Дебрецен

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Дебрецен
мадьярса  Debrecen
Facade of Great Protestant Church of Debrecen.jpg
Флаг Герб
Флаг Герб
47°31′48″ с. ш. 21°38′21″ в. д.HGЯO
Ил Венгрия Венгрия
Медье Хайду-Биһар
Мэр Ласло Папп
Тарихы һәм географияһы
Тәүге телгә алыу 1235
Майҙаны 461,66 км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 121 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00, летом UTC+2:00
Халҡы
Халҡы 203 914 кеше (2014)
Тығыҙлығы 443 кеше/км²
Рәсми тел Венгр теле
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды (+36)52
Почта индексы 4000-4044

debrecen.hu  (венг.)

Дебрецен (Венгрия)
Дебрецен
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Оло сиркәү
 Дебрецен ҡалаһының үҙәге өҫтән ҡарағанда
«Алтын Үгеҙ» ҡунаҡханаһы

Дебрецен (венг. Debrecen) — Венгрияның көнсығышындағы  ҡала. Халыҡ иҫәбе (2014 йылдың 1 ғинуарына  — 203 914 кеше) буйынса, Будапештан һуң икенсе урында тора. Административ үҙәге — медье Хайду-Биһар. 

География һәм транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дебрецен ҡалаһы  Будапешттан көнсығышҡа табан 220 километр һәм Ньиредьхазанан 50 км көньяҡтараҡ Урта Дунай тигеҙлегендәге тарихи төбәк - Альфельдта   урынлашҡан. Унан көнсығышҡа табан 30 километр алыҫлыҡта Румыния сиге уҙа . Дебреценды  Будапешт менән  M35 автобаны һәм Сольнок аша  E60 шоссеһы, шулай уҡ Мишкольц, румын ҡалаһы Орадя менән дә автомашина юлдары тоташтыра.  Дебрецендан Ньиредьхаза аша Е573 магистрале менән Украина сигендәге Чоп, унан һуң  Ужгород ҡалаһына килергә мөмкин.

Был ҡала аша Чоп — Дебрецен — Сольнок — Будапешт  тимер юлы үтә. Башҡалаға  поезда барыу өсөн яҡынса 3 сәғәттә сарыф ителә.

Дебрецен эргәһендәге  халыҡ-ара аэропорт   коммерция нигеҙендәге осоштар өсөн 2001 йылда асыла һәм ҙурлығы буйынса Будапештыҡынан ҡала икенсе  урында тора. Был аэропорт  өсөн элекке совет хәрби базаһының аэродромы үҙгәртеп ҡорола, һәм бер йыл үткәс, унан халыҡ-ара рейстар үтәлә  башлай.

Дебрецендә ҡала транспорты ролен  автобус һәм троллейбус селтәрҙәре һәм берҙән-бер трамвай линияһы үтәй.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе тапҡыр Дебрецен 1235 йылда иҫкә алына. Бер-нисә күрше ауылдар үҫә килә, үҙ-ара тоташҡас,ҡалабарлыҡҡа килә. Атамаһының  килеп сығышы асыҡланмаған, әммә славян телдәрендә "Изге ер" мәғәнәһенә тап килгән «Добре злием»тип аңлатыусы фараз киң таралған. Тағы ла бер фараз буйынса, ҡаланың тәүге исеме шулай уҡ славян һүҙе "доброчин".

1361 йылда король Лайош I Дебреценды ирекле ҡала статусы менән бүләкләй. XV—XVI быуаттарҙа Дебрецен бик әһәмиәтле сауҙа ҡалаһына әүерелә, унда төрлө-төрлө, бигерәк тә ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре үткәрелә. 1450 – 1507 йылдарҙа ҡала Хуняди ғаиләһе милкендә һанала.

XVI быуат уртаһында төрөктәр баҫып алған осорҙа Дебрецен Трансильвания етәкселегенә бойһондорола һәм 1693 йылға тиклем яртылаш автономиялы килеш, Венгрияның башҡа биләмәләре менән Габсбургтар дәүләтенә инә.

1673 йылда Дебреценға, Реформация идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн, Габсбург империяһынан 40 протестант пасторы ебәрелә. Дебрецен «венгер Женеваһы» тигән рәсми булмаған исем ала һәм әлегә тиклем венгер кальвинизмының әһәмиәтле үҙәге һанала. Рим-католик сиркәүе был ҡалаға 1715 йылда, пиарҙар ордены һәм Изге Анна соборы төҙөлгәс кенә, кире ҡайта ала. 

1849 йылда Дебрецен 1848—1849 йылдарҙағы Венгер революцияһы солғанышынының уртаһында була. 1849 йылдың апрелендә Дебрецендең Оло сиркәүендә Дәүләт йыйылышы ултырышы уҙғарыла. Унда Лайош Кошут венгр бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларацияны уҡый. Революция осоронда Дебрецен илдең баш ҡалаһы булып һанала.

