969 — 2024) — уҡытыусы, яҙыусы, Ватан һаҡсыһы. Үтәғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы (2015—2023). Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2015). Махсус хәрби операцияла һәләк була (2024).