Фазлыев Хан Йәлил улы
Фазлыев (Фазлаев) Хан Йәлил улы (1913 йыл — 7 апрель 1944 йыл)— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы.Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943)[1]
Биографияһы
Хан Йәлил улы Фазлыев (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Фазлаев) 1913 йылда Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуған. 1942 йылда Күгәрсен районы Йомағужа хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы взводының командир ярҙамсыһы, 1944 йылдан 10-сы гвардия кавалерия дивизияһының 40-сы гвардия кавалерия полкы 2-се эскадрон ҡылыссылар бүлеге командиры, 1945 йылдан 13-сө гвардия кавалерия составында хеҙмәт итә.
Чехословакияның Бродско ауылы өсөн яуҙа һәләк була һәм шунда ерләнә[2].Ул яңынан ерләнә.Кәүҙәһе Братислава ҡалаһының Хәрби-мемориаль комплексы «Славин»ға ҡуйыла[3]
Батырлығы
Һуғыш яланынан сафтан сыҡҡан пулемёттарҙы алып сыға, бының менән эскадрондың ҡоралын кәметмәй, һаҡлап алып ҡала. Был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[4].
1944 йылдың 27 октябрендә Дебрецен ҡалаһы өсөн барған һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана[5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память Народа. Докуиенты о награждении Фазлаева Хая
- ↑ Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112--й кавалерийской дивизии» Личный состав. Фазлыев Хан Ялилович
- ↑ Память Народа. Фазлыев Хан Ялолович. Документы о захоронении (рус.)
- ↑ 1 2 Наградной лист Фазлаева Хана
- ↑ Память Народа. Наградной лист Фазлыева Хана Ялоловича (рус.)
Һылтанмалар
- Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав. Фазлыев Хан Ялилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Память Народа. Документы о награждении Фазлаева Хана (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Память Народа. Наградной лист Фазлыева Хана Ялоловича (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)