Революция баҫтырылғандан һуң ҡалала яңынан иҡтисади күтәрелеш башлана. 1857 йылда Дебрецен һәм Будапешт ҡалаларын тимер юл тоташтыра. Ҡалала фабрикалар, банктар, мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа яңы биналар төҙөлә. 1884 йылда Дебреценда Венгрия тарихындағы пар менән йөрөүсе беренсе трамвай юлға сығарыла.

Беренсе донъя һуғышынан һуң, Венгрияның көнсығыш биләмәләре Румынияға күскәс, Дебрецен ил сигендәге ҡала хәлендә ҡала.

Икенсе донъя һуғышында ҡала бик ныҡ зыян күрә. 1944 йылдың октябрендә уның эргә-тирәһендә уҙғарылған Дебреценская операцияһынан һуң, ҡалалағы биналарҙың 50 % бөтөнләй юҡҡа сыға, тағы 20 % емерелеүҙәргә дусар була. Ҡаланы төҙөкләндереү XX быуаттың 60-сы йылдарына тиклем дауам итә. XX быуаттың икенсе яртыһында Дебрецен ҙурлығы буйынса Венгрияла Будапешт һәм Мишкольцтан һуң, өсөнсө урында була, 90-сы йылдарҙа — Мишкольцтан сәнәғәт көрсөгө сәбәпле халыҡтың күсенеүенә күрә, икенсе урынға менә.

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дебрецен университеты — илдең иң билдәле уҡыу йорттарының береһе. Уға 1538 йылда, Кальвинистар колледжы булараҡ, нигеҙ һалына. 1912 йылда Король Университеты тип үҙгәртелә. 2000 йылда уға Ауыл хужалығы Университеты, Медицина Университеты һәм Л. Кошут исемендәге Университет ҡушыла. Ошо ҡушылманан барлыҡҡа килгән Дебрецен Университетының 11 факультеты һәм 2 колледжында 30 000 ашыу студент белем ала.

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дебрецен ФК — ҡалала ғына түгел, ил буйынса иң көслө футбол командаһы. Ул 2005, 2006, 2007, 2009, 2010, 2012 и 2014 йылдарҙа беренселекте яулай.

2016 йылдың мартында ҡалала фигуралы шыуыу буйынса юниорҙарҙың донъя чемпионаты уҙғарыла. 

Халыҡ иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990-сы йылдарҙан алып халыҡ һаны артыу кисермәй һәм 2014 йылға ҡарата йылына 214 000кеше тәшкил итә. Халыҡтың 94 % - венгрҙар, шулай уҡ сиғандар, немецтар һәм румындар бар. Ҡалала Көнбайыш Европаға күскенселәр (ҡасҡынсылар) өсөн лагерь бар. Уларҙың араһында украин, ираҡ, афған, нигер, албан-косовар милләтлеләр бар.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Оло сиркәү. Кальвинистар соборы, неоклассицизм стилендә 1821 йылда төҙөлгән. Илдең иң эре протестанттар ҡорамы.

 • Изге Аннаның Кафедраль соборы. 1715 йылда пиарҙар ордены тарафынан тергеҙелгән Католиктар соборы.
 • Реформа колледжы. Был бинала әлеге ваҡытта Венгрия протестантизмы тарихы музейы, шулай уҡ тарихи һәм дини әҙәбиәт китапханаһы урынлашҡан.
 • Грек-католиктар сиркәүе. 1910 йылда византия стилендә төҙөлгән.
 • Надьёрдё термаль паркы. Йылы һыулы ванналар һәм бассейндар комплексы. • Алтын Үгеҙ ҡунаҡханаһы бинаһы. Венгрияның иң боронғо ҡунаҡханаһы.
 • Университет бинаһы.
 • Дери Музейы. Музейҙың экспозициялары этнография һәм милли сәнғәткә бағышланған. 



Дебрецендан 40 километрҙа ЮНЕСКО-ның донъя мираҫы исемлегенә индерелгән «Хортобадь»милли паркы. 

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала тыуған һәм йәшәгән билдәле кешеләр һәм шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шаркади, Имре (1921—1961) — мадъяр телле прозаик һәм драматург.
  • Магда Сабо (1917—2007) — мадъяр телле яҙыусы ҡатын-ҡыҙ.
  • Лакатос, Имре (1922—1974) — мадъяр телле философ
  • Адягаши, Клара(р. 1952) —мадъяр телле ғалим-тюрколог, славист, сыуаш телен өйрәнеүсе ғилми хеҙмәткәр, филология фәндәре докторы, профессор.
  • Хатвани, Иштван (1718—1786) —мадъяр телле ғалим-энциклопедист, математик.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